6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Датцюк "Салауат Юлаев" командаһы менән шаярмаясаҡ
05.03.05


       "Салауат Юлаев" - "Динамо", 2 : 4 - өфөлөләрҙең был еңе леүе уларҙы плей - оффҡа эләгеү мөмкинселегенән тулыһынса мә хрүм итһә лә беҙҙең команда сағыу һәм ҡыҙыҡлы уйыны менән хә терҙә ҡалды. "Юлаевсылар" үҙҙәренең ихтирамға лайыҡ икәнлеге н тағы бер тапҡыр раҫланы.
       "Аҡлы - күклеләргә" аҙ ғына өмөт биреү ҙә матчтың яҙмышы н ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу тигәнде аңлата. Уйын башында уҡ Паап панендың хатаһынан һуң динамолар Афиногенов менән Харитонов Зубаревтың яңғыҙына ҡаршы сыҡты - Рәсәй йәштәр йыйылма коман даһының йәш капитаны юлаевсыларҙың фин ҡапҡасыһына бер нисек
       тә ярҙам итә алманы- Александр Харитонов үҙенең командаһын алға сығарҙы.
       Йони Пууруланың ҡапҡаһына киләһе шайба 18 - се минутта ин дерелде, беҙҙең һаҡсылар тағы бик насар уйын күрһәтте. "Дина мо" өсөн тәүге матчын үткәргән Александр Фролов Датцюктан бы на тигән пас алды һәм көс - хәл менән булһа ла шайбаны ҡапҡа ға индерҙе. Юлаевсылар был голға ҡаршы төшөп ҡараны, әммә ре фери Бокарев бер кемде лә тыңламаны. Ғөмүмән, был судья Өфө көйәрмәндәренең зитына тейә. Фан - хәрәкәт ветерандары әйтеү енсә, уның "Салауат Юлаевҡа" бик үк яҡшыларҙан булмаған мөнә сәбәте унлап йыл дауам итә инде. Бер матчтан һуң Өфө команда һы етәкселегенә Бокаревты асыуы ҡабарған көйәрмәндәрҙән ҡурс алап ҡалыу өсөн хатта ОМОН саҡырырға тура килеүе билдәле.
       Икенсе период иҫ китмәле башланды! Өфө хоккейсылары бик яҡ шы уйнаны һәм шунда уҡ өҫтөнлөк алды. Мәскәүҙән килгән журна лист Павел Стрижевский сәсен йолҡорҙай булды: "Был ни хәл! Ун өсөнсө урындағы команда чемионат алдынғыларының кәрәген б ирә!" Шайбаны Аншаков эләктергәс, иҫәп ҡыҫҡарҙы. Сергей яңғы ҙы Еременкоға ҡаршы сыҡты һәм "Салауат Юлаев" өсөн туғыҙынсы
       голын индерҙе. Был матчта Аншаковтың тағы өмөтлө мәлдәре бу лды, әммә уларҙы егет тормошҡа ашыра алманы. Игорь Григоренк о ла был юлы башҡаларҙан айырылып торманы - форвард үҙенең " патрондарын" "Авнгардҡа" ҡаршы матчта тотоноп бөткән, күрәһе ң.
       Терещенко индергән голдан һуң иҫәп 1 : 3 булды. Шул ваҡыт
       Терро Паапанен үҙенең обороналағы хатаһын төҙәтергә булды һ әм Еременконы алдап үтеп шайба ны ҡапҡаға индереүгә өлгәште:
       2 : 3. Фин һаҡсыһы суперлигала үҙенең иҫәбен асты.
       Артабан өфөлөләр тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ уйын күрһәтте. Хатта Бокарев та асыуын онотоп, "Динамоның" тупаҫ егеттәрен уйында н сығара башланы.
       Өсөнсө период уртаһында, "динамолар" өс кеше ҡалғас, матч
       иҫәбе үҙгәрә ала ине. Әммә өфөлөләргә оҫталыҡ етеңкерәмәне,
       Еременко ла ҡапҡаны шәп һаҡланы.
       Матчтан һуң тренерҙарҙың журналистар менән осрашыуы хужал арҙы маҡтауҙан башланды. Владимир Крикунов, "Динамо" хоккей клубының баш тренеры:
       - Егеттәргә уйын бик ҡатмарлы буласаҡ тип әйтә килһәм дә,
       "янғын башланмаҫ элек" аңламайҙар. Ярар ҙа өсәү ҡалған ваҡы тты яҡшы үткәрә алдылар. Шунан һуң ғына уяна башланылар.
       Рафаил Ишмәтов, "Салауат Юлаев" командаһының баш трен еры:
       - Һөҙөмтәгә психологик яҡтан әҙерлек етмәүе йоғонто яһаны . Был ауырыу "Мәскәү" тип атала. Ундайҙы элек тә үткән бар и не. Икенсе етешһеҙлек - техник йыһазландырыу. Бишәүҙең өсәүг ә ҡаршы уйнауы көсһөҙ булды. Ошондай мәлдәрҙә тренерҙың сәст әреағара ла инде.
       - Рафаил Ғәзиз улы, ниңә Хлыстов уйнамай
       - Уның температураһы 37 - нән артыҡ.
       - Владимир Васильевич, Волков менән Цулыгинға ҡарашығыҙ м енән уртаҡлашығыҙ әле.
       - Ярайһы уҡ яҡшы тәьҫораттар. Цулыгинды мин бик яҡшы белә м. Ул "Аҡ Барста", "Нефтехимикта" ла уйнаны. Кәрәктәре булма һа, беҙ уларҙы алмаҫ инек.
       - Ә ниңә Волковты алып уның партнеры Николай Заварухинды ҡалдырҙығыҙ Уға башҡа хоккейсыларға өйрәнеүе ауыр бит.
       - Беҙ Заварухинды ла алырға уйлағайныҡ, тик башҡалар алда ныраҡ өлгөргән.
       Артабан уйынсылар менән аралашырға ла ваҡыт етте.
       Андрей Сидякин, "Салауат Юлаев" командаһы капитаны:
       - Бөгөн еңелеүебеҙ бик йәл - күп хата ебәрҙек һәм кәрәкле
       ваҡытта шайбаны индерә алманыҡ. Минең капитан итеп һайланыу ыма килгәндә, был тренерҙың идеяһы, мин көтмәгәйнем, әммә би к шатмын. "Ҡара капитан тамғаһына" ышанмайым мин. Заварухин капитан булып та 30 мәрәй йыя алды.
       Игорь Волков, Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, "ваҡытлыса дин амовец".
       - Игорь, яңы команда оҡшаймы
       - Мин барыһынан да риза. Тик әлегә яңы партнерҙар менән у йнап китә алмайым. Павел Датцюк - бик юғары кимәлдәге хоккей сы, уның ҡасан шайба биререн күҙаллауы ауыр. Өлкән иптәштәр ҡыйырһытмаймы Ундай нимә юҡ.
       - Рәсәйҙең киләһе чемпионатында үҙегеҙҙе Ишмәтов командаһ ында итеп күрәһегеҙме
       - Киләһе миҙгелгә мин "Салауат Юлаев" менән контракт төҙө гәнмен.
       - Һеҙ, ниһайәт, өйләндегеҙме, юҡмы Серегеҙҙе асығыҙсы.
       - Юҡ. Һәм яҡын арала йыйынмайым.
       Юғары техникалы хоккейсы һәм үтә шаян кеше Павел Датцюкты
       ла урап үтә алманыҡ һәм "Салауат Юлаев" командаһы адресынг а берәй нимә тип шаяртыуын һораныҡ.
       - Мин һеҙҙең командағыҙ менән шаярмаясаҡмын Ул бөгөн бары
       яҡшы һүҙҙәргә генә лайыҡлы. Егеттәр бик тырышып һәм яҡшы уй наны. Ниңә мин шаярырға тейеш Ул бит ҡаршы яҡты ихтирам итм әү була.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал