6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тәбиғәтте һаҡлау - беҙҙең бурыс
02.03.05


       Кем бөгөн беҙҙең планетабыҙҙы һаҡлай Кем уның таҙа шиш мәләрен, күл, урмандарын һәм унда йәшәүсе хайуандарҙы һаҡла п ҡалырға тырыша Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еребеҙ байлыҡтары менән файҙаланыусылар уны ихлас күңелдән яратыусыларға ҡарағанда к үберәк шул.
       - Экологик белем биреү буйынса программалар күп булыуына ҡарамаҫтан, экологик хәрәкәт яҡлылар әлегә аҙ, - тип билдәлә не "Самарская лука" төбәк фонды президенты Александр Губерна торов. Ул Өфөгә WWF Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының бала лар экологик хәрәкәте координаторҙарының өс көнлөк уҡытыу се минарына килде. Унан тыш беҙҙең республикаға тәжрибә уртаҡла шырға Мәскәү, Яҡутстан, Чукотка, Камчатка, Псков һәм Мурманс к өлкәләре, Кавказ, Көньяҡ Урал, Саян - Алтай төбәге, шулай уҡ Урта Азиянан WWF дуҫтары клубы етәкселәре лә саҡырыу алды . Быға тиклем дүрт йыл рәттән бындай семинарҙар Мәскәүҙә үтә
       килде. Башҡортостандың баш ҡалаһы, WWF төбәк программалары
       директоры Виктор Никифоров һүҙҙәренә ҡарағанда, осраҡлы һай ланмаған: Көньяҡ - Урал округында WWF офисы эшләй һәм балала р хәрәкәте әүҙем үҫешкән. Проект сиктәрендә Башҡортостан һә м Силәбе өлкәләрендә булдырылған балалар клубтары бөгөн тәби ғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Әләге ваҡытта WWF дуҫтары клубтарының республикалағы географияһы түбәндәгесә һүрәтлән ә: Иҫке Собханғол һәм Амангилде ауылдары, Түләк ҡасабаһы, Өф ө һәм Сатка ҡалалары. Бөгөн уларҙа алты клуб әүҙем эшләй.
       Александр Губернаторовтың һүҙҙәренә килгәндә, улар дөрөҫ яңғырай, сөнки бөгөн тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә үҙ - үҙен ая май бирелеп эшләүсе экологтар юҡ кимәлендә. Ошоно иҫәптә тот оп, WWF дуҫтары клубы етәкселәре балаларҙы экологик белем би реп, буласаҡ һөнәрҙәренә үҙҙәре алдан әҙерләй башларға ҡарар
       иткән. Бөтә донъяла экологик хәрәкәт перспективалы тип табы ла, мәҫәлән, Голландиялағы иң көслө һаналған WWF ойошмаһы үҙ
       эсенә 75 мең баланы ала. Унда ата - әсәләр балалары был ой ошмала торған өсөн ҙур взнос индерһә, Рәсәйҙә ( беҙҙә ун бер
       төбәктә алты мең бала теркәлгән) WWF үҙе эш өсөн хаҡ түләй .
       - Кешеләрҙе һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә үҙен нисек т оторға өйрәтеү һәм уларҙа тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә ҡар ата ыңғай ҡараш тыуҙырыу - үҙе ҙур әһәмиәткә эйә, - ти Алекс андр Егорович. - Бының өсөн беҙ төрлө алымдар ҡулланабыҙ. Ул ар иҫәбендә балалар өсөн экологик ойошмалар төҙөү, ҡулланма , буклеттар сығарыу һ. б. инә. Балалар баҡсаларында, мәҫәлән , беҙ үҙебеҙҙең талисманды булдырҙыҡ - Төлкө балалар өсөн ү ҙенсәлекле психолог та булып тора: бәләкәстәр уға серҙәрен һ өйләй, проблемалары менән уртаҡлаша. Изге күңелле сихырсы ул арға кәңәштәре менән ярҙам итә һәм баланы балалар баҡсаһынан
       мәктәпкә күсереү тураһындағы ғаризаға ҡул ҡуя.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ойошторған марафондарҙа тик ула рҙың йәштәштәре генә ҡатнаша, өлкәндәр йышыраҡ ситтә ҡала.
       Үҫемлекте үҫтерер өсөн башта уны тәрбиәләргә кәрәк, шуға күрә Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының балалар менән эш ал ып барыуы - өҫтөнлөк бирелгән йүнәлештәрҙең береһе, уның әһә миәтлелеге күп тапҡыр раҫланған, ти Виктор Никифоров. Был йә һәттән өлгө итеп семинарға Ҡырғыҙстандан килгән Фәриҙә Балба ҡованы ғын аалайыҡ. Ул "Урат Азияла экология селтәре булырыу " проекты координаторы. Бәләкәй сағынан уҡ тормошон тәбиғәтт е һаҡлау эшмәкәрлеге менән бәйләргә хыяллана.
       - Бөгөн беҙҙә, Ҡырғыҙстанда, һигеҙ милли тәбиғәт паркы һ әм һигеҙ ҡурсаулыҡ айырым һаҡлау ҫтында. WWF программаһына я рашлы беҙ тәбиғәтте һаҡлау селтәрен үҫтереү буйынса "Тере п ланета" акцияһына ҡушылдыҡ һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фо нды президенты Филипп Эдинбургскийға хат яҙҙыҡ. Һәм 2002 йыл дың 1 ноябрендә, Бишкектә үткән Глобаль тау саммитында Ҡырғы ҙстан президенты Аскар Акаев әфәндегә Ер Һаҡсыһы сертификаты
       тапшырылды. Бының менән ул үҙ яғының уникаль тәбиғәтен бөгө нгө һәм киләсәк быуындар өсөн һаҡлау, һаҡланыу аҫтындағы бил әмәләр майҙанын арттырыу бурысын үҙ өҫтөнә алды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал