6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Иген баҙарын ҡаты контролдә тотоу мотлаҡ
11.09.03


       Республикала иген баҙарын ҡаты контролдә тотоу мотлаҡ. БР
       Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә ошондай ҡарарғ а килделәр. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер - мин истр урынбаҫары Шамил Вәхитов, БР Ауыл хужалығы министры Гри горий Горобец, уның урынбаҫарҙары, агросәнәғәт комплексы пр едприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Вице - премьер кәңәшмәне асып ҡараласаҡ төп һорауҙы билдәлән е:
       -- Бөгөн республикала барлыҡҡа килгән ситуацияны ябай т ип әйтеп булмай, -- тине ул. -- 1 сентябрға ике миллион тонн анан ашыу иген йыйылған, уның 368 меңе элеваторҙарға тапшыры лған. Барлығы 368 мең тонна! Һәм был иген урып - йыйыу кампанияһы тамамланыуына һанаулы ғына көндәр ҡалған ваҡытта. Республика ны иген менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн кәрәкле яңы уңыштың
       570 мең тоннаһын бураларға һалынмағанлығын аңлата был. Ҡайҙ а һуң улар Республиканың төп әҙерләүселәре лә ашыҡҡанға оҡш амаған: " Башптицепром", мәҫәлән, талап ителгән күләмдең би ш ярым процентын ғына йыйып алған. "Башхлебпродукт"тың күрһә ткестәре лә маҡтанырлыҡ түгел -- 5,7 процент. "Башкирские ме льницы" иҫәбендә пландың 13,6 проценты, " Башсельхозтехника" ның -- 19, "Башспирт" барлығы 20 процент йыйып ала алған.
       Ни өсөн республикала бай уңыш үҫтерелеп тә иген аҙ күл әмдә йыйылып алынған һуң Игенгә хаҡ бөгөн былтырғы хаҡтарға
       ҡарағанда күпкә күберәк, һәм был һуңғы сик тип әйтеүҙән йыр аҡ. Иген һатыуҙы һорап республика етәкселәренә сит өлкәләрҙә н йыш мөрәжәғәт итәләр. Ә һорау, билдәле булыуынса, тәҡдим т ыуҙыра. Тик был тәҡдим ни өсөндөр йышыраҡ шәхси характерҙа б ула башланы: игенде бер ниндәй рөхсәтһеҙ ситкә һатыу күптәр өсөн ғәҙәти практикаға әйләнде.
       Баҙарҙы ҡаты контролдә тотоу мәжбүри һәм мотлаҡ сара бу лып тора. Хәҙер игендең бер тоннаһы ла БР Ауыл хужалығында б улдырылған махсус комиссияның рөхсәтенән тыш Башҡортостандан
       ситкә сығарылмаясаҡ. Әйтелгән комиссия иһә республика игене
       менән ҙур партияларҙа баҙар конъюнктураһын иҫәпкә алып һаты у итәсәк.
       Кемгәлер бәлки был сара оҡшамаҫ та, игенселәр йәй буйы яҡшы эш күрһәттеләр, бер аҙ аҡса эшләп алһалар ҙа ҡамасаулам аҫ, йәнәһе. Аҡса эшләһендәр, әлбиттә, әммә дәүләт игенен әрә м - шәрәм ите ү юлы менән түгел. Уға ҡалһа иген продукцияһын
       -- он, ярма кеүек әйберҙәрҙе һатыуҙы бер кем дә тыймай бит. .. Һан яғынан да, сифат яғынан да бында бер ниндәй ҙә сикләү
       юҡ. Һүҙ баҙарҙы ябыу тураһында ла түгел, ә иген баҙарын ре спублика файҙаһына ҡаты контролдә тотоу тураһында бара.
       Әлбиттә, бөгөн игенгә хаҡтарҙың артыуын иҫәпкә алғанда уны һатыу отошло тип уйларға мөмкин. Әммә был тәү ҡарашҡа ғы на шулай. Яҡшы ғына итеп уйлағандан һуң һөҙөмтәнең бөтөнләй hjemqe төрлө икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ. Игендән етештерелгән п родукцияны һатып республика бюджетын өҫтәмә байыта, тимәк, х алыҡ үҙсиратында эш урындары һәм эш хаҡы менән тәьмин ителә сәк тигән һүҙ.
       -- Икмәк менән шаярырға ярамай, -- тип билдәләне вице -
       премьер. Барлыҡ транспорт хеҙмәттәре был турала иҫкәртелгән . Әгәр ҙә игенде рөхсәтһеҙ һатыу осраҡтары була икән, ул саҡ та инде закон буйынса яуап та тоторға тура киләсәк.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал