6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Галина Назарова: "Аттар был донъяны ябайыраҡ ҡабул итә..."
02.03.05


       Галина Назарова - атта һыбай йөрөү буйынса тренер. Был һ өнәр эйәләре йыш осрамай. Галина Алиевнаның был донъяла иң яратҡаны спорт һәм хайуандар һәм уларға былҡатын бар тормош он бағышлаған. Уның тормош иптәше - каратист, ике матур ҡыҙ үҫтерәләр. Олоһо Татьяна әсәһенең эҙҙәренән бара - ипподромд а юрттырыу бүлегендә эшләй, ярыштарҙа ҡатнаша.
       Галина Алиевна шулай уҡ ярыштарҙа ҡатнаша, бынан тыш ат -
       спорт мәктәбендә йәш спортсмендар тәрбиәләй һәм "Аҡбуҙат" и пподромында күптән түгел барлыҡҡа килгән "Белая лошадь" ат -
       спорт клубында балаларҙы һыбай йөрөргә өйрәтә. Уны балалар ҙа, аттар ҙа ярата, сөнки ипподромда унан да түҙемлерәк һәм тынысыраҡ тренерҙы эҙләп тә табырлыҡ түгел. Башта ир - ат ко ллегалары уны шаяртып та ала ине, йәнәһе, балалар һине иң из ге күңелле тренер тип атай, ә ысын спортсмен тәрбиәләү өсөн ҡаты ҡул кәрәк. Әммә ундай кеше түгел Галина Алиевна.
       - Минең үҙемдең тренерҙарым да тәрбиәле, мәҙәни кешеләр б улды, - ти ул.
       - Ә кем менән эшләүе ҡатмарлыраҡ, аттар менәнме әллә кеше ләр менәнме
       - Кеше менән, әлбиттә. Аттар донъяны ябайыраҡ ҡабул итә, сөнки уның тураһында күберәк белә. Улар ихласыраҡ, аңлыраҡ.. . Ә бына балалар ҡайһы ваҡыт үтә йомоҡ. Был уларҙың башына бик күп мәғлүмәт бирелгәндән киләлер - телевидение, интернет , улар һөҙөмтәлә үҙҙәренә ниндәйҙер ҡалҡан ҡуйырға мәжбүр.
       - Аттарға булған мөхәббәтегеҙ ҡайҙан килә
       - Мәктәпкә мине атайым алып килде. Ул ваҡытта миңә 12 йәш
       ине, ауырлығым 69 килограмм! Йыш ауырыным - быуындар ревмат измы, йөрәк тә насар эшләй. Ярты йыл самаһы атта шөғөлләнгән дән һуң мин барлыҡ ауырыуҙарымды ла оноттом. Мөғжизә! Буй - һыным нормаға килде, матур ҡыҙға әйләндем. Үҫмерлек комплекс тарым да юҡҡа сыҡты. Атҡа ултырыуым була, үҙемде батша ҡыҙ ы
       итеп тоя инем.
       - Көнө - төнө аттар янында. Ә шәхси тормошоғоҙ һуң
       - Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бер ваҡытта ла ябай егеткә и ғтибар итмәҫ инем. Ир - егет икән - бары ат өҫтөндә булырға тейеш! Һәм бына шундай егет осраны. Миңә аттарҙы ҡарашырға я рҙам итә ине. Туйыбыҙ бик матур булды - "тройка" егеп ҡала б уйлап үттек.
       - Галина Алиевна, ҡатын - ҡыҙҙан йәшен һорамайҙар, әммә һ еҙ бик йәш күренәһегеҙ - серен асығыҙсы.
       - Миңә 45 йәш. Ғәҙәттә ун йәшкә кәмерәк бирәләр. Ә сере ю ҡ уның. Ат үҙеңде формала тоторға мәжбүр итә. Физик шөғөллән еүҙәрҙән тыш энергетика ла үҙенекен итә. Ат бит ул үҙенсәлек ле хайуан, был күптән билдәле. Ул кешегә үҙенең ыңғай энерге тикаһын бирә, ауырыуҙарҙан дауалай. Юҡҡа ғына элек аристокра ттарҙың иртәнге сәғәт алтыла һыбай йөрөргә сығыу ғәҙәте булғ анмы ни Был ваҡытта барлыҡ мускулдар, эске органдар эш көнө нә ҡеүәтле этәргес ала.
       - Һеҙҙең аттар менән мауығыуығыҙ һыбай йөрөүҙәргә генә ҡа йтып ҡалмай, аттар тураһында китаптар, картиналар...
       - Эйе, эйе, эйе. Мин аттар тураһында китаптар уҡырға бик тә яратам. Картиналарға килгәндә иһә - был хайуандар менән т уҡтауһыҙ һоҡланғы килә. Художество мәктәбендә уҡытҡан сағымд а үҙем дә төшөрә торғайным.
       - Тәүге ярышығыҙҙы хәтерләйһегеҙме
       - Әлбиттә! Ул ваҡытта ат спорты менән шөғөлләнгән ҡатын - ҡыҙҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Һәм бына бер ваҡыт ат сабыштары. Мин килдем, әммә психология йәһәтенән әҙерлеге м самалы ине, ғөмүмән мин ярышта ҡатнашырға тип тә килмәгәйн ем. Тренер минең ҡулымдан эләктереп алды: "Тиҙ бул, кейен, к онкурҙа ярышасаҡһың!" Мин шул ваҡыт әгәр хәҙер ҡулымдан ки лмәһә, оятҡа ҡаласаҡмын, ошо старттан башҡа мине бер ҡайҙа л а сығармаяасаҡтар, тип уйланым. Һөҙөмтәлә икенсе разряд норм ативын үтәнем. Артабан инде бөтә Рәсәй ярыштары булды, унда мин спорт мастерына кандидатлыҡ нормативын үтәнем.
       - Эттәр кешегә үҙенең һөйөүен ҡойроҡ болғап белдерә, ә ат тар нисек
       - Үҙенең тыныс булыуы менән. Кешенең уға ҡағылыуы оҡшай и кән, ат ҡуҙғалмаҫҡа тырыша. Бик ғорур, кешене түҙеп кенә тор оусы йә иһә көнләшеүсе, үпкәсел аттар ҙа була. Холоҡтары төр лө уларҙың.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал