6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Мутлыҡ яҡшыға алып бармай
02.03.05


       Автогражданканың кеше иҫәбенә байырға яратҡан һәр төрлө "хәйләкәр төлкөләр" араһында абруйы арта бара. Автомобиль хужалары араһында ла, страховкалаусылар араһында ла намыҫтар ы таҙа булмағандар осрай.
       БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүе нсә, ошо көндәрҙә Күмертауҙа хәҙер инде элекке страховкалау агентына ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Тик шереү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был ҡатын страховкалау полис тарын ҡулланып иллегә яҡын "афера" башҡарған. Ул ялған докум енттар әҙерләүҙә ғәйепләнә.
       ... Күмертауҙа йәшәүсе был ҡатын (исемен Ирина тип алайыҡ ) быға тиклем дә бурлыҡ һәм наркотиктар өсөн ике тапҡыр ғәйе пкә тарттырылыуына ҡарамаҫтан, "ирекле" агент булып бер юлы ике страховкалау агентлығына урынлашыуға өлгәшә. Клиенттарҙы
       ул урындағы автомобилдәр баҙарында таба. Страховкалау полис ын тултырған ваҡытта ул түләүҙе билдәләнгән хаҡтар буйынса а ла, әммә автомобиль хужаһына килешеү ҡағыҙының бер данаһын ғ ына бирә. "Килешеүҙең икенсе өлөшөн ул үҙе, клиенттан тыш, т ултыра, был инструкцияны боҙоу, - ти Күмертау ҡалаһы эске эш тәр бүлегенең иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙм әткәре Руслан Богданов. - Ул килешеү ҡағыҙында икенсе фамил ия яҙа һәм, әйтәйек, автомобиль түгел, уның прицебы ғына ст раховкаланған тип күрһәтә. Шулай итеп страховка өсөн түләү к үләме бер нисә тапҡыр кәмей. Ҡалған аҡсаны "аҡыллы" ҡатын үҙ
       кеҫәһенә һала".
       Автомобиль хужалары был алдау хаҡында авария булған осраҡ та ғына белә алыр ине. Әмәлгә ҡалғандай Иринаның клиенттары машиналарында имен - аман йөрөп ята. Мутлыҡ хаҡында Кумертау
       милиционерҙары оператив мәғлүмәттән беләләр.
       Ирина эшләгән страховкалау төркөмөндә енәйәт эше асылған ын ишетеп бик аптырайҙар. "Иң ғәжәбе шунда: страховкалау ком панияларында бер кем дә был хеҙмәткәрҙең биографияһын тикшер еп ҡарарға ла уйламаған, - ти Күмертау ҡалаһы прокуроры Вале нтин Десяткин. - Был хәлдән страховкалау компаниялары тейешл е һығымталар яһар тип ышанам".

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал