6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Хөкүмәтендә

Дәүләт Йыйылышында Хөкүмәт ултырышы: көн тәртибендә - йыл йо мғаҡтары
01.03.05


       БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа йыл йомғаҡтары: иҡтисад и күрһәткестәр, иң мөһим ваҡиғалар, тенденциялар, проблемала р ... тикшерелде. Дөрөҫөрәге, закондар сығарыу органы бинаһы
       БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәреү урыны итеп һай ланды. Уның темаһы былай тип билдәләнде: "Башҡортостан Респу бликаһында сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм социаль ө лкә буйынса 2004 йылға эш йомғаҡтары һәм 2005 йылға бурыстар ".
       Ултырыш йыл йомғаҡтарына арналғанлыҡтан унда республика е тәкселеге: БР Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы Рә йесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер - министры Рафаэль
       Байдәүләтов, министрлыҡ һәм ведомство, предприятие, ойошма
       етәкселәре ҡатнашты...
       Йыл йомғаҡтары дөйөм алғанда ҡыуандырырлыҡ. Республика иҡ тисады өсөн мөһим булған өлкәләрҙә үҫеш күҙәтелә. 2004 йыл, билдәле булыуынса, БР Президенты тарафынан Тирә - яҡ мөхитте
       һаҡлау йылы тип иғлан ителгәйне. Бындай "тематик" йылдар ре спублика предприятиелары, ойошмалар һәм республикала йәшәүсе ләргә билдәле проблемаларҙы хәл итеү өсөн берләшергә булыш лыҡ итә. Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм арттырыу, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү - үткән йыл ошо саралар буйынса эш тәргә өҫтөнлөк бирелде. Тәбиғәтте һаҡлау сараларына ете мил лиард 242 миллион һум тотонолдо - был планда ҡаралғандан 21 процентҡа артығыраҡ. Һәм һөҙөмтә лә үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Тә биғәткә зыян килтереүсе матдәләр кимәлен кәметеү буйынса ҙур
       эш башҡарылды, етештереү ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса һ орауҙар әле лә хәл ителә.
       Әммә алда эшләйһе эштәр етерлек әле. Күптән түгел атмофер аға сығарылыусы сәнәғәт ҡалдыҡтарына квоталар билдәләүсе Кио т килешеүе үҙ көсөнә инде. Әлеге ваҡытта Башҡортостан атмо сфераға зарарлы матдәләр сығарыу буйынса етенсе урын биләй. Республиканың киләсәктә был күләмде кәметеү мөмкинселеге ба р. Быға Өфө дәүләт нефть техник университеты белгестәре тара фынан Башҡортостандың иң ҙур сәнәғәт предприятиеларында үткә релгән энергоаудит мәғлүмәттәре лә дәлил булып тора.
       Ә йылдың иҡтисади һөҙөмтәләрен түбәндәгесә һүрәтләргә мөм кин булыр ине. Был ваҡыт эсендә төбәктең тулайым продукт күл әме 5,5 процентҡа артҡан. Сәнәғәт етештереүенең физик күләм индексы - 103,3 процент, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү
       - 101,6 процент тәшкил итә. Башҡортостанда ваҡлап һатыу күл әме бер йылда 17,8 процентҡа, түләүле хеҙмәтләндереү күләме
       10 процентҡа артҡан. Тышҡы сауҙа әйләнеше 2003 йылдың күрһ әткестәре менән сағыштырғанда 26, 1 процентҡа артығыраҡ.
       Етештереү ҙә һөҙөмтәлерәк була башлаған.
       - Ҙур һәм уртаса предприятиелар тарафынан алынған килем к үләме 25,4 процентҡа артты, - тине Премьер - министр. Продук цияның дөйөм күләмендә республика яғыулыҡ - энергетика компл ексының тотҡан урыны йылына 48 проценттан 64 процентҡа тикле м артҡан.
       Миҫал итеп "Башнефть" акционер нефть компанияһын килтерер гә була. Ул 6,6 миллиард һум капиталь һалым үҙләштергән, был
       республика инвестицияларының 11 процентын тәшкил итә. Нефть
       эшкәртеүҙә 4,2 миллиард һум инвестиция үҙләштерелгән - 2003
       йыл менән сағыштырғанда был һан бер ярым тапҡыр артығыраҡ. Был үҫеш продукцияның конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға ла бул ышлыҡ итә. Башҡортостанда нефть эшкәртеү тәрәнлеге 80 процен тҡа еткерелгәнен билдәләргә кәрәк. Ә Рәсәй буйынса был күрһә ткес 73 проценттан артмай.
       Нефть һәм химия сәнәғәте, электроэнергетика, ҡара металлу ргия, машиналар етештереү һәм металл эшкәртеү, урман, ағас э шкәртеү һәм целлюлоза - ҡағыҙ, аҙыҡ - түлек, быяла һәм фарфо р - фаянс индустрияһында, төҙөлөш материалдары сәнәғәтендә л ә үҫеш күҙәтелә.
       Проблемалар ҙа етерлек, әлбиттә. Был эш хаҡы буйынса түлә п бөтөлмәгән бурыстар, килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һ. б.
       Әмә был ҡатмарлыҡтарҙы еңеп була. Әлеге этапта, тип әйтелде
       ултырышта, иң мөһиме конкурентлыҡҡа һәләтлелек проблемалары н хәл итеү. Бары тик инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеге бе ҙҙең предприятиелар араһында һәм дөйөм республика күләмендә конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттыра ала.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал