6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Йәйге төндә бер төш күрҙем...
11.09.03


       Был оппозиция гәзиттәре шәп нәмә булып сыҡты -- теге руло н итеп төрөлгән 3 һум 50 тинлектәре бөткәндә тием инде. Бер көнө мин ошо гәзит ишаратын үҙ маҡсатында файҙаланырға уйла ным да, ирекһеҙҙән яҙыуына күҙем төштө. Үҙенең "Эт йөрәге" әҫәрендә профессор Преображенский аппети тты боҙмаҫ өсөн ашағанда гәзит уҡымаҫҡа ҡушып дөрөҫ эшләгән,
       йәмәғәт. Шуның кеүек йоҡларға ятыр алдынан да бындай гәзитт әрҙе уҡырға ярамай икән, юғиһә минең кеүек төшөгөҙгә тҡот ос ҡос әйберҙәр инеп ҡуйыуы бар. ... Бына мин республикамдан ҡалған емереклектәр буйлап китеп
       барам. Унда - бында иҫән ҡалған мәктәп һәм мәҙәниәт йорттар ында шартлауҙар яңғырай, заводтарҙан ҡара йыландай булып не фть ҡалдыҡтары ағып сыға, буш баҫыуҙа хәлдән тайып йығылған крәҫтиән ята. Һәр бер мөйөштән миңә милиционерҙарҙың ҡулдары
       һуҙыла, бер ҡулдары менән улар үҙҙәренең конкуренттары -- б андиттарҙы туҡмай, икенсеһе менән минең кеҫәмә тығыла. Нимә булған минең тыуған яғыма Сеү! Ә быныһы кем Ул да булһа бе ҙҙең республикаға бәхет өләшергә килеүсе Мәсәү олигархы икән . Уның бер еңенән ас башҡорт еренә һәр төрлө байлыҡ һибелә, икенсеһенән "азатлыҡ", "тыныслыҡ", "туғанлыҡ" тип яҙылған бе йджиктар таҡҡан күгәрсендәр осоп сыға...
       Маңлайымдан һалҡын тир бәреп уянып киттем. Башымда Обл онский йортондағы кеүек, бөтәһе лә буталған: ҡайҙа дөрөҫлөк
       ҡайҙа ялған ҡайҙа төш ҡайҙа ысынбарлыҡ Тәҙрәгә ташландым : таң еле иҫә, күршелә урынлашҡан завод тыныс ҡына үҙенең эш ен дауам итә, атластай асфальт буйлап машиналар йүгерешә, яҡ таштарым эшкә ашыға... "Булдыра алмаҫһың!"--бер ситтәрәк ят ҡан теге гәзиттәргә асыулы ҡараш ташланым да, уларҙы төп маҡ сатында файҙаланырға йүнәлдем. Әйткәндәй, һеҙгә лә шуны кәңә ш итәм.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал