6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Хәлде үҙгәртә алмаһаң, үҙеңдең уға булған ҡарашыңды үҙгәрт
04.03.05


       8 март көнө беҙ гүзәл заттарға сәләмәтлек һәм шәхси тор моштарында бәхет теләйбеҙ. Әммә төрлөсә килеп сыға, ҡайһы в аҡыт ошо бәхетте эҙләп иҫеңде юғалтыуың да ихтимал.
       Мин яҙасаҡ тарих ҡатын - ҡыҙ тураһында, һәм унда ир кешен ең роле бик яҡшыларҙан түгел. Хәйер, дөйөм алғанда, улар беҙ ҙең өмөтөбөҙ, шатлыҡ һәм таянысыбыҙ бит.
       Ҡатын кешенең ир арҡаһында бар донъяһын, хатта исемен дә онотоуы Бразилия сериалдарында ғына була икән тип уйлай тор ғайным. Әммә бөгөн бәйән ителәсәк хәл минең күҙ алдымда булд ы. Уларҙы ике йыл элек таныштырҙылар. Икеһе лә хаҡлы ялда.
       Таһирҙың "хрущевка" фатиры бар. Галя иһә бында Свердлов өлк әһенән ҡайтты. Быға тиклем улында йәшәгән ул. Улы яҡшы кеше,
       әсәһен ҡаҡмаған - һуҡмаған, бер ниндәй мохтажлыҡ күрһәтмәгә н. Тик... көндөҙөн Свердлов өлкәһендә булһа, төнөн төштәренд ә тыуған яҡтарына ҡайтҡан Галина.
       Шул тиклем һағына ул үҙ илен, бер көнө килеп әйберҙәрен й ыя ла Башҡортостанға йүнәлеүсе поезға ултыра.
       Таһр унан ике йәшкә кесе, әммә төҫ - ҡиәфәтенә ҡарағанда ул байтаҡҡа өлкәнерәк күренә. Өҫ - башын йүнләп ҡарамай, хәй ер, быға аптырарға ла түгел - бер үҙе йәшәй, иҫереп тә ятҡыл ай, фатирын йыйыштырып ҡыялған сағы һирәк була. Бер ваҡытта
       ла ғаилә тормошо менән йәшәмәүенең сәбәбе ирлек ғәйрәте бул мауында. Хәҙер инде, йәше еткәс, был етешһеҙлек тә онотола һ әм Таһир ҡалған көндәрен матур, таҙа тормошта үткәрергә уйла п өйләнергә ҡарар итә.
       Галя, таҙа һәм эшһөйәр ҡатын, үҙенең яңы фатирын бына тиг ән итеп тәртипкә килтерә, ә ир кеше иһә бөтөнләй еҙ тастай я лтырай башлай. Тәмле аш - һыуҙан таҙарып, йәшәреп китә, кейә ү егете инде бына! Яңы мауығыуы ла барлыҡҡа килә - балыҡсылы ҡ. Балыҡ тотоп алып ҡайта, Галя ҡура, икеһенә лә рәхәт. Тик һәр урында ла сама белергә кәрәк тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Бе р ваҡыт ир кеше юҡҡа сыға башлай, көнө - төнө яр буйынан ҡай тып инмәй. Ә бер көнө эске кейемдәрен алып китә. Йылға буйын а! Ҡайһы бер көндө балыҡ ниңәлер ҡапмай башлай, балыҡҡа тип сығып киткән Таһир сөгөлдөр - кишер ҙә тотоп ҡайтҡылай. Ҡаты нын ҡыйырһытмай, әммә төндәрен элеккесә үткәрә, янына ла кил мәй. Ә бит ҡатын - ҡыҙ саҡ ҡына булһа ла иркәләүгә мохтаж. Я урынынан һыпырһын, бик булмаһа ҡулын ғына һалһасы! Юҡ, ситкә рәк шыла ла хырылдап йоҡлап та китә. Эргәһендә лә, шул уҡ ва ҡытта бөтөнләй ситтә лә һымаҡ.
       Баҡһаң, Таһир "яңырып" алғас, үҙенә яңы шатлыҡтар ҙа тапҡ ан икән - ә ниңә күңелһеҙләнергә, тирә - яҡта әллә күпме йәш
       күбәләк - "минетчицалар" оса бит. Ир кешегә шатлыҡ килтереү
       - уларҙың һөнәре. Аҡса етерлек, эшен ташлауына күп ваҡыт үт мәгән, быға тиклем эш хаҡының бер өлөшөн книжкаға һалып барғ ан. Һәр ваҡыт әҙер торған һөйәркә лә тапҡан. Осрашыуҙар өсөн
       урын табыуы ҡатмарлы түгел - баҡсалар бөгөн арзан.
       Быны аңлап ҡалған Галя үпкәһенән тонсоғоп үлә яҙа. Ул ирҙ ең керҙәрен йыуа, үтекләй, ашата, иң тәмлеһе - уға, төшкө аш
       - заказ буйынса, ә ул ҡойроғон күтәрә лә - алға. Балыҡтан й ә бысраҡҡа батып, йә мунсанан сыҡҡандай ялтырап ҡайта. Барыһ ын да күрә Галя, әммә өндәшмәй. Һәм бер көнө килеп дауаханағ а эләгә. Бер уйлаһаң, рәхәтләнеп ял ит, дауалан бит инде. Юҡ , Галя үҙенә урын тапмай. Тормош иптәше килеп тә күренмәй. Т өндәрен Галяның төшөнә беренсе ире инә, ул күптән ер ҡуйынын да инде. Көндөҙ тағы йәне көйә. Ауырыуы етди, берәй хәл булы п ҡуя ҡалһа - яңы ире уны ҡарамаясаҡ.
       Бер тапҡыр Галя иртә менән өйөнә ҡайтып килергә була. Кир е палатаһына килгәс, күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй - Таһир тағы ла өйҙә йоҡламаған. Шулай итеп бүлмәләштәренә уның бәләһе т ураһында мәғлүм була.
       Галяға ФГС тикшереүе тәғәйенләйҙәр. Уның быға тиклем дә ә леге процедураны үткәне була. Әммә был юлы тулҡынланыу арҡаһ ындамы, ҡатын һуштан яҙа. Палатаға уны каталкала килтерәләр.
       Аңына килгәс, Галяның бер нимә лә иҫләмәүе асыҡлана. "Прост о Мария" бер яҡта торһон! Күҙҙәое йүгерә, бүлмәләштәрен тәүг ә күргәндәй итеп ҡарай:
       - Мин был дауаханаға нисек килеп эләктем" Был минең карау атыммы ни Ниңә минең әйберҙәрем сит тумбочкала ята Кем миң ә сит кешенең халатын кейҙерҙе - күҙҙәре ҡурҡып һәм аптырап
       текләй.
       Галя илай һәм туҡтауһыҙ үҙенең һорауҙарын ҡабатлай. Биш ми нуттан бирелгән яуаптарҙы онота. Бүлмәләге ҡатындар нимә эшл әргә белмәй, бахырҙы йәлләй.
       Врачтар уның тирәләй йүгерекләй башлай, әлбиттә. "Һеҙ ҡат ын - ҡыҙҙар менән нисек эшләргә мөмкин инде, - ти табип, әй ткәндәй, бик тәжрибәле, яҡшы врач ул. Дауаханаға "ҡорһаҡ" ме нән киләһегеҙ, һуңынан проблеманың башығыҙҙа булыуы асыҡлана ". Ул Галяға ниндәйҙер дарыуҙар яҙа, невропатолог саҡырта. Уколдарҙан һуң ҡатын йоҡлап китә һәм көнө буйы урынынан торм ай.
       Кисен уянғас, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә палатанан сығып йөрө п килә. Шулай уҡ ләм - мим өндәшмәйенсә киске ашҡа сыға...
       Ярты сәғәт тирәһе ваҡыт үткәс, коридорҙан уның шат көлөүе
       ишетелә. Галяның иҫе ҡайта! Бүлмәләштәре уның өсөн ҡыуанып бөтә алмай: "Бирһен хоҙай!".
       Икенсе көнөнә улар палата "консилиумына" йыйыла һәм Галян ың тормошо тураһында оҙаҡ һөйләшә. Ҡатындың башҡа барыр урын ы юҡ, әлбиттә, урамға сығып китә алмай бит инде, пенсия аҡса һы ла аҙ, икмәккә етһә лә бик шәп әле. Хәле көнләшерлек түге л инде бер уйлаһаң. Әммә ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Карнеги ә йтмешләй, хәлде үҙгәртә алмайһың икән, үҙеңдең уға булған ҡа рашыңды үҙгәрт. Бөгөнгө көнгә баш өҫтөңдә ҡыйығың булыу үҙе үк бәхет. Ашарға бар, ире барыһын да һатып ала, аҡса йәлләмә й - шулай уҡ яҡшы. Балалары иҫән - һау, дауаханала ҡуйылған ҡурҡыныс диагноз да раҫланмай. Шулай уҡ шатлыҡ өсөн сәбәп.
       Дөйөм алғанда, әңгәмәселәре Галяны башта үҙе өсөн, һуңына н ғына ире өсөн йәшәй башларға өгөтләргә керешә. Үҙенә оҡшағ анды бешереп ашарға, кейем - һалым һатып алырға, өйҙә ултырм аҫҡа, иптәш ҡатындарыңа, туғандарыңа йышыраҡ барып йөрөргә.. . Бик булмаһа, филармонияға - орган музыкаһы концертына рәхи м ит! Тик үҙ - үҙеңә бикләнмә. Өҫтәүенә был проблема ваҡытлы са, тормош һәр кемде үҙ урынына ҡуя ул.
       Ошонан һуң Галя күҙгә күренеп терелгәндәй булды. Бөгөн дә
       ул яңы таныштары менән аралаша. Тормошонда артыҡ бер нимә л ә үҙгәрмәһә лә Галяның тауышы бөгөн шат яңғырай, ул үҙе үҙгә рҙе.

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал