6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Тырыш ҡыҙ Асяға уңыштар юлдаш булһын!
09.03.05


       Маҡсатҡа ынтылыш һәм үҙ һүҙеңде һүҙ итә белеү - ғәҙәттә
       тыумыштан килгән сифаттарға инмәй тип һанала. Әммә Асия Вил данова тураһында уның әсәһе, уҡытыусылары, дуҫтары, ағалары һәм һеңлеһе был сифаттар уға бәләкәй ваҡыттан уҡ хас тип һан ай.
       - Ныҡышмаллыҡ һәм үҙе өсөн тора белеү сифаттары уға ярайһ ы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинселек бирҙе. Һәләтлел әр күп ул, әммә тырышлыҡтан тыш талант бер нимәгә лә алып ки лмәй, - тип һөйләй үҙенең уҡыусыһы тураһында Өфө дәүләт сәнғ әт академияһының ҡыллы инструменттар кафедраһы доценты Рафаэ ль Вәлиев. - Хәйер, Асяға еңелгә тура килмәне. Мин Вилданова
       менән ғорурланам: ул минең иң яҡшы уҡыусыларымдың береһе. У л талантлы һәм үҙ алдына маҡсат ҡуя белә - бөгөн Санкт - Пет ербургта музыкаль мәктәптә уҡыуын тамамлай, быйыл консервато рияға инәсәк. Ҡыҙҙың үҙ теләгенә ирешәсәгенә иманым камил.
       Светлана Абдулла ҡыҙы ( Асияның әсәһе) ҡыҙының ижад тарих ы тураһында бәйән иткәндә ҡыҙының ғәҙәти бала түгеллегенә ы шаныуын белдерҙе...
       Виолончель Асяның тормошонда тәүге музыка инструменты түг ел. Биш йәшендә үҙаллы ҡыҙыҡай әсәһенән үҙен музыкаль түңәрә ккә яҙҙырыуын һорай һәм фортепианола уйнарға өйрәнә башлай. Ул ваҡытта Вилдановтар Сибай ҡалаһында йәшәй, әсә кеше ҡыҙын
       башланғыс музыка мәктәбенең филиалына алып бара. Уҡытыусыла рҙың береһе, виолончелдә уйнау серҙәренә төшөндөрөүсе Лариса
       Фәсхетдинова уҡырға инеү имтихандарын бик яҡшыға тапшырған һәләтле ҡыҙҙы күреп ҡала һәм үҙенә уҡыусы итеп ала. Өс йылда н һуң, сығарылыу имтихандары ваҡытында Ася Өфө дәүләт сәнғәт
       училищеһы педагогы, үҙенең буласаҡ уҡытыусыһы Марк Афанасье в менән таныша.
       - Иң мөһиме - балалар, беҙ улар өсөн йәшәйбеҙ, - тип һана й Светлана Абдулла ҡыҙы. - Шуға күрә мин оҙаҡ уйлап торманым : 10 йәшендә Ася һәр ваҡыттағыса сығарылыу имтихандарын "бик
       яҡшы" билдәһенә тапшырғас, ғаиләбеҙ менән Өфөгә күсеп килде к. Был еңелгә тура килмәне, әлбиттә, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа булманы түгел, булды, әммә иң мөһиме - Ася үҙенең яратҡан һө нәрен һаҡлап ҡалды.
       Ася Вилдановаға ниндәй генә һынау аша үтергә тура килһә лә, ҡыҙсыҡ һайланған юлынан тайпылмай һәм үҙенекен итә. Бынд ай ихтыяр көсө ҡайҙан килгән был балаға Моғайын, тормош үҙе
       ғәҙеллек тойғоһо көслө үҫешкән ҡыҙҙа ошо сифаттарҙы тәрбиәл әргә ярҙам иткәндер.
       - Асия һәр ҡаҙанышын үҙ хеҙмәте менән яулай, үҙе ҡарар ҡ абул итә, үҙе уны тормошҡа ашыра, - ти Вилданованың өсөнсө у ҡытыусыһы Рафаэль Вәлиев. - Үҙ бурысымды мин уға үҙ - үҙенә ышанысын нығытыуҙа ярҙам итеүҙә күрәм. Әгәр конкурста өсөнсө
       урын алған икән, тимәк беренсеһен дә яулаясаҡ. Иң мөһиме - вилончелгә ҙур иғтибар бирергә, бар ерҙә лә өлгөрөргә тырышм аҫҡа.
       Ә Ася тап шундай: уға һәр предметты "отлично" билдәһенә бе лергә кәрәк, бейеү менән дә шөғөлләнә, ғөмүмән, һәр урында б еренсе булырға тырыша.
       Йәш музыкант Сибайҙа йәшәгән ваҡытта уҡ конкурстарҙа ҡатн аша башлай. Уның тәүге еңеүе - йәш музыканттарҙың Заһир Исмә ғилев призына икенсе республика конкурсында өсөнсө премия ла уреаты исемен яулау. Бишенсе синыфта, ҡыҙыҡайға 12 йәш тулға с, ул республиканың виолончель көйө фестивалендә беренсе уры н яулай. 2000 йылда Рязандә үткән Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусыл ар конкурсында дүртенсе урын ала.
       2001 йылда республика "Йәш таланттар" конкурсы ла музыка нт ҡыҙҙы ситләп үтмәй ( өсөнсө урын), 2002 йылдың апрелендә Бөтә Рәсәй скрипка һәм виолончелдә уйнаусы музыканттар конку рсында дүртенсе урын яулай.
       Иң сағыу һәм иҫтә ҡалған сығыштарҙың береһе булып 2003 йы лда Санкт - Петербургта үткән Мария Юдина исемендәге Халыҡ -
       ара конкурс торалыр. Жюриҙа АҠШ, Нидерландтан килгән педаг огтар ҙа була. Өфөнән килгән өс ҡыҙҙан - Татьяна Приказчиков а (скрипка), Элина Ситдыҡова ( фортепиано) һәм Асия Вилданов а ( виолончель) - торған камера ансамбле өсөнсө дәрәжә Дипл омға лайыҡ була.
       Өфөгә килгәс, Асия шунда уҡ икенсе "Йәш таланттар" Бөтә Р әсәй конкурсына эләгә һәм өсөнсө премия лауреаты исеменә лай ыҡ була.
       - Болгарияла үтәсәк туғыҙынсы Халыҡ - ара йәштәр музыкаль
       фестиваль - конкурсына ҙур өмөт бағлағайныҡ: Асия бара алас аҡмы, юҡмы Эш уның талантында шикләнеүҙә түгел, ә сараға аҡ са табыуҙа булды. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: путевка 18 мең тора,
       виолончелде алып барыу өсөн 8 мең түләргә кәрәк, - тип һөй ләй Светлана Абдулла ҡыҙы. "Демский вестник" гәзитендә баҫыл ып сыҡҡан "Музыкантҡа ярҙам итегеҙ" мәҡәләһенең файҙаһы тейм әне. Әммә донъяла изге кешеләр бар бит ул. Өфө дәүләт сервис
       институты ректоры Александр Дегтяревҡа һаман да рәхмәт уҡый ым - ул етәкселек иткән "Талантлы балалар" фонды Асияға юлға
       13 мең бүлде. Һуңынан тағы һигеҙ мең алдыҡ.
       - Болгарияла үткән фестивалдә Асия икенсе урын яуланы - м өмкин булмағанды эшләне тип әйтергә була, - тип ышаныс менән
       һөйләй Рафаэль Фуат улы. - Ул музыкант ҡына түгел, яҡшы дир ижер ҙа була аласаҡ. Өҫтәүенә Санкт - Петербургта бик яҡшы д ирижерҙар мәктәбе лә эшләй.
       Уыштар һиңә, Ася!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал