6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Рафаил Ишмәтов судьяға "Авангардҡа" ҡаршы уйнарға тәҡдим итте
02.03.05


       Өфө йәштәре Рәсәй чемпиондарына ҡаршы бына тигән матч ү ткәрҙе. Омск "Авангардына" үҙ майҙанында байтаҡ тир түгергә тура килде - 4 : 4.
       "Спорт" федераль каналында тура эфирҙа күрһәтелгән матчты
       күп кенә телетамашасылар ҡарай алманы, сөнки был йышлыҡта т апшырыуҙар Өфө ваҡыты менән 17. 00 - дән 19. 00 - гә тиклем туҡталып тора.
       Тәүге периодта "Авангард" биреште - 2 : 3. Артабан хужала р бер шайба индереүгә иреште, әммә "юлаевсылар" тағы ла алға
       сығып иҫәпте 3 : 4 яһаны. Өсөнсө период башында омичтарҙың
       тырышлыҡы бушҡа китмәне - 4 : 4. Таблолағы һандар өфөлөләр дүрт кешегә өсәүләп ҡаршы торған овертаймда ла үҙгәрмәне.
       Ҡырҡ һигеҙенсе минутта күңелһеҙ хәл булып алды. Сергей А ншаков яңғыҙы Соколовтың ҡапҡаһына йүнәлде, әммә шайбаны инд ерә алманы һәм хужаларҙың ҡапҡаһына бәрелдә. Быға яуап итеп Максим Соколов уға ике тапҡыр һуҡты, уға был команда һаҡсыһы
       Олег Твердовский ҙа ҡушылды. Тик судья ниңәлер тупаҫлыҡ өсө н уйындан Твердовский һәм ... туҡмалған Аншаковты сығарырға тигән ҡарар ҡабул итте, Соколов хаҡында хатта һүҙ ҙә барманы ! Шул ваҡыт Рафаил Ишмәтов арбитрҙы саҡырып алып уға нимәле р әйтте. Тәүге арала тренер үҙенең тәрбиәләнеүселәрен боҙға сығармаҫҡа ла булғайны, әммә һуңынан кире уйланы.
       Уйындан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында Рафаил И шмәтов матч тураһында һөйләргә теләмәне:
       - Матч буйынса комментарийҙар юҡ. Үҙегеҙ һығымта яһай ала һығыҙ.
       Әммә беҙҙең гәзитте Ишмәтов кире ҡаҡманы:
       - Һеҙ үҙегеҙ матчты күрҙегеҙ бит - Соколов һәм Твердовски йҙы ике минутҡа уйындан сығарыу урынына ул нимә эшләне! Тәү ге ике периодта был арбитр үҙ эшен бик яҡшы башҡарғайны. Ә һ уңынан ҡылған ҡылығы өсөн мин уға: "Үҙең сыҡ та "Авангардҡа"
       ҡаршы уйна!" - тинем. Уйын тураһында һүҙ алып барғанда, мин
       егеттәр өсөн шат - күптәре был матчты юғары кимәлдә үткәрҙе . Ҡайһы берҙәрен генә эскәмйәгә ултыртырға тура килде.
       Рафаил Ишмәтов хаҡлы - команда был матчта яҡшы уйнаны. Гр игоренко осрашыуҙың геройы булып торҙо - ике гол индерҙе. Ку тейкин иҫәбендә бер гол, Таратухин да үҙенең элекке командаһ ының ҡапҡаһын матур гол менән "биҙәне".

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал