6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йәшлек хатаһы
02.03.05


       Ҡыҙ юғалды
       Кәләш, Настена, уҡытыусыларҙы ғына ла бер йыл буйы һөйләш еүҙәр алып барырлыҡ тема менән тәьмин итте. Сығарылыусы сины фта бер ай ғына уҡып өлгөрҙө ул - шунан мәктәпте ташланы, өй өнән китте - мөхәббәт бит, ни хәл итәһең. Шымыҡай ҡыҙҙың бығ а баҙнат итеүе һәр кемде таң ҡалдырҙы. Ғаилә - төҙөлөш инсти тутының яңғыҙ әсәләр факультетына йыйыныусы барлыҡ өлкән син ыф ҡыҙҙарын да беләләр ине, буғай, бына һиңә мә, Настя ла бы л исемлеккә инде. Кем уйлаған Тыныс, йомоҡ, икенсе яҡтан ҡа раһаң, тыныс күлгә ен оялай тиҙәрме әле.. Ә бит яҡшы уҡыусы лар иҫәбендә ине ҡыҙ, күҙен дә йоммайынса колледжға инеп кит ер ине. Ә өйөнән нисек итеп китте бит әле, бер һүҙһеҙ. Юҡ ҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ата - әсәһе ике тәүлек буйына үҙенә урын таба алманы, Настяның иптәш ҡыҙҙары буйлап йүгерекләнеләр. Ш улай ҙа уның эҙенә төштөләр. Әлдә милиция саҡырырға тура кил мәне - ояты ни тора. Эҙ күрше район совхоздарының береһенә а лып бара ине. Яҡын ара түгел. Ял алып, ҡасҡалаҡ артынан атаһ ы китте. Юл ыңғай машиналарҙа ярты көн барһа - барҙы, ҡыҙыны ң иҫән - һау икәнлегенә инанды. Настя иһә кире ҡайтыуҙан ҡыр ҡа баш тартты. Ата - әсәһенә асыулы түгел, әммә яратҡан кеше һе менән йәшәйәсәк имеш. Уныһы бер йүнле кеше булһа икән - А нтон Шустер. Фамилияһына ҡарағанда, немецтарҙан. Шул фамилия һынан башҡа бер нимәһе дә юҡ инде. Ҡыйығы ҡыйыш өйөнә бер кү ҙ ташлау етә. Белеме - туғыҙ синыф, һөнәре - малсы, киләсәге
       - перспективаһыҙ, билдәле. Нимәһе менән ҡыҙыҡайҙың башын әй ләндергәндер, аңлашылмай...
       Яңы туғандар
       Әммә ҡыҙҙы өйҙә көсләп тотоп та булмай. Бик теләмәһәләр ҙә
       - нимә эшләйһең хәҙер, ҡыҙҙарының ҡорһағы танауына етеп кил ә - Настяның ата - әсәһе туйға ризалыҡ бирҙе. Егеткә бер ыша ныстарыла юҡ ине уларҙың, туғандары ла күңелгә ятырлыҡ түгел . Ғариза биргән көндән алып туйға тиклем кәләш менән кейәүҙе ң араһы боҙолмаҫмы икән тигән өмөт тә аҡланманы.
       Декабрь айы. Кәләштең туғандары Шустерҙарға кискә табан килеп етте. Өйҙә плита эргәһендә мәж килгән әбейҙән башҡа бе р кем дә юҡ. Ҡунаҡтарҙы сәләмләү урынына ауыҙ эсенән нимәлер
       мығырҙап, ул шкафтан шешә алып үҙенә бер рюмкаға ниндәйҙерш ыйыҡлыҡ ҡойҙо һәм күҙен дә йоммай эсеп тә ебәрҙе. Ҡунаҡтар б ер - береһенә ҡарашты: "Бына ниндәй икән яңы туғандар. Настя
       бында нисек йәшәй икән.. Алып килгән араҡыны машинанан сығ армай торорға кәрәк, бәләһенән баш - аяҡ".
       Икенсе хәүефле ҡыңғырау иртәгәһенә шылтыраны. Йортҡа күрш е малайҙары йүгереп килеп инде һәм:
       - Клуб эргәһендә Антонды һуйҙылар! - тип хәбәр һалды.
       Ҡоро шау - шыу ғына булып сыҡты был. Был ауыл өсөн үҙ - а ра һуғыш көндәлек эшкә әүерелгән. Иртә менән артығын эсеп ке мдер уйлап тормайынса нимәлер ысҡындырған. Һүҙ артынан һүҙ к итә, һөҙөмтәлә Антондың түгел, ә уның шаһит егетенең ҡулына бысаҡ менән эләктерәләр.
       Антонға бер нимә лә булмай тиерлек. Ҡашы ғына сыйыла. Был
       да артыҡ ҡурҡыныс түгел. Буласаҡ ҡайныһы кемдеңдер йөҙөнә һ уғып ҡулын ауырттыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам онотолм аҫлыҡ булырға оҡшай.
       Әммә туй көнө башҡа ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелмәй. Рәсми та нтана, һый тулы өҫтәл, йәштәргә теләктәр, тостар... Йоҙроҡ т өйөүҙәр ҙә була, әлбиттә, әммә сиктән артыҡ сыҡмайҙар.
       Көсләүҙә ҡатнашты
       Бәлә өсөнсө көнөнә килә. Был хәлде Антон бик тоноҡ хәтерл әй, дөрөҫөрәге бөтөнләй хәтерләмәй. Бары тик өйҙә булыуын, ө с иптәш егете менән эсеп ултырыуын ғына иҫләй. Был ваҡытта ҡ атыны, туғандары ҡайҙа булғандыр, эт белһен. Ирҙәр коллектив ы эскән ваҡытта мотлаҡ күтәрелә торған енси һорау был егеттә рҙе лә урап үтмәй. Тағы бер аҙ эскәс, дуҫтар ҡатын - ҡыҙ эҙл әп китә, Иҫерек Антон йортта ҡала. Ултыра биргәс, тағы ҡойоп
       эсә. Артабан тороп ишек асҡанын аҙ ғына хәтерләй, башҡа бер
       нимә лә иҫләмәй...
       Антонды уятып, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе булараҡ ҡулға
       алыныуы тураһында әйткәс, ул башына һуҡҡандай ултыра. Күмәк ләп көсләүҙә ғәйепләү ... Үҙенең был енәйәттә ҡатнашмауын иҫ батларға маташҡан Антонға бик яҡшы итеп аңлатма бирелә: ишек те асҡан, бүлмә биргән, урын - ер менән тәьмин иткән, ҡысҡыр ыу - ялбарыуҙарға ҡолаҡ һалмаған - былар факт. Ә инде уның и ҫерек булыуы, бер нимә лә аңламауына үҙе ғәйепле.
       Быға өҫтәп шешәләштәре лә Антонды батыра башлай. Уныһы к ире ҡаға алмай, аңлашыла. Суд уға алты йыл бирә. Башҡаларға ҡарағанда аҙыраҡ, әлбиттә, тик бынан Антонға еңелерәк булмай .
       Йәшлек хатаһы
       Был статья менән зонала нисек йәшәргә Иң яҡшыһы - аҫылын ып үлергә. Настяға иренән хаттар килә, уға төрмәлә еңелдән б улмай, күрәһең. Ә ваҡыт үтә тора. Настя өсөн Антон алыҫ үткә ненә әйләнә, яуап хаттары ла ҡыҫҡараҡ һәм ҡорораҡ була бара.
       Баланы тәрбиәләү ҙә яңғыҙ ҡатынға еңелдән булмай, әлбиттә. Күршеләр бармаҡ менән төртөп күрһәтә, өҫтәүенә тетрәнеүҙәрҙә н бала ваҡытынан алда тыуҙы, йыш ауырый, һөтө етмәй. Йәшлеге
       юҡҡа сыҡҡандай тойола Настяға. Яратҡан кешеһенә булған тойғ оһо ла кәмей. Туғандары менән дә килешә алмай килен кеше һәм
       туған ҡалаһына кире әйләнеп ҡайта. Йыл ярымдан ашығыс никах
       - йәшлек хатаһы тигән фекергә килә.
       Антонға никахы юҡҡа сығарылыуын белдергән ҡағыҙ килә. Ире к менән бәйләп тороусы һуңғы еп өҙөлә. Йәш ир үҙ - үҙенә ҡул
       һалмаҡ була. Уны ваҡытында ҡотҡарып ҡалалар. Антон ҡатынына
       тағы бер хат яҙа, һин миңә кәрәк, йәнәһе, һинһеҙ йәшәүемдең
       мәғәнәһе юҡ.
       Был хәлгә Настяның иҫе китмәй:" Аҫылынырға теләһә - ҡулын ан килер ине. Ул үҙен йәлләтергә маташа". Уны йәлләргә, ә На стяны кем йәлләр - тормошо юҡҡа сыҡты: белеме юҡ, һөнәре юҡ.
       Ҡулында йәш бала. Ә бит уға ни бары ун туғыҙ йәш кенә. Хат яуапһыҙ ҡала, Антон да уға башҡа яҙмай. Настя элекке мәктәбе ндә иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаша. Тик был урында оҙаҡ то рламай, бер нисә йыл эсендә әллә нисә эш урыны алмаштыра.
       Әлеге ваҡытта үҙ тормошо менән йәшәй йәш ҡатын, эшселәрҙе ң дөйөм ятағында көн күрә. Ирҙәр өсөн ишеге һәр ваҡыт асыҡ, һуңғы ваҡытта йыш ҡына төшөрә башлаған. Антонға иреккә сығыр ға ваҡыт, тик бер ниндәй ҙә хәбәре юҡ. Ә бала һуң, тиһегеҙме  Малай күпселек ҡарттарҙа йәшәй, ҡараусыһыҙ ҡалған ваҡыттар ы ла етерлек. Киләһе йыл мәктәкә барасаҡ. Уның тураһында әсә һе артыҡ ҡайғырмай... - йәшлек хатаһы бит.

Сергей Ильин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал