6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Наркоман: ғүмерлек диагнозмы!
01.03.05


       - Наркологияла тулыһынса һауығыу тигән төшөнсә юҡ. Таби птарҙың иң ҙур мөмкинселеге - ауырыуҙың ремиссия хәленә иреш еү. Ул ваҡытта инде ғәҙәттә ауырыу тураһында " һау тип әйтер гә була" тиелә. Әммә ремиссияның да төрлөһө була - бер - ик е йылдан илле йылға тиклем, йәғни ғүмер буйына һуҙылыуы мөмк ин, - тип һөйләй ҡала наркология диспансерының баш врачы Вад им Бәшәров, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат
       конференцияһында.
       Уның һүҙҙәре буйынса, наркология диспансеры - ҡала һаулыҡ
       һаҡлау системаһында үҙ эсенә амбулатория ( өлкәндәр, балала р һәм үҫмерҙәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса), 260 койкалыҡ стаци онар, экспертиза, тиҙ ярҙам, рефлекс терапияһын алған ярайһы
       уҡ ҡеүәтле структура булып тора.
       - Үткән йыл Өфөлә реабилитация бүлеге, көндөҙгө бүлек, м едицина тикшереүе кабинеты асыуға ирештек: һуңғы арала спир тлы эсемлектәр ҡулланып иҫереүгә экспертизалар һаны норман ан өс тапҡыр ашып китте - биш - алты мең урынына 15 мең экс пертиза үткәрҙек. Тикшереүгә күп һанда үҫмер ҡыҙҙар килтерел еүе күҙәтелә.
       Өфөнө зоналарға бүлеп ҡараһаҡ, түбәндәге картина барлыҡҡа
       киләсәк: Калинин һәм Октябрь райондары алкоголизм, наркоман ия һәм токсикомания йәһәтенән имен түгел, Дим, Киров, Октябр ь һәм Калинин райондарында токсикомандар һаны артыуы күҙәтел ә, Совет, Ленин һәм Калинин райондары шулай уҡ алкоголизм ме нән ауырыусылар һаны буйынса беренсе урында тора - был район дарҙа күрһәткестәр норманан өс тапҡыр артығыраҡ!
       Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынб аҫары Александр Полышев хәлде былай тип һүрәтләне:
       - Өфөлә 33 меңдән ашыу кеше наркология патологияларынан з ыян күрә. Уларҙың 80 проценты алкоголиктар, 10 - 12 проценты
       - наркоман, ҡалғандары - токсикологик матдәләр менән ағыула ныусылар. Ҡатын - ҡыҙҙар араһында алкоголизм киңәйә: әгәр кү птән түгел 10 эскесе иргә бер ҡатын - ҡыҙ тура килһә, бөгөн был нисбәт - бишкә бер. Бынан тыш Өфөлә үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында токсикомания һәм алкоголизм менән ауырыусылар һаны күбәйә, 18 йәшкә лә етмәгән ҡыҙҙарҙың наркотик һәм токсик ма тдәләр ҡулланыу осраҡтары арта. Әлеге ваҡытта Өфөлә наркодис пансерҙа 3680 үҫмер иҫәптә тора. Әммә ете наркомандың береһ е генә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүен иҫәпкә алғанда, ысынбарл ыҡты күҙ алдына килтерер өсөн был һанды етегә ҡабатларға кәр әк.
       Үтә хәүефле хәл, шуға күрә медицина йәмғиәтенең быйылғы й ылды Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы
       тип иғлан ителеүен бик риза булып ҡаршы алыуына аптырарға я рамай.
       - Был указ - республикала дәүләт кимәлендә алкоголизмға ҡаршы сәйәсәткә йүнәлтелгән тәүге принципиаль аҙым, - тине Ө фө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫар ы. - Бында дүрт блокты бүлеп күрһәтергә мөмкин: закондар сығ арыу йәһәтенән күрелгән саралар, наркотиктарҙың законһыҙ әйл әнешен асыҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы әүҙемләштереү, дауала у учреждениеларының ролен көсәйтеү, санитар учреждениеларҙың
       өгөтләү эше.
       Александр Полышев һәм Вадим Бәшәров был йүнәлештә мәғариф
       һәм эске эштәр идаралығы менән бергә эшләргә вәғәҙә итте. Уларҙың уртаҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә әле һаналып киткән па тологияларҙан зыян күреүселәр һаны ҡырҡа ... артасаҡ, тип б елдерҙе улар. Был наркоман һәм алкоголиктар һаны артыуын тү гел, ә уларҙың асыҡланыуын аңлата.
       "Башинформ" ҡунаҡтары журналистарҙың Башҡортостанда барлы ҡҡа килгән хәүефле хәл тураһында ғына түгел, ә нисек итеп ба лалар һәм яҡындарыңды был бәләнән һаҡларға тигән һорауҙарына
       ла яуап бирҙе.
       - Йәш наркоман үҫеп килгән ғаиләләргә нимә эшләргә Ата -
       әсәләргә был бәләнән нисек ҡотолорға
       - Райондарҙың һәр береһендә наркология кабинеты бар, унда
       нарколог һәм психолог эшләй - улар ата - әсә өсөн тәүге кәң әшсе. Наркологтарҙың эшмәкәрлеге репрессив характерҙа тип уй ларға ярамай. Ярҙам күрһәткәндә граждандарҙың хоҡуғы гаранти ялана, балиғ булмағандарҙан тыш береһен дә мәжбүри рәүештә д ауалай алмайҙар. Ата - әсәләре йәки башҡа яҡындары килешеүе менән беҙ наркомания сирле 16 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙе ( алко голизм менән - 15 йәшкә тиклем) тикшереп мәжбүри дауалауға о ҙатыу хоҡуғына эйә. Ышаныс телефоны ( 321 - 952 ) иртәнге һ игеҙҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй.
       - Үҙ балаларыңды нисек итеп наркотиктарҙан һаҡларға
       - Беренсе сиратта, үҙегеҙ өлгө булып торорға тейеш. Шулай
       уҡ ғаиләлә ышаныслы мөнәсәбәт булыуы мотлаҡ. Баланың ғаиләл ә, мәктәптә, дуҫтары менән аралашыуы нормала икән, ул үҙ эсе нә йомолмаясаҡ һәм наркотиктарҙың зыяны тураһында мәғлүмәтт е еңел ҡабул итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал