6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ташҡын

Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә
01.03.05


       Башҡортостанда яҙғы ташҡынға ҡаршы әҙерлек эштәре башла нды. Ташҡынға ҡаршы комиссияның ошо көндәрҙә үткән ултырышы нда яҙғы һыу ташыуҙы имен үткәреүҙе тәьмин итеү буйынса яу аплы булған министрлыҡ һәм ведомстволарға тейешле бурыстар й өкмәтелде. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйын са Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына ташҡын ға ҡаршы тороу һәм уның эҙемтәләрен юҡҡа сығарыуҙы тәьмин ит ергә ҡушылды.
       "БАШвестЪ" гәзитенә Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы ташҡынды теүәл күҙаллау март урталарында мөмкин бул асаҡ. Дөйөм алғанда, быйыл һыу уртаса кимәлгә күтәрелер, моғ айын. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы Ағиҙелдә ул ете метр 30
       сантиметр тәшкил итә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙағы иң көслө ташҡын ваҡытында Ағиҙел йылғаһында һыу күтәрелеү кимәле 11 м етр 18 сантиметрға тиклем етте.
       Республикала иң ҙур хәүеф тыуҙырыусы - тау йылғалары, сө нки боҙ тығындары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был проблеманы хә л итеү өсөн Башҡортостан Республикаһының алты предприятиеһы шартлатыу эштәре үткәреүгә рөхсәт алды.
       Ташҡындың имен - аман үтеүендә гидротехник ҡорамалдарҙың
       ниндәй хәлдә булыуы ҙур роль уйнай. Республика биләмәләренд ә улар 450, һәр береһе иҫәптә тора һәм тикшереү үтә .

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал