6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

"Заман ҡатыны ваҡыт менән бергә атларға тейеш"
04.03.05


       Тағы бер нисә көндән яҙ һәм матурлыҡ байрамы - 8 Март ет әсәк. Урамдағы ҡояш та ошо турала иҫкәртә, "Башинформ" аген тлығына үҙҙәренең яҡшы кәйефтәре менән уртаҡлашырға килгән ҡ атын - ҡыҙҙар ҙа матурлыҡтың был донъяла ҙур роль уйнауына
       дәлил булып тора. Матбуғат конференцияһы залында эш мөхите хөкөм һөрмәй бөгөн, һүҙ ҙә проблемалар тураһында түгел, ә ма турлыҡ хаҡында бара. Беренсе булып һүҙҙе Башҡорт ҡатын - ҡыҙ ҙары йәмғиәте идаралығы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдыҡова ала һәм башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары
       хәрәкәтенең тарихы менән таныштыра. Ул 1917 йылдың июлендә , Ырымбурҙа үткән Бөтә башҡорттар съезы - ҡоролтайында 16 йә шлек Рабиға Ҡушаеваның ҡатын - ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер рәтт ән гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡ бирелеүен талап итеп яһаған с ығышынан башлана.
       - Сығышын ул :"Ҡатын - ҡыҙ - милләттең әсәһе һәм быны аңл арға ваҡыт!" - тигән һүҙҙәр менән тамамлай.
       Бөгөн башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары шулай уҡ власть органдарынд а ҡатын - ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер рәттән урын бирелергә тей ешлеге тураһында һүҙ алып бара.
       - Парламентта күп йылдар эшләү дәүерендә мин ирҙәрҙең нис ек эшләгәнен күрәм. Улар иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү мен ән мәшғүл, социаль һорауҙар иһә ситтә ҡала, - тип билдәләне Гүзәл Рамазан ҡыҙы.
       Һуңғы ун йылда БР Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары йәмғиәте тарафы нан ҡатын кешенең абруйын күтәреү маҡсатында күп эш башҡарыл ған. Улар беренсе булып 2001 йылды Әсә йылы итеп иғлан итеү
       тәҡдиме менән Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт итә. Бөгө н башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының Башҡортостан һәм Рәсәйҙең влас ть органдарына бер нисә тәҡдим менән мөрәжәғәт итеүе билдәл е, улар араһында баланы өс йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса тү ләүле отпуск, торлаҡҡа беренсе взносты бөтөрөү тураһында БР һәм РФ закондары ҡабул итеү, РФ профессиональ армияһы тураһы ндағы законын ҡарау хаҡында тәҡдимдәр бар. Ҡатын - ҡыҙҙар ми лли һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Йәмғиәт идараһы рәйесен ең һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканан ситтә йәшәүсе башҡортт а иғтибарһыҙ ҡалырға һәм үҙҙәрен тыуған яғынан айырылған ите п тойорға тейеш түгел. Үткән йыл, мәҫәлән, Яр Саллы ҡалаһынд а тәүге башҡорт мәктәбе асылды, әлеге ваҡытта Татарстанда ба шҡорт телендә республика гәзите сығарыу тураһында һүҙ алып б арыла.
       Йәмғиәттең төп бурысы - башҡорт халҡының йолаларын һәм әс ә телен һаҡлап ҡалыу. Бының өсөн, беренсе сиратта, ҡатын - ҡ ыҙ үҙе башҡорт телен белергә тейеш, милләттең үҙ мәҙәниәтен һәм йөҙөн һаҡлап ҡалыу унан тора.
       Һөйләшеүҙең дауамы булып "Ватандаш" журналының бүлек мөх әррире Эльвира Халиҡованың "Красота - слово женского рода" т ип исемләнгән китабының презентацияһы торҙо.
       - Минең журналист эшмәкәрлегем бик күп ҡатын - ҡыҙҙар мен ән осрашыу бүләк итте, улар очерк һәм мәҡәләләр, һуңынан - о шо китаптың героинялары булып китте, - ти Эльвира. - Был гүз әл заттар әүҙем, маҡсатына ынтылыусы кешеләр, рухи яҡтан бай , аҡыллы сыҙамлы, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ күңелле, мөләйем, нә фистәр ҙә, улар - эшҡыуарҙар, ғалимдар, уҡытыусылар, музыкан ттар, судьялар, шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле әсә һәм ир ҡатын дары ла.
       Яҙыусының фекере буйынса, заман ҡатыны ваҡыт менән бергә атларға һәм шул уҡ ваҡытта үҙ тамырҙарын онотмаҫҡа ла тейеш.
       Былар барыһы ла тулыһынса томошҡа ашһын өсөн уның эргәһендә
       ысын ир - егет булыуы мотлаҡ. "Был йәһәттән минең героиняла рым уңған", - тип өҫтәне Эльвира Халиҡова.
       Әйткәндәй, героиняларҙың портреттары бирелгән был йыйынт ыҡ Төрки иле ҡатын - ҡыҙҙарының икенсе конгресында иғлан ите лгән конкурсҡа ҡуйыла, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
       премияға тәҡдим ителәсәк, конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһ ала. Авторға уңыш һәм шәхси тормошонда бәхет теләргә ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал