6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфө ғалимы асыш яһай
04.03.05


       Әлеге ваҡытта күптәр өсөн ят һүҙ булып яңғыраған социог еном термины бер илле йылдан һәр кем өсөн таныш булыуы ихтим ал. Ә бына уның авторын бәлки бер кем дә хәтеренә төшөрмәҫ. Әммә педагогика фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт п едагогия институтының кафедра мөдире Филарет Тереғоловты бор соған нимә был түгел. Бөгөн ул социогеномдың яҙмышы хаҡында уйлана: кешелек уны үҙе өсөн файҙалы итеп ҡуллана алырмы
       Социогеном кешенең белем алыу мөмкинселектәренә йоғонто я һай. Һәм, Филарет Тереғолов вәғәҙә итеүенсә, өсөнсө меңйыллы ҡтың феномены булып торасаҡ. Кеше һәм баҫыу сысҡанының генд ар һаны бер - береһенә тап килә. Был характеристика буйынса маймыл беҙҙән бөтөнләй айырылмай тиерлек. Тик шулай ҙа кешен ең интеллекты, аҡыл тамырҙары ҡайҙа ята "Социогеномда, - т и Өфө ғалимы, - билдәле биогеномдың кесе туғанында".
       Йәнлектәргә бик күп быуындар һаны аша килгән һәм енси юл
       менән бирелгән инстинкт тәжрибәһе мираҫ итеп тапшырыла. У ларға йәшәргә ярҙам иткән белемгә ғүмерҙәре эсендә бер нимә лә өҫтәлмәй. Йәғни белем алыу процесы улар өсөн ят. Экология
       уңайлы шарттар тыуҙырғанда улар йәшәй бирәсәк: саяндар сүл лектә, дельфин һәм ташбаҡалар һыуҙа һ. б. Тик кеше тоҡомо ғы на үҙендә булған һәм киҫкен мәлдә генә үҙен һиҙҙергән инсти нкттарҙы баҫыу юлынан киткән.
       Ниңә бары тик кешеләр генә цивилизация ҡушҡанса йәшәй һуң  Сөнки, тип аңлата Филарет Тереғолов, беҙҙең мейегә яңы ҡаб ыҡ өҫтәлгән. Әммә мейелә был элементты йөрөтөүебеҙ менән беҙ
       хайуандар алдында маһая алмайбыҙ. Уларҙың да бындай ҡабығы бар, тик ул бәләкәй һәм бик ҡаты. Шуға күрә уларҙың тәжрибәһ е сикләнә һәм йылдар үтһә лә аңдарына бер нимә лә өҫтәлмәй. Филарет Тереғолвтың һүҙҙәре буйынса, шул арҡала динозаврҙар һыуыҡҡа сыҙамай юҡҡа сыҡҡан да инде - мейеләренең сикле булы уы сәбәпле улар һыуыҡҡа яраҡлаша алмаған.
       Ә бына йорт ҡуянының яңы мейе ҡабығы башҡа хайуандар менә н сағыштырғанда ҙурыраҡ: был уларға еңелерәк яраҡлашырға мөм кинселек бирә, маймылдарҙың һәләтлелеге лә уларҙың яңы орган ының ҙурлығына бәйле.
       Яңы ҡабыҡтың кеше мейеһенә нисбәте 86 процент тәшкил итә.
       Ул йәнлектәрҙекенә ҡарағанда һығылмалыраҡ. Һәм, Өфө ғалимы аңлатыуынса, уның нервы күҙәнәктәре араһында бәйләнеш көсһөҙ . Кеше, башҡа йән эйәләре менән сағыштырғанда, ярҙамға мохта ж булып тыуа. Әммә йомшаҡ яңы ҡабыҡ кешегә бик ҙур потенциал
       бирә. . Бала тыуғас уға импульстар килә башлай. Аҡрынлап ул
       донъяны өйрәнә, организм билдәле стимулдарға яуап бирә башл ай. Ул башта эҫе сәйгүнгә тейеп ҡулын бешерә, шунан һуң ғына
       тейешле һығымтаға килә. Йәнлектәргә килгәндә уларҙа "стимул
       - реакция" схемаһы нығытылған. Беҙ хайуандарҙан йәшәйештең программаһын ата - бабаларҙан мираҫҡа алмайынса үҙебеҙ барл ыҡҡа килтереүебеҙ менән айырылабыҙ.
       Кешелеккә яңы ҡабыҡ - социогеном тураһында белеү нимәгә к әрәк Интеллект органын таныу уҡытыу процесына бөтөнләй икен се юҫыҡта ҡарарға мөмкинселек бирәсәк, белем биреү системаһы н уның бөгөнгө ауырыуҙарынан азат итәсәк, ти Филарет Тереғол ов.
       Бөгөн уҡытыусының бурысы - белем биреү. Был тәүтормош дәү еренән килә. Һәр ваҡыт белем тапшырыусы кешеләр булған. Эйе,
       интеллект органы үҙенән үҙе формалашыуы ла мөмкин, тик кеш е социаль әйләнештән төшөп ҡалмаған хәлдә генә. Ундай осраҡ була ҡалһа инде, йәмғиәт был кешене юғалта. Хайуандар өйөрөн дә тәрбиәләнгән балаларҙың программаһын күсереү күпселек ваҡ ытта мөмкин түгел, улар интеллектын тулыһынса юғалта һәм ғүм ерен махсуслаштырылған учреждениеларҙа үткәрә. Интеллект орг анын Альцгеймер ауырыуынан да юғалтырға мөмкин. Ул саҡта кеш енең тормоштан алған күнекмәләре юҡҡа сыға. Хайуандарҙың мей е ҡабығын алған ваҡытта ла нығытылған инстинкттары ҡала. Был кешенең интеллект органы файҙаһына бик ҙур дәлил булып тора.
       Ни өсөн интеллект органы тураһында белмәүебеҙ әлегә үҙен
       артыҡ һиҙҙермәй "Сөнки тормош үҙе белем биреү һәләтенә эйә , - ти Филарет Тереғолов. - Был орган ниндәй хәлдә лә барлыҡ ҡа килә. Эргәңдә кемдәр булыуы ҙур роль уйнай: аҡыллы һәм яҡ шы кешеләрме, әллә наҙан һәм алйоттармы. Беҙҙең бурыс - кеше нең ошо органын маҡсатлы рәүештә формалаштырыу. Был интеллек ттың ярайһы уҡ юғары кимәленә етергә мөмкинлек бирәсәк", - т и ғалим.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал