6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Аҡса бар, аҡса буласаҡ
02.03.05


       Һуңғы арала аҡса тураһында йүләрҙәр генә уйланмайҙыр. Ль готаларҙы аҡса менән алмаштырыу, оҙайлы каникулдар менән баш ланған йыл, үткән һәм киләсәк байрамдар. Алда әле тулы бер й ыл бар... Бер һүҙ менән әйткәндә, аҡсаң булһа ла тыныс йоҡла п булмай, булмаһа, тағы ла ҡыйын. Ябай граждандарға ла, етәк селәргә лә ҡағыла был. Башҡортостан Республикаһының Финанс м инистрлығына ла ошоға тиклем йоҡо ҡайғыһы булманы - үткән йы лға йомғаҡтар яһалды, быйылғы йылға финанс схемалары билдәлә нде. Республика Финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән
       ултырышында ошо турала һүҙ барҙы ла инде. Ултырышта БР Хөк үмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, уның урынбаҫар ы - республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров, Рәсәй Фина нс министрлығының бюджет - ара мөнәсәбәттәр департаменты дир екторы Антон Силуанов, республиканың контроль һәм финанс орг андары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ур ынбаҫарҙары - финанс идаралыҡтары начальниктары ҡатнашты.
       Ултырышта Рәсәйҙең бюджет һәм һалым закондары үҙгәреүгә б әйле күп кенә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Иң элек БР Хөкүм әте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов былтырғы йылдың ҡ айһы бер йомғаҡтарын уҡып ишеттерҙе. Ул, республиканың Финан с министрлығы һәм уның территориаль идаралыҡтары йөкмәтелгән
       бурыстарҙы үтәне, тип билдәләне. Средстволарҙы һөҙөмтәле фа йҙаланыу һәм бюджетты тулыландырыу республикала иҡтисади үҫе шкә килтерҙе. Мәҫәлән, сәнәғәттә үҫеш 3,3 процент, төҙөлөштә
       - 4,5, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә - 10, сауҙала 17,8 проц ент тәшкил итте. 2004 йылда ауыл хужалығы продукцияһы сығары у 57,2 миллиард һум булды һәм элгәрге йыл менән сағыштырғанд а 1,6 процентҡа артты.
       Был ҡаҙаныштар республикаға Рәсәй төбәктәре араһында алды нғы урындарҙың береһен биләү мөмкинлеген бирҙе. Былтыр 369, 6 миллиард һум күләмендә баһаланған тулайым төбәк продукты Р әсәйҙәге эске тулайым продукттың 3 процентын тәшкил итә. Сал ьдолаштырылған финанс һөҙөмтәһе күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы һәм Урал федераль округтары төбәктәре араһында, Т өмән өлкәһенән ҡала, икенсе урынды биләй. Йыл йомғаҡтарына ҡ арағанда, республика йыйылма бюджет күләме буйынса Рәсәй суб ъекттары араһында туғыҙынсы урынды биләй.
       Шул уҡ ваҡытта әле Рәсәйҙә үткәрелеүсе һалым реформаһы ре спубликаның йыйылма бюджеты килемдәренә кире йоғонто яһай, т ине Рафаэль Байдәүләтов. 2004 йылғы килемдәр, 2003 йыл менән
       сағыштырғанда, 1,7 миллиард һумға кәмеп, 48,5 миллиард һум тәшкил итте. Бының сәбәбе - былтыр средстволарҙың 2003 йылда ғы 61,8 процент урынына 65,8 процентының Үҙәккә китеүе. Шуға
       ҡарамаҫтан, республика, сығымдар күләмен 2003 йыл кимәлендә
       һаҡлап ҡалып, социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәне. Былтыр сығымдар 48,2 миллиард һум тәшкил итте. Шуларҙың 51 проценты
       социаль - мәҙәни өлкәгә ( фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙә ­Ёәт, социаль сәйәсәт) бүленде. Капитал һалыуҙар был иҫәпкә инмәй. Мәскәүҙең йыйылма бюджетынан дөйөм сығымдарҙың 32 про центы, Татарстанда - 36, Санкт - Петербургта - 48, Һамар өлк әһендә 44 проценты ошо маҡсатҡа файҙаланыуын иҫәпкә алғанда,
       был һан беҙҙә ярайһы уҡ юғары. Башҡортостандың финанс орган дары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре темаһын дауам итеп, Айрат Ғәскә ров, 2004 йылда республикала бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм бюджеттан тыш фондтарға 114 миллиард һумдан ашыу түләү йыйыл ды, был 2003 йылдағыға ҡарағанда 7,4 процентҡа күберәк, тип билдәләне.
       Республика ҡалалары һәм райондары бюджеттарын үҙ средств олары менән тулыландырыу йәһәтенән яҡшы эшләне, тине БР фина нс министры. Улар буйынса план үтәлеше йыллыҡ планға ҡарата уртаса 105,8 процент тәшкил итте. Һуңғы өс йыл эсендә тәүге тапҡыр ул барлыҡ ҡалалар һәм райондар тарафынан үтәлде йә ар ттырып үтәлде.
       Әммә бының менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Айрат Ғәск әров билдәләүенсә, быйылғы йыл ябай булмаясаҡ. Федераль бюдж еттан финанс ярҙам күләме кәмей, шул уҡ ваҡытта республика ҡ аҙнаһына сығымдар баҫымы арта. Шуға күрә бюджетты тулыландыр ыу өсөн бөтә резервтарҙы йәлеп итеү мөһим. Республика ҡаҙнаһ ының һәм урындағы бюджеттарҙың үҙ килем базаһын үҫтереү быйы лға тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә.
       Рәсәй Финанс министрлығының бюджет - ара мөнәсәбәттәр деп артаменты директоры Антон Силуанов ултырышта ҡатнашыусылар а лдында бюджет - ара мөнәсәбәттәрҙе реформалау менән бәйле пр облемаларға туҡталды.
       Антон Силуанов Рәсәй Хөкүмәтенең бюджет - ара мөнәсәбәттә рҙе реформалау программаһын төҙөгәндә ҡайһы бер мөһим мәлдәр ҙе иҫәпкә алмауын таныны. Улар Рәсәйҙең Бюджет кодексына төҙ әтмәләр индереү юлы менән яйға һалынасаҡ. Атап әйткәндә, суб ъекттарға бюджеттарҙы тигеҙләү буйынса киңерәк хоҡуҡтар бире ләсәк. Ошондай ҙур үҙгәрештәр барған саҡта төбәктәр Үҙәктең ярҙамынан ситтә ҡалмаҫ, тине ул.

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал