6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Шәүрә Ғилманова: хыялым тормошҡа ашты
05.03.05


       Уны журналистикаға үҙенең хыялына яҡыныраҡ булыу теләге
       алып килә. Телевидениены ул ... театрға оҡшағаны өсөн ярата . Сәхнә уның өсөн бәләкәй саҡтан эҙәрләгән хыял ғына ла түг ел, йәшәйеште, ижад ҡомарын тигеҙлектә тоторға ярҙам итеүсе лә. Телекамера объективына ла ул театрға һөйөүе күҙлегенән сығып ҡарай һәм сәнғәттән алыҫ булған сәйәсәт, социаль проб лемалар, дин темаларыны ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр алып бара.
       1981 йылда "Радио - тележурналистика" буйынса Ҡазан дәүлә т университетын тамамлағас, ул 1981 йылдан 1990 йылға тиклем
       башҡорт радиоһында эшләй. Телевидениеға күскәс, художество программаларҙың ижади берекмәһен етәкләй башлай. Телетамашас ылар уны бай йөкмәткеле, сағыу тапшырыуҙары аша белә, бының
       өсөн ул киң мәғлүмәт сараларында эшләгән ҡатын -ҡыҙҙар араһ ынан беренсе булып республиканың юғары журналистар премияһын а лайыҡ була. Ул башҡорт телевидениеһының күп кенә проекттар ына, мәҫәлән, "Сәләм" программаһы, тура эфирҙа ток - шоу һәм
       башҡаларға башланғыс һала. Һәм былар барыһы ла Башҡортост ан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙ айбирҙин исемендәге премия лауреаты, Татарстан Республикаһын ың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт телевидениеһының баш мөхәррире, билдәле тележурналист һәм гүзәл ҡатын Шәүрә Ғилма нова тураһында.
       Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө алдынан Шәүрә Ғилманова б еҙгә үҙ яҙмышының ике өлөшө - телевидение һәм театр тураһынд а фекерҙәре менән уртаҡлашырға ризалашты.
       - Телевидение - ул сәнғәт. Беренсе сиратта. Һуңынан ғына киң мәғлүмәт сараһы. Һәм мин ошоно иҫбатларға тырышам. Ҡыҙға нысҡа ҡаршы, беҙҙә телевидениеға художество - ижад категория һы итеп ҡарамайҙар. Бәлки беҙҙең телевидение әле сәнғәт кимә ленә барып та етмәгәндер, - тип һөйләй ул эш араһындағы ҡыҫҡ а тәнәфестәр ваҡытында. - Мин бер ваҡытта ла тота килеп инте рвью әҙерләгәнем юҡ. Гәзит хәбәрселәре мәҡәләне яҙған ваҡтта
       геройҙың эске донъяһын үҙ йөрәге аша үткәрә. Ә телевидениел а бының өсөн ваҡыт бирелмәй. Әңгәмә барышында һеҙ кешене үтә
       күрә белергә, тойорға тейеш. Камера тоҡанғас кәрәкле тон, кәйеф булдырыуы үтә ҡыйын, төплө әҙерлек кәрәк. Тик бөгөнгө быуын тележурналистары күпселек осраҡта профессионаллеккә ар тыҡ иғтибар бирмәй. Барыһын да йүгереп барған ыңғай эшләйҙәр . Һәм экранда тормош юғала. Эфирға кеше асылмаған килеш сыға . Шуға күрә йыш ҡына экрандағы герой ысынбарлыҡтағы үҙ - үҙе нә оҡшамағай.
       Театр - ул минең булмышым. Мин һәр ваҡыт үҙгәреп торорға,
       билдәле кешеләргә пародия яһарға яраттым. Һәм, дөрөҫөн әйтк әндә, һаман да йөрәгемдең бер мөйөшөндә сәхнәлә уйнау теләге
       һаҡлана. Сәхнәнән тыш театр тормошонаң барлыҡ нескәлектәрен
       белһәм дә, театр йә актерҙарҙан күңелем ҡайтҡанын хәтерләмә йем. Киреһенсә, мин йылдан йыл уларҙы нығыраҡ яратам. Барлыҡ  проблемалары менән бергә. Минән йыш ҡына:" Ниңә һеҙ үҙ тапш ырыуҙарығыҙҙа артистарҙы идеаллаштырып, бер яҡлы ғына күрһә тәһегеҙ" - тип һорағандары бар. Һуң тамашасы залда ултырған ваҡытта актерҙар менән бергә "йәшәй" бит. Ике сәғәт эсендә к үпме хис - тойғоно үҙе аша үткәрә ул! Ни өсөн кешенең өмөтөн
       һүндереп, күңелен ҡайтарырға Минең геройҙы фашлауымдан, ун ың ысынбарлыҡта сәхнәләге образынан бик алыҫ тороуын хәбәр и теп мин кемгә яҡшы эшләйем Эйе, мин ҡайһы берәүҙәрҙе бәғзе ҡылыҡтары өсөн ихтирам итмәйем, әммә мин уларҙы үҙ - үҙен ҡо рбан итә белеүҙәре, таланты һәм үҙ һөнәренә бирелгәнлеге өсө н яратам. Сәхнәләге һәм тормоштағы актер - икеһе ике төшөнсә . Театр тураһындағы хыялымдың тормошҡа ашмауы бәлки яҡшылыр ҙа - ул минең өсөн серле һәм яҡты хыял булып ҡаласаҡ. Шулай ҙа хыялымдың ниндәйҙер өлөшө тормошҡа ашты тип уйлайым мин. Мин күҙ алдыма килтергәнсә булмаһа ла. Мин рампаның ике яғын г да берләштерәм: театрҙы ла, телевидениены ла. Кеше һәм жур налист булараҡ был минең беренсе сираттағы бурыс.
       Шәүрә Ғәббәс ҡыҙының хыялы балаларында ла тормошҡа аша. У лы инде дүрт йыл дауамында телевидениела эшләй, ҡыҙы Санкт -
       Петербургта театр сәнғәте серҙәренә төшөнә.

Елена Вәлиуллина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал