6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Волейбол
02.03.05


       Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" командаһы плей - оффһыҙ торо п ҡалды. Һуңғы өс ярышта тай - брейктарҙа "Локомотив - Изумр уд" һәм "Искраға"бирешеп, беҙҙең волейболсылар миҙал һәм Ев рокубоктар өсөн көрәште киләһе миҙгелгә ҡалдырҙы - хәҙер Юри й Маричевтың командаһы суперлигала ҡалыу өсөн көрәшәсәк. Өфө лөләр был миҙгелдә яуаплы бишенсе партияларҙа яҡшы уйын күрһ әтә алмай. "Нефтяниктар" 13 тай - брейктың һигеҙендә еңелде.
       Был миҙгелдә бирелгән партияларҙың береһендә генә булһа ла еңеү яуланһа, улар плей - оффҡа үтер ине. Әммә...
       Команда Одинцовонан әйләнеп ҡайтты, кәйефтәр шәптән булма уы аңлашыла. Әммә улар беҙгә интервью биреүҙән баш тартманы
       Файыҡ Сәлимов, "Нефтяник Башкортостана" волейбол клубы рәйесе:
       "Беҙҙең команданың әле плей - оффта булмауы тураһында уйл ауы ла ҡурҡыныс. Ни өсөндөр, белмәйем, әммә беҙҙең уйынсылыр
       яуаплы осрашыуҙарҙың иң мөһим мәлдәрендә биреште. Тай - бр ейкта 13 : 11 иҫәбе менән барһаҡ та, еңеүҙе "Нове" командаһы на бирҙек. Бишенсе партияларҙа һуңғы өс ярышта рәттән отолд оҡ. Уйынсыларҙың стартта яңылышыуын аңлай алам, әммә яуаплы мәлдә уларҙың быға хоҡуғы юҡ.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ике матчта осрашыу аҙағына Османи
       Гуанторена ышанысты аҡламаны. Самсонов менән Заковоротный ҙ а балҡыманы, үҙ кимәлендә сығыш яһаны -уларға оҙон буйлы вол ейболсыларҙың блогына ҡаршы торорға буй етеңкерәмәй. Европан ың иң көслө клубтарының береһе булған "Локомотив - Белогорье ның" "Динамоны" еңгәндән һуң чемпиондар лигаһында "Новеға" б ирешеүе лә беҙгә аяҡ салыу булды. Ә беҙ үҙебеҙҙең һәр мәрә йҙе ҡан һәм тир менән яулап алған инек".
       Николай Иванов, "Нефтяник Башкортостана" командаһы капита ны: "Беҙ ҡәнәғәт түгел, әлбиттә. Әммә дөйөм алғанда "Искраға " бирешмәнек - бары тик яуаплы мәлдә оҫталыҡ ҡына етеңкерәмә неүен билдәләгем килә".
       Османи Гуанторена: "Одинцово командаһына ҡаршы уйындың ик енсе матч аҙағында минең насарыраҡ уйнай башлауымдың бер нис ә сәбәбе бар. Тәүәккәләргә тура килде, сөнки ҡаршы яҡ беҙҙең
       тупты бик еңел ҡабул итә ине, бынан тыш ҡулым да тулыһын са төҙәлеп бөтмәгән. Киләсәккә пландармы Уларҙы волейбол фе дерацияһы билдәләй, әммә мин үҙем Өфө командаһында ҡалырға т еләр инем. Был яҡшы коллектив һәм киләһе миҙгелдә беҙ һис ши кһеҙ яҡшыраҡ уйнаясаҡбыҙ".
       Хәҙер "Нефтяник Башкортостана" командаһына киләһе миҙгел тураһында уйларға кәрәк - командаға суперлиганан сығыу янама й - конкуренттар көсһөҙ. Беҙҙең волейболсыларға икенсе төркө м аутсайдерҙарына ҡаршы уйнарға тура киләсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал