6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Гандбол

"Алиса" суперлигала: насарҙар араһында иң яҡшыһымы
01.03.05


       "Алиса" командаһы суперлигала тәүге турын үткәрҙе. Берен се этаптан "уңмаусылар" - 9 - 12 урын биләүселәр Өфөлә йыйыл ды. Беҙҙең ҡыҙҙар үҙ көйәрмәндәре араһында һыр бирмәне һәм б иш мәрәй йыйып беренсе урынға сыҡты.
       Күсмә турнирҙың беренсе уйынында "Алиса" тәжрибәле Мәск әү командаһы "СДЮШОР - 53 - Вешняки" менән осрашты. Өфөлөләр гә көслө команда тап килде - баш ҡала командаһы тәүге этапта
       туғыҙынсы урын яуланы. Уйын барышында ла иҫәп башлыса улар файҙаһына булды. Өфө ҡыҙҙары ҡайһы ваҡыт бар көстәрен йыйып алға сығып та ҡараны, 22 : 20, әммә ҡунаҡтар барыбер уларҙы артта ҡалдыра килде. Уйын аҙағы ҡыҙғаныс булды. Өфөлөләр иҫә пте тигеҙләне, хатта еңә лә алырҙар ине, әммә ваҡыт етеңкерә мәүе арҡаһында иҫәп 31 : 31.
       Турҙың икенсе матчтында "Алиса" Ижевск "Университетын" ар тта ҡалдырҙы. Матчта өҫтөнлөк тулыһынса хужабикәләр яғында б улды. "Алиса" гандболсылары оборонала ышаныслы уйнаны, һөжүм
       итеүҙә лә үҙҙәрен бары яҡшы яҡтан күрһәтте.
       Турҙың һуңғы матчында Өфө ҡыҙҙары Санкт - Петербургтан "Т РЭМП - Спартак" командаһына ҡаршы уйнаны. Тәүге тайм 7 : 9 и ҫәбе менән тамамланды, әммә хужаларҙың тренер штабы "Алисаны ң" ҡапҡаһына Татьяна Поленованы ҡуйып, тактик яҡтан дөрөҫ аҙ ым эшләне. Ул унлап тупты кире ҡағыуға иреште, ҡапҡа һаҡсыһ ының ышаныслы уйыны башҡаларға ла илһам өҫтәне - бер период эсендә ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына 19 туп индерелде: 26 : 20.
       Тренер Айрат Сакаев үҙ командаһының уйыны тураһында түбән дәгеләрҙе әйтте: "Ҡыҙҙарға тулҡынланыуҙары ҡамасауланы. Улар , беренсе сиратта, психология йәһәтенән үҙҙәрен ҡулға ала ал маны. Мәскәү ҡыҙҙарын да еңә ала инек, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡарш ы, килеп сыҡманы. Дөйөм алғанда, уйындан ҡәнәғәтмен".
       Өфөлә үткән тур хаҡында дөйөм фекерҙәр шундай - уйын юғаы р кимәлдә ойошторолған.
       Киләһе турҙы Өфө клубы 3 - 6 мартта Звенигородта үткәрәсә к. "Алисаға" ҡаршы Юғары лига командалары - "Звезда" (Звениг ород), "Динамо - 2" ( Волгоград), "Сокол" ( Брянск) һәм "Яро славна" (Ярослава) уйнаясаҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал