6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Тышҡы сауҙа әйләнеше дүрт миллиардҡа яҡынлаша. Әммә был сик түгел әле.
01.03.05


       Беҙҙең республиканың әүҙем дипломатик позицияһы үҙенең һ өҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрмәй. Рәсми осрашыуҙар, эшлекле бәйлән ештәр, даими сәфәр һәм ҡабул итеүҙәр - былар барыһы ла Башҡо ртостандың тышҡы сауҙа әйләнеше тарихында рекорд ҡуйыусы күр һәткескә алып килде. Тышҡы сауҙа әйләнеше өс миллиард 840 ми ллион доллар тәшкил итте! Республика иҡтисады тарихында бынд ай һан булғаны юҡ ине әле. 2003 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес дүрттән бер өлөшкә артты тигән һүҙ.
       БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында Премьер - министр Рафаэль Байдәүләтов бөгөнгө шарттарҙа, йәғни федераль власть
       органдары төбәк проблемаларынан алыҫлашҡанда, төбәк - ара б әйләнештәрҙең роле арта, тип белдерҙе. Тимәк, был эшмәкәрлек те көйләүсе булараҡ, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа
       министрлығы һәм Сауҙа - сәнәғәт палатаһы роленең әһәмиәте лә арта.
       Бер нисә һанға иғтибар бирәйек. Әлеге ваҡытта беҙҙең т өбәк партнерҙары араһында 91 ил иҫәпләнә. Айырыуса күп һанлы
       бәйләнештәр Бөйөк Британия, Италия, Ҡытай, Германия һәм Ҡа ҙағстанға тура килә. Беҙ Рәсәйҙең 84 субьекты менән сауҙа - иҡтисади мөнәсәбәттә торабыҙ, әйткәндәй, 48 төбәк менән киле шеү шарттарында хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Рәсәй төбәктәре менән д өйөм сауҙа әйләнешенең өстән бер өлөшө тип әйтерлек Волга бу йы федераль округына тура килә. Үткән йыл Хабаров крайы, Кос трома, Ырымбур өлкәләре һәм Сыуаш Республикаһы менән хеҙмәтт әшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ырымбур, Һарытау ө лкәләре, Краснодар крайы һәм Магнитогорск ҡалаһында Башҡорто стан вәкиллектәре асылды.
       Үткән йыл йәлеп ителгән сит ил инвестицияларының ике тапҡ ыр артыуын да билдәләп үтергә кәрәк: ул 91 миллион доллар тә шкил итте. Әйткәндәй, яҡын арала республика инвестиция рейти нгының күтәрелеүенә иҫәп тота ала. Башҡортостан сәнәғәтенең конкурентлыҡ һәләте буйынса тикшереүҙәр үткәреүсе ЮНИДО белг естәре беҙҙең сәнәғәттең юғары инвестиция потенциалы инвест иция хәүефһеҙлеге кимәле менән тап килә тип белдерҙе. Уларҙы ң йомғаҡлау докладында әйтелеүенсә, сеймал һәм ресурстар күл әме, иҡтисадтың етештереү секторы үҫеше, инфраструктура үҫе ше кимәле, интеллектуаль һәм инновация потенциалы буйынса Ба шҡортостан илдең инвесторҙар өсөн отошло ун төбәге иҫәбенә и нә. Инвестициялар беҙҙең предприятиеларҙың етештереү фондта рын яңыртыу өсөн айырыуса мөһим урын биләй. Әгәр станок һәм ҡорамалдарҙың иҫкереүе халыҡ - ара нормаларға тап килгән про дукция етештерергә мөмкинселек бирмәй икән, ниндәй сифат тур һында һүҙ йөрөтөргә мөмкин Тик сит ил инвестицияларын нисек
       итеп тап ошо өлкәгә йәлеп итергә һуң Инвесторҙар өсөн яҡшы
       шарттар булдырып, әлбиттә.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал