6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Бишле" алһаң - шәкәрле ҡалас һинеке
03.03.05


       Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең һуғыш яландарында ғына түгел, икмәк баҫыуҙарында ла, конструктор бюроларында ла, гопиталдә рҙә лә ... яуланыуы хаҡында һәр беребеҙ иҫләргә тейеш. Беҙҙе ң республика ауыр йылдарҙа оборонаны авиация моторҙары, юғар ы сифатлы ҡорос, нефть продукттары, элемтә кәрәк - ярағы һәм
       башҡалар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Бының өсөн Б ашҡортостанға күп предприятие һәм цехтар күсерелә, уларҙың б ереһе РТИ - резина техник изделиелар заводы. 1941 йылдың окт ябрендә Дәүләт оборона комитеты Өфөгә Ярославлдән "Резинотех ника" һәм Ленинградтан "Красный треугольник" заводтарын эвак уацияларға тигән ҡарар ҡабул итә. Шулай итеп Башҡортостанда сәнәғәттең яңы - резина - техник - тармағы барлыҡҡа килә.
       Өфө заводынан фронтҡа аэростат, десант кәмәләре һәм понто ндар, Хәрби - Диңгеҙ Флотына һыу аҫты костюмдары, һыу һаҡлау
       өсөн һауыттар, ҡотҡарыу техникаһы, техник һәм баллон тауарҙ ар, тауар елеме, хәрби госпиталдәр өсөн медицина клеенкаһы һ әм башҡалар оҙатыла.
       Тиҙҙән, 18 мартта, завод үҙенең тыуған көнөн билдәләйәсәк : уға 63 йәш тула. Ошо дата һәм Еңеү көнө алдынан предприят ие ветерандары республиканың Милли музейында Өфөнөң 96 - сы лицейы уҡыусылары менән осрашты.
       Владимир Иванович Савельев:
       - Беҙҙең быуынға ауырға тура килде. Мин Ярославль балалар
       йорто тәрбиәләнеүсеһе, 1939 йылда 14 йәшлек үҫмер булып зав одҡа эшкә килдем. Һуғыш башланғас беҙҙе Өфөгә ебәрҙеләр. Еңе л булманы: декабрь айынан башлап өс ай буйы пристандә ҡорам алдар бушаттыҡ. Уларҙы ташыу өсөн бары өс трактор бар ине, ҡалғанын көнө - төнө елкәлә ташырға тура килде. Һөнәрем буйы нса мин - токарь, әммә минең станогым урынлаштырылмау сәбәпл е, монтаж менән шөғөлләнергә тура килде.
       Тәүге продукция етештереү беҙҙең өсөн оло шатлыҡ булып хә терҙә ҡалды!
       1942 йылда армияға саҡырыу алдым, туғыҙ ай буйы Алкинола пулеметсылар мәктәбендә уҡыным. Тәүге тапҡыр һуғышҡа Курск д уғаһында индем. Еңеүҙе Прага эргәһендә, Чехословакияла ҡарш ыланым. Заводҡа 1947 йылда әйләнеп ҡайттым, һуңыраҡ авиация техникумын тамамлағас, йорттар төҙөнөм. Бөгөн предприятиенан
       100 метр алыҫлыҡта йәшәйем һәм йыш ҡына үҙем менән бергә эш ләүселәрҙе хәтергә төшөрәм...
       Валентина Николаевна Смирнова:
       - Һуғыш башланғанда миңә 19 йәш ине. Мин был көндәрҙе яҡш ы хәтерләйем: немец Мәскәүгә яҡынлаша, беҙҙе өсөнсө ноябрь к өнө тауар вагондарына ултырттылар, ошонда уҡ завод ҡорамалда ры ла тейәлгәйне. Бер ай буйы юлда булып, Өфөгә беренсе дека брҙә генә барып еттек. Ниндәй юлдан, ҡайҙа алып барыуҙарын б елмәйбеҙ. Санитар составын бомбаға тотҡан көнө бигерәк ҡурҡы ныс булды.
       Өфөлә беҙҙе сатлама һыуыҡ һәм ҡунаҡсыл өфөлөләр ҡаршы алд ы. Рәхмәт уларға. Вагондарҙа йәшәнек, элекке һыра ҡайнатыу з аводында эшләнек. Ул беҙҙең ҡорамалдарға яраҡлаштырылмаған, стеналар боҙ менән ҡапланған ине. Кем генә булып эшләргә тур а килмәне. Мин ҡарауылсы булып та эшләнем: толоп кейгән, ҡул ына таяҡ тотҡан йәш кенә ҡыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. 1942 й ылдың апрелендә, бала табырға әҙерләнеүем сәбәпде, мине стол яркаға күсерҙеләр. Тап ошо ваҡытта Өфөгә блокада үткән Ленин град халҡын килтерә башланылар. Беләһегеҙме, улар тере мәйет
       ине, аҙыҡты күрә лә алмайҙар, бер нисә көн йәшәп үлгәндәр к үп булды. Уларҙы һуңғы юлға оҙатыу өсөн табут эшләп өлгөртә алмайбыҙ...
       Тәүлегенә бер тапҡыр ашайбыҙ, ул ваҡытта карточка система һы ине. "Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн" тигән уй
       ауырлыҡтарҙы үткәрергә ярҙам итте. Артабан мин мастер булып
       эшләнем, аэростаттар өсөн туҡыма етештерҙек.
       Галина Леонидовна Козлова:
       - Тиҙҙән Гитлер Германияһын еңеүгә 60 йыл тулыуын билдәлә йәсәкбеҙ. Был байрам беҙҙең өсөн үтә ҡәҙерле, сөнки ошо көрә штә тыныслыҡ һәм азатлыҡ яуланды.
       1941 йылда беҙ Ярославлдән килдек. Үҙебеҙ менән ике матр ас, өс мендәр, юрған һәм бер сумаҙан әйбер генә алғайныҡ. Эш елондарҙа ике ай буйы килдек: сентябрҙә сығып киткән инек, д екабрҙә Өфөгә килеп еттек. Бик ҡыйын булды, тик нимә эшләйһе ң, һуғыш үҙенекен итә.
       Минең әсәйемде дүрт балаһы менән Сегәндәр яланындағы шәхс и йортҡа урынлаштырҙылар. Унда беҙ йыл ярым йәшәнек. Йыш ҡы на беҙҙе һыу баҫа ине, өйгә кәмәлә ҡайтабыҙ. Әгәр ашау яҡшы булһа, был да бәләгә һаналмаҫ ине. Әсәйем иртәнге алтынан кө нө буйы ике литр өйрә артынан сиратта тора. Мин бәләкәс һең леләрем өсөн "бишлеләр" алырға тырышам (мин етенсе синыфта,
       ҡустым - алтынсы синыфта уҡый инек). Яҡшы уҡыған өсөн беҙгә
       һарғылт шәкәр ҡомо һибелгән ҡалас киҫәге бирәләр: нисә " би шле" алаһың - шунса ҡалас һинеке. Ҡайтыуым була, һеңлеләрем
       миңә ҡулдарын һуҙа. Әсәйемдең балаларҙы ҡарарға ваҡыты ла б улманы, ул военкоматҡа барып фронттан ҡайтҡан ҡанлы бишмәт, мамыҡ салбарҙар алып ҡайтып йыуа. Беҙҙең бурыс - һалдаттарыб ыҙҙы кейендереү, таҙа кейем алып барып тапшырыу.
       Тиҙҙән беҙ бер ҡатынға фатирға керҙек, һәм һигеҙенсе сины фта мин өлгөлө мәктәпкә уҡырға барҙым ( бөгөн Өфөнөң 3 - сө гимназияһы). Артабан белем алыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмк ин түгел, һәм әсәйем ҡустым менән мине заводҡа эшкә алып кил де.
       Мин самолеттарға шассины нығытыу һәм парашюттар өсөн бау әҙерләйем, ҡустым токарь булып эшләй. Мин цех мастерына тикл ем "үҫтем", эшсе йәштәр өсөн киске мәктәпте тамамланым һәм с иттән тороп химия - технология техникумында уҡыным. Еңеүҙе б еҙ хеҙмәтебеҙ менән яҡынайттыҡ, заводтан сыҡмайынса 12 - шәр
       сәғәт эшләнек. Предприятиеның ул саҡтағы директоры Иван Пет рович Манвелов һәр ваҡыт беҙҙе рухи яҡтан дәртләндерә ине.
       Еңеү тураһындағы хәбәрҙе мин эшкә китеп барғанда ишеттем . Шунда уҡ беҙ ҡосаҡлаша, үбешә башланыҡ. Был тиҙҙән фронтта н беҙҙең атай - ағайҙарыбыҙ, ирҙәребеҙ ҡайта тигән һүҙ ине.
       Минең атайым Икенсе Украина фронтында һуғышты, Сталинградты  азат итеүҙә ҡатнашты, өс тапҡыр контузия алды.
       Һалдаттарыбыҙға ярҙам итеп, тылда эшләп беҙ Ватаныбыҙҙы һ аҡлап алып ҡалдыҡ. Шуға күрә мин үҫеп килеүсе быуынға патрио т булыуҙарын, Ватанды яратыуҙарын, тыныс тормош һәм бәхет бү ләк итеүсе өлкән быуынды онотмауҙарын теләйем. Беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын уларға...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал