6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡортостан ынйыһы
09.03.05


       Башҡортостандың иң данлыҡлы ҡатын - ҡыҙ яҙыусылары рәте ндә беренсе сиратта талантлы яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәг е премия лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаны атайҙар. Замандаштары хәтерләүе буйынса, ул башҡаларҙан рухи матурлығы, оло талант ы менән айырылып торған.
       Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һа мар губернаһы Пугачев өйәҙенең Хәсән ауылында ярлы ғаиләһенд ә тыуа. Ауыл мәҙрәсәһендә, һуңынан совет мәктәбендә белем ал а. 1919 йылда, атаһы вафат булғандан һуң, ҡыҙға үҙенең ғаилә һе тураһында хәстәрлек күреү бурысы төшә. Аслыҡты ла, һалҡын да туңыуҙарҙы ла, ауыр хеҙмәтте лә үтергә тура килә. Граждан дар һуғышы йылдарында ул башҡорт ҡыҙҙары араһынан беренселәр ҙән булып комсомолға инә. Ун биш йәшлек Һәҙиә күрше ауылға у ҡытыусы булып бара. 1920 - 1921 йылдарҙа төнгө Ырғыҙ өҫтөндә
       йыш ҡына күк күкрәй. Уға атыш тауыштары өҫтәлә.
       Бер тапҡыр комсомолка - уҡытыусы Һәҙиә Дәүләтшина мөғжизә
       менән генә үлемдән ҡотолоп ҡала. Урындағы етәкселәр, талант л ы ҡыҙҙы хәүеф - хәтәрҙән ҡотҡарыу маҡсатында, уны Һамарға татар - башҡорт педагогика техникумына уҡырға ебәрәләр. Техн икумы рус телен дә өйрәтәләр. Ошонда Һәҙиә Дәүләтшина һуңына н иң яратҡан яҙыусыһына әүереләсәк Максим Горький әҫәрҙәре м енән тәү башлап таныша.
       - Рус телендә уҡып сыҡҡан тәүге әҫәрем Горькийҙың "Әсә" р оманы булды, - тип хәтерләй ул. - Ул ваҡытта мин рус телен б ик үк яҡшы белмәй инем, шуға күрә уҡыған ваҡытта айырым һүҙҙ әрҙең мәғәнәһен аңлау өсөн йыш ҡына һүҙлеккә мөрәжәғәт итерг ә тура килде. Әммә хәҙер мин ул ваҡытта "Әсә" романы ҡалдырғ ан тәьҫораттар, уның минең тойғоларыма тап килеүе, образдарҙ ың миңә ни тиклем йоғонто яһауына һоҡланам. Һуңыраҡ уның "Бу ревестник", "Песня о соколе" һәм башҡа әҫәрҙәрен уҡып сыҡтым , аңланым һәм яраттым, был миндә Горькийға ҡарата ихтирам һә м һөйөү тойғоһон арттырҙы.
       Ысын яҙыусы булыуға, башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығына әүер елгәнгә тиклем Һәҙиә Дәүләтшинаға оҙон һәм ауыр юл үтергә ту ра килә. Ҡыуаныста ла, ауырлыҡта ла уның эргәһендә тормош ип тәше, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин була.
       Әле егерменсе йыл урталарында уҡ Һәҙиә Дәүләтшина шиғыр һ әм хикәйәләр яҙа башлай. 1926 йылда гәзиттә уның "Пионерка Һ ылыуҡай" тип исемләнгән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға. Әммә Һә ҙиә Дәүләтшинаға тәүге уңыштарҙы коллективлаштырыуға бәйле в аҡиғаларҙы һүрәтләгән "Айбикә" повесы алып килә.
       Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романы илдә ҙур танылыу ала. Был эпопея - роман башҡорт халҡының тарихи ваҡиғаларға бай т ормошоноң егерме йылын үҙ эсенә ала. Тәнҡитселәрҙең фекере б уйынса, яҙыусының ҡаҙанышы башҡорт халҡының тормошо һәм көрә шен айырым түгел, ә Рәсәйҙә ижтимағи - сәйәси һәм социаль -
       иҡтисади көрәш фонында һүрәтләнеүендә: РСДРП барлыҡа киле үе, 1905 - 1907 йылдарҙағы революция, реакция һәм империали стик һуғыш йылдары, 1917 йылдың февраль һәм октябрь айында б улған ваҡиғалар, граждандар һуғышы.
       Яҙыусы башҡорт халҡының көнкүрешен яҡшы белеүен, колоритл ы һәм сағыу социаль типтарҙы, телдең һығылмалылығын, стиль ү ҙенсәлеген, тыуған халҡының шиғриәт ижады менән таныш булыуы н бик оҫта файҙалана - былар барыһы ла "Ырғыҙ" романын башҡо рт әҙәбиәтенең классик әҫәре итә.
       Рәсәй Федерацияһы яҙыусыларының беренсе съезында сығыш яһ аған сағында Леонид Соболев романға юғары баһа бирә. "Һәҙи ә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын уҡымай тороп башҡорт халҡыны ң ысынбарлығын белеү мөмкин түгел", - ти ул.
       "Халыҡ тормошо тураһында ошондай монументаль роман яҙып у л ижади батырлыҡ эшләне", - тип яҙа ҡаҙаҡ яҙыусыһы Сабит Муҡ анов.
       Һәҙиә Дәүләтшина үҙ романының баҫылып сығыуын күрә алмауы
       бик йәл, әлбиттә. Ул 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрөлә вафат була, ә роман 1957 йылда ғына баҫыла. Әммә яҙыусы үҙ ижадын ың Ватанына һәм халҡына кәрәклегенә ышана. 1951 йылда СССР Я ҙыусылар союзы идараһы рәйесе Александр Фадееевҡа яҙған хаты
       ла ошо ышаныс менән һуғарылған: "Ҡайҙа ғына булһам да мин а сыҡ аң менән үҙ Ватаныма хеҙмәт иттем, бер ваҡытта ла маркси стик - ленинсы ҡараштарынан тайпылманым... Мин һәр ваҡыт сов ет һауаһы менән тын алдым, алһыҙ - ялһыҙ Тыуған илемә хеҙмәт
       иттем... Көсөм еткәнсе уға ярҙам итергә тырыштым".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал