6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Эшҡыуар ҡатын мутлыҡта ғәйепләнә
03.03.05


       Дүшәмбе көнө, 28 февралдә, Бәләбәйҙә ҙур шау - шыу тыуҙ ырған суд процесы башланды. Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә - 4 8 йәшлек Нәзирә Мусина. Юғары иҡтисади белемле ҡатын мутлыҡт а һәм кеше аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Ғәйепләүсе сифаты нда Мусинаның "эшмәкәрлеге" һөҙөмтәһендә зыян күргән ете кеш е сығыш яһай.
       Барыһы ла 2000 йылда, Мусина процент өҫтәп түләргә вәғәҙә
       итеп бурысҡа аҡса йыйырға тотонғас, башлана. Магазиндар сел тәре, шул иҫәптән ҡалалағы иң ҙур "Дружба" универмагы хужаби кәһе, кредиторҙарға был аҡса эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә: тауар һ атып алырға, банктан алынған ссуданы ҡапларға һ. б. тип аңл ата һәм беренсе талап итеүҙән үк бурысын түләргә вәғәҙә бирә , уның ҡултамғаһы ҡуйылған документ та быны раҫлай.
       - Мусинаның һис шикһеҙ ышандыра белеү таланты, ниндәйҙер психологик һәләтлеге, артислығы бар, - тип һөйләй зыян күреү селәрҙең береһе Владимир Запалин. - 2001 йылдың авгусында ми н уға айына 10 процент менән 50 мең һум бирҙем. Төҙөлгән рас писка буйынса ул мин аҡсаны биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткәс үк
       бер һүҙһеҙ бурысын ҡайтарырға тейеш ине. Мин бер тапҡыр ғы на һораманым унан, әммә ошоға тиклем аҡсамды кире ҡайтара ал ғаным юҡ. Ә нисек вәғәҙәләр бирә белә бит әле ул, йәнәһе, ми нең бында ла магазиным бар, тегендә лә. Бар әйберҙе һатып бө тһәм бөтәм, әммә бурыслы ҡалмаясаҡмын!
       Проценттарҙың ҙур булыуы береһен дә ғәжәпләндермәй. Ҙур б улмаған ҡалала Мусинаны барыһы ла уңышлы эшҡыуар булараҡ бел ә, уның сауҙа нөктәләрендә һәр ваҡыт һатып алыусылар өйкөлөш ә, ә иң мөһиме, кешеләр уның күпме кредиторы булыуын белмәй.
       - Мин кредиторҙар күп булһа бер биш кешелер, тип уйлағай ным, - тип һөйләй Людмила Андреева. - Башта мин Мусинаға 25 мең һум бирҙем. Был сумманы ул проценттары менән кире ҡайтар ҙы. Һуңынан 180 мең һум бирҙем һәм иптәш ҡатынымды ла килтер ҙем. - Мусина бурысҡа бирергә мөмкинселеге булған таныштарға
       ла хәбәр итеүебеҙҙе һорағайны.
       - Яңы кешеләр йәлеп итеү иҫәбенә Мусина ҡайһы бер кредито рҙарға бурысын ҡайтара, - тип һөйләй Владимир Запалов. - Бер енсе сиратта уға янай башлағандарға, әлбиттә. Аҡсаны ҡайтары п бирергә ризалыҡ биргәнсе уны хатта подвалға ла бикләп ҡуял ар...
       Эш буйынса 110 зыян күреүсе үтә, әммә уларҙың ҡайһы берҙә ре әйтеүенсә, ысынбарлыҡта уларҙың һаны 250 тирәһе. Тикшереү
       мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылдан 2004 йылға тиклем мут ҡат ын 24 миллион һум, 198 мең доллар һәм 3,5 мең евро "йыя".
       Ғәйепләнеүсе барлыҡ кредиторҙар менән дә иҫәпләшә алмаҫын
       алдан белеп тора, тип яҙыла ғәйепләү ҡағыҙында. Үҙенең иҡти сад, бухгалтер иҫәпләүҙәре өлкәһендәге белемен файҙаланып, ул был урлауҙарға финанс - хужалыҡ эшмәкәрлеге төҫөн бирә. А ҡса сейфта һаҡлана һәм бер ниндәй сикһеҙ тотонола. Мусина Өф өлә ире йә башҡа туғандары исеменә күсемһеҙ милек һатып ала.
       Ғәйепләнеүсенең тормош иптәше, шәхси эшҡыуар, ҡатынының шөғ өлө менән таныш була һәм уға әүҙем ярҙамлаша.
       - Мусинаға мине танышым алып барҙы, - ти Анна Горелова. -
       Бик тәртипле ҡатын, аҡса алып торҙо һәм бер ниндәй проблема һыҙ ҡайтарып бирҙе тигәс, мин дә бурысҡа 20 мең һум бирҙем. Әммә бары тик 2 меңен генә ала алдым. 20 мең минең өсөн ҙур сумма, шуға күрә Мусинанан бурысын ҡайтарыуҙы талап итә башл аным. Башта Мусина ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға һылтанды, артабан
       осрашыуҙарҙан ҡаса башланы, һуңынан асыҡтан - асыҡ итеп: "Ү ҙегеҙҙе лә, мине лә йонсотмағыҙ. Ул аҡсаларҙы һеҙ күрмәйәсәк һегеҙ", - тип белдерҙе. Был хәл 2004 йылдың яҙында булды.
       Был ваҡытҡа ғәйепләнеүсе барлыҡ мөлкәтен башҡаларға күсер еп яҙырға өлгөрә, "Дружба" универмагы акциялары килемһеҙ хаҡ ҡа һатыла. Ҡулға алыныу ваҡытына, 2004 йылдың декабренә, уны ң исемендә бер ниндәй ҙә мөлкәт булмай.
       - Бик оятһыҙ булып сыҡты, ә беҙ артыҡ ышанып барабыҙ, - т ип таный Владимир Запалов.
       Судта ғәйепләнеүсе зыян күреүселәрҙең һүҙен кире ҡаҡманы.
       Мусинаға ялланған адвокаттың сығышы буйынса, уның яҡланыусы һы граждандар законын ғына боҙған. Йәнәһе, средстволарҙы ул кредиторҙар менән иҫәп - хисапты өҙөр өсөн ысынлап та эшҡыуа рлыҡҡа тотонған. Тимәк, бында енәйәт составы юҡ.
       Йөҙләгән зыян күреүсе ҡатнашҡан күп томлыҡ был енәйәт эше
       - бер көндә хәл итә торғандарҙан түгел, әлбиттә. Шуға күрә һығымталар яһарға иртәрәк әле. "БАШвестЪ" Бәләбәйҙә ваҡиғала р үҫешен күҙәтеп бара.
       Зыян күреүселәрҙең исем - фамилиялары үҙгәртелде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал