6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Интернет - көйәрмәндәр иң бай команда - "Салауат Юлаев" бул ырға тейеш тип һанай
04.03.05


       Спорт командалары етәкселеген иң ҡыҙыҡһындырғаны - бюдж ет һәм бағымсыларҙан мөмкин тиклем күберәк аҡса "һығыу" - Рә сәйҙә профессиональ спорт аҡса килтермәүе билдәле. Клуб вәки лдәре журналистар менән һөйләшкәндә һәр ваҡыт "Бында беҙгә б иреп еткермәнеләр, тегендә ҡыҫып ҡалдырҙылар. Ә һеҙ һәр ваҡы т бюджеттары ҙур булғандар тураһында ғына яҙаһығыҙ. Бына беҙ
       донъя беренселектәрендә республика һәм ил намыҫын яҡлайбыҙ,
       ә бына быларҙың аҡсаһы күп тә файҙаһы юҡ, тегеләр "ЗЮ" лига һында уйнай, әммә улар тураһында миҙгел тамамланғас та өс аҙ на буйы бар гәзиттәрҙә яҙҙылар..." - тип зарланырға ярата.
       Халыҡтың иң яратҡан һәм хөрмәт иткән спорт төрҙәрен асыҡл ау маҡсатында беҙ интернет - көйәрмәндәргә "Республика ҡайһы
       спорт клубы үҫешенә иң күп аҡса индерергә тейеш" тигән һор ау менән мөрәжәғәт иттек. Алынған яуаптар теге йәки был кома нданың абруйын теүәл сағылдыра, тип ышанып булмай, әлбиттә, шулай ҙа уларҙан билдәле һығымталар яһарға мөмкин.
       Шулай итеп, тауыш биреү 17 февралдә сәғәт 12. 00 - дә баш ланды һәм 2 март сәғәт 13. 00 - гә тиклем дауам итте. Бер ко мпьютерҙан тәүлегенә бер тауыш ҡына бирергә мөмкин ине, тимә к тоғро һәм ныҡыш көйәрмән яратҡан командаһына бер юлы 13 та уыш килтерә ала ине тигән һүҙ. Әммә ундайҙар табылмаған, күр әһең. Барлығы беҙ 800 - ҙән ашыу тауыш йыйҙыҡ. Әммә тауыш би реүселәрҙең адрестарында "ҡаҙына" башлағас, ҡайһы бер көйәрм әндәрҙең яратҡан командаларының "копилкаһын" тултырыуҙа бик үк намыҫлы булмаған алым ҡулланыуҙары асыҡланды. "Бәләкәй х акерҙарҙың" кликтарын ҡарап, беҙ барлыҡ "пират" өҫтәмәләренә н ҡотолдоҡ. "Салауат Юлаевтан" 20 тауыш, "Нефтяник" футбол к лубынан - 82, "Энергетиктан" 89 тауыш алырға тура килде. Бил дәһеҙ "хәйләкәр төлкө" "Нефтяник Башкортостана" клубына иң күп "мәрәй" өҫтәгән - һөҙөмтәлә Юрий Маричевтың командаһы 13 6 хакер тауышына "байыған".
       Шулай итеп, йомғаҡтар яһайбыҙ:
       Барлығы - 478 тауыш. 1. "Салауат Юлаев" ХК (Өфө) - 44, 8 процент. 2. "Нефтяник" ФК (Өфө) - 25, 1 процент. 3. "Энергетик" ВК ( Өфө) - 10, 3 процент. 4. "Содовик" ФК ( Стәрлетамаҡ) - 5,9 процент. 5. "Нефтяник Башкортостана" ВК ( Өфө) - 5 процент. 6. "Алиса" ГК (Өфө) - 2,7 процент. Ҡалғандарына бирелгән тауыштар күп түгел. Ғәбдрахман Ҡадиров
       исемендәге спорт клубы, "Нефтехимик" ( волейбол), "Торос"( хоккей), "УГНТУ - ВНЗМ" (гандбол) һәм "Авиабаскет" процент я рым да йыя алманы. Бер команда бөтөнләй тауышһыҙ ҡалды - "Пр ометей" ҡатын - ҡыҙҙарҙың волейбол клубына йәлләп булһа ла т ауыш биреүсе булманы.
       Был тауыш биреүҙән ябай һығымта яһарға була. Интернет ме нән файҙаланыусылар спорттың классик команда төрҙәрен хуп кү рә. Бик үк көслө булмаған футбол Рәсәйҙә үҫешкән һәм танылыу
       алған башҡорт волейболын ҡыҫырыҡлап сығарҙы. "Салауат Юлаев тың" алда тороуы шик тыуҙырмай - команданың бәләкәй, әммә ой ошҡан интернет - фанаттар армияһы бар.
       Респонденттарҙың бик аҙы ғына "Республика ҙур спортҡа аҡс а түгергә тейеш түгел" һәм "Һәр командаға аҙлап булһа ла аҡс а бүлергә тейеш" тигән пунктта туҡталған. Бынан халыҡҡа ҙур спорт кәрәк, улар стадионға килергә һәм республиканың намыҫы н яҡлаусы профессионалдарҙы дәртләндерергә әҙер тигән һығымт а яһарға була. Тимәк көйәрмәндәрҙең күбеһе унлаған "уртаса" командаға ҡарағанда бер, әммә ҡеүәтле һәм бай клуб күрергә т еләй. Һәр фанаттың үҙ клубын Рәсәй чемпионы итеп күрергә тел әүе аңлашыла, әлбиттә, әммә һәр береһенә ярауы ҡыйын.
       Лидерҙар араһында Салауатта бик ҙур абруй менән файҙаланғ ан "Нефтехимик" булмауы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, Ғәбдрахман Ҡадир ов исемендәге спорт клубы барлығы алты тауыш йыйҙы, күптәр я ратҡан "Нефтяник Башкортостана" клубының да күрһәткестәре ҙу р түгел. "Ниңә ул ваҡытта стадиондар тулы һуң" - тиһегеҙме  Был спорт клубтарына бирелгән тауыштарҙың түбән проценты к өйәрмәндәрҙең күбеһенең интернетҡа инә алмауына бәйле: улар йә өлкән быуын кешеләре, йә иһә донъя селтәренә инеү мөмкинс елегенән мәхрүм йәки уның менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал