6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк
09.03.05


       Бөгөн Башҡортостанға "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте нең идара рәйесе урынбаҫары Александр Рязанов килде. Өфө аэр опортында уны республика Президенты Мортаза Рәхимов һәм "Сал ауатнефтеоргсинтез" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директо ры Марат Ишмийәров ҡаршы алды. Артабан улар барыһы бергә Сал ауатҡа, "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә юл алды, унда бөгөн күбекләнеүсе полистирол етештереү буйынс а донъяла тиңе булмаған уникаль ҡоролма эшләй башланы.
       Яңы производствоны юлға һалыуға 325 миллион һум тотонолдо . Әммә был аҡса иң күп тигәндә биш йыл эсендә аҡланасаҡ. Әйт елгән ҡоролма экологик йәһәттән таҙа булған, төҙөлөштөң бар лыҡ өлкәләрендә һәм көпләү материалдары етештереүҙә ҙур һора у менән файҙаланған продукт сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡор олманың ҡеүәте - йылына 10 мең тонна продукция. Производство
       тулыһынса компьютерлаштырылған һәм автоматлаштырылған, ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмаясаҡ тип әйтергә була.
       Был объекттың әһәмиәте тураһында һүҙ йөрөткәндә, республи ка башлығы "Салауатнефтеоргсинтез" предприятиеһының ҡаҙанышт ары - ә был Салауат ҡаҙнаһына индерелгән 60 процент һәм йыл
       дауамында 32 миллиард һумлыҡ продукция етештереү - күп оср аҡта "Газпром" менән хеҙмәттәшлек итеүҙең емештәре лә булып тороуын һыҙыҡ аҫтына алып үтте.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ике йыл элек Башҡортостан Рес публикаһы Хакимиәте һәм "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар компанияһы н был компания идаралығына ышаныслы тапшырыу тураһында килеш еү булдырылғайны. Был аҙымдың маҡсатҡа ярашлы булыуы бөгөн ш ик тыуҙырмай. Ошондай һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек артабан да дауа м итәсәк тип ышандырҙы Александр Рязанов.
       Бынан тыш ҡунаҡтар тағы ла ике мөһим объект менән танышты , улар яҡын арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Ольга Горюнова, Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал