6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡортостан Пассионария иҫтәлектәрендә
03.03.05


       Уның исеме - Долорес Ибаррури. Пассионария булараҡ та т аныш ( журналист псевдонимы), был исем испан теленән тәржемә
       иткәндә ялҡынлы тигәнде аңлата.
       Коммунистар һәм эшселәр хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре До лорес Ибарруриға Башҡортостанда ла йәшәргә һәм эшләргә тура
       килә. Коминтерндың башҡа етәкселәре менән бергә ул Өфөгә 19 41 йылдың октябрь айында килә һәм 1943 йылдың февраленә тикл ем була. Башҡортостандың баш ҡалаһы был йылдарҙа Коммунистик
       Интернационал Башҡарма комитетының эш урыны итеп биләдләнә .
       Миңә был ҡатын менән бер тапҡыр телефондан һөйләшергә ту ра иклде. Долорес Ибаррури былай тине:
       - Беҙ Башҡортостанда бик күп эш башҡарҙыҡ. Минең хәтеремд ә зәңгәр күк йөҙө, алыҫҡа йәйелгән киңлектәр ҡалған. Унан ты ш - халыҡтың рухи матурлығы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡ атын - ҡыҙ һәм үҫмерҙәрҙең батырлығын онотоуы мөмкин түгел.
       Испания ҡыҙының Башҡортостанда йәшәүе һәм эшләүе хаҡында
       Долорес Ибарруриның "Миңә Испания етмәне" тип аталған иҫтәл ектәр китабының икенсе томынан уҡып белергә була. Китап Мәск әүҙә баҫылған. Унда бер нисә бүлек Башҡортостанға арналған, автор Өфөлә үҙе меәнн бергә эшләгән Пальмиро Тольятти, Морис
       Торез, Вильгелм Пик, Андре Марти, Велко Влаховичты ла иҫкә
       алып китә.
       Әйҙәгеҙ, Долорес Ибарруриның мемуарҙарына мөрәжәғәт итәйе к. Бүлектәрҙең береһе "Башҡортостанда" тип атала.
       "Гитлер ғәскәрҙәре һөжүменең хәүеф тыуҙырыуын иҫәпкә алып
       ( улар Мәскәүгә яҡынлашҡан ине инде ), Коминтерн етәкселеге
       Өфөгә, Башҡортостан автономиялы республикаһының баш ҡалаһын а күсергә ҡарар итте...
       Өфө тураһында нимә белә инек беҙ Алыҫ ҡала, уға, әйтеүҙә ренсә, ун алтынсы быуатта нигеҙ һалынған, Урал тауҙарына тик лем һуҙылған Башҡорт автономиялы совет социалистик республик аһының баш ҡалаһы булып тора, ә Урал тауҙарының һул һәм уң я ҡ итәгендә ике континент - Европа һәм Азия - бер - береһен т әбрикләй...
       Беҙҙе ике йыл дауамында башҡорт, татар, рус, башҡа күп т өрлө милләт халҡы араһында йәшәү һәм эшләү көтә ине...
       Өфө хеҙмәтсәндәре, барлыҡ Советтар Союзы кеүек үк, агресс орға ҡаршы һуғышҡа күтәрелде. Өфөлөләр беҙҙе туғандарындай к үреп ҡаршы алды: Коминтерн хеҙмәткәрҙәрен урынлаштырыу өсөн Пионерҙар һарайын, төрлө илдәрҙән килгән революционерҙарға -
       "Башкирия" ҡунаҡханаһын ( бөгөн "Башҡортостан" ҡунаҡхана ко мплексы - ред.) бүлде.
       Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең урындағы халыҡ менән аралашырға ваҡытыбыҙ ҙа ҡалмай ине. Тәүлек әйләнәһенә, ялһыҙ эшләйбеҙ. Таң атҡанда эштән ҡайтабыҙ, йорттарҙың беренсе ҡатын ҡаплаға н көрттәрҙе йырып һалынған тар һуҡмаҡ буйлап үтәбеҙ. Ҡайһы в аҡыт һалҡын 40 градусҡа етә, был ваҡыт күк йөҙө иҫ киткес зә ңгәр төҫкә инә, матур булып ҡояш бата.
       Бөгөн ошо һыуыҡтарҙы хәтерләп, беҙ һуғыш ваҡытында кешелә рҙең сыҙамлы булыуына аптырайбыҙ, әммә беҙҙең ҡулдан килмәҫл ек бер нимә лә булмауына ышаныс көслө булды. Энтузиазм һәм е ңеүгә оло ышаныс алға әйҙәне. Совет халҡының ҡыйыулығы һәм ү ҙ тыуған илен һаҡлап ҡалыуҙа тәүәккәллеге ошо ауыр шарттарҙа
       беҙҙең рухыбыҙҙы нығытты.
       Беҙ спартандарса, һуғыш ваҡыты шарттарына ярашлы йәшәнек. .."
       Долорес Ибаррури мемуарҙарының бер өлөшө "Татар ауылында
       юғалғандар" тип атала.
       "Йыш ҡына башҡорт иптәштәр, - тип яҙа Долорес, - мине төр лө митинг һәм йыйылыштарҙа ҡатнашырға саҡыра торғайны.
       Бер көнө иртән беҙ Борис Пономарев менән - ул ваҡытта Ком интерн аппараты хеҙмәткәре - ике урынлы асыҡ самолетта Куйбы шевҡа остоҡ. Мажараһыҙ булманы. Осоусы ни сәбәптәндер яңылыш ып самолетты бәләкәй генә татар ауылы эргәһенә ултыртты. Ауы л халҡы беҙҙе ҡурҡып һәм хәүефләнеп ҡаршы алды. Һуғыш ваҡыты нда был аңлашыла ла.
       Ҡайҙан һәм кемлегебеҙҙе аңлатҡас, беҙҙе тиреләр менән ҡап ланған киң эскәмйәле йортҡа урынлаштырҙылар... Мейес геүләй,
       осҡондар оса. Был изге күңелле кешеләр беҙҙе һыуыҡтан һаҡл ар өсөн шул тиклем тырышып ташланы, мин тирләп, эҫенән тын а ла алмай уяндым. Иртә менән врач саҡырырға тура килде һәм ул
       мине аяҡҡа баҫтырып, юлды дауам итерлек хәлгә килтерҙе. Был
       йорт хужабикәһенә иҫтәлеккә мин испан яулығы бүләк иттем... " Иҫтәлектәрҙе һүҙмә - һүҙ тип әйтерлек килтерәбеҙ. Бәлки кемдер мәжбүри туҡталыш ваҡытында Долорес Ибаррури менән оср ашыуын хәтеренә төшөрөр.
       Өфөлә ауыр ваҡыттарын үткәрә Долорес. Ошонда ул ҙур юғалт ыу кисерә - улы Рубендың Сталинград эргәһендә һәләк булыуы т ураһында хәбәр ала.
       "Ҡайғым тураһында нимә әйтә алам" - тип яҙа ул. - Иң тәр ән ҡайғыларҙың береһе - улын юғалтҡан әсә ҡайғыһы. Донъяға т ыуҙырған алты баламдан бары Амайя ғына ҡалды".
       Әйткәндәй, һуғыш йылдарында Амайя шулай уҡ Башҡортостанда
       була, Кушнаренда Коминтерн мәктәбендә уҡый. Ул йылдарҙы йыл ылыҡ менән иҫкә ала. Хаттарының береһендә уның хаҡында шиғыр
       яҙған шағир Ғилемдар Рамазановҡа рәхмәтен белдерә.
       Өфөлә, Хосе Диастың үлеменән һуң, Долорес Ибаррури Испани я Компартияһының Генераль секретаре вазифаһын башҡара.
       Икенсе март - В. И. Ленин инициативаһы буйынса булдырылға н Коммунистик Интернационал конгресы асылыуы көнө. Долорес И баррури Коминтерндың Башҡарма комитетында эшләүсе берҙән - б ер ҡатын - ҡыҙ булғандыр, моғайын. Ул Мадридта йәшәй һәм ваф ат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал