6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Бөйөк оҫта арабыҙҙан китте
11.09.03


       Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың профессиональ сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе -- 2003 йылдың 16 авгусында күренекле скульп тор һәм керамика оҫтаһы, РСФСР - ҙың атҡаҙанған рәссамы, БАС СР - ҙың халыҡ рәссамы, БАССР - ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкә ре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡ алаһының почетлы гражданы Тамара Павловна Нечаева 81 - се йә шендә вафат булды.
       Т. П. Нечаева 1922 йылдың 17 октябрендә Воронеж өлкәһе нең Народная станцияһында тыуған. 1940 -- 41 йылдарҙа Ленинг рад художество студияһында уҡыған. 1941 йылдан алып ғүмерене ң һуңғы көндәренә тиклем Тамара Павловна Нечаева тормошон бе ҙҙең республика менән бәйләне.
       Нечаева эштәренең төп темаһы һәр ваҡыт Башҡортостан --
       уның кешеләре, көнкүреше, халыҡ традициялары булды. Уның Па лдиски ҡалаһындағы (Эстония) һәм Янғантау курорт комплексынд ағы Салауат Юлаевтың, Өфө ҡалаһындағы С. Т. Аксаковтың монум енталь һәйкәлдәре, шағир Мостай Кәримдең һәм композитор Заһи р Исмәғилевтың скульптуралы портреттары иң яҡшы эштәре тип т анылды.
       1943 йылдан алып Т. П. Нечаева Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй , 1955 йылдан сит ил күргәҙмәләрендә даими ҡатнашты. Төрлө й ылдарҙа ул РСФСР Рәссамдар союзы идараһы секретары итеп һайл ана. 1999 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә. Т. П. Нечаеваның әҫәрҙәре Ватан һәм сит ил коллекцияларында һаҡлана. Уның тарафынан эшләнгән һәйкәлдәр Башҡортостандың к үп ҡалалары урамдарын һәм майҙандарын биҙәй. Т. П. Нечаева йөҙөндә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәҙәниәте
       ижади ҡаҙаныштары Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың һ ынлы сәнғәтенең юғары абруйын тотоп тороусы күренекле рәссам ды юғалтты.
       Күренекле рәссам һәм һоҡланғыс кеше -- Тамара Павловна Нечаева хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һәм күңелдә рҙә мәңге һаҡланыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал