6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Алыҫ ауылда Ҡунаҡбай йондоҙо балҡый
01.03.05


       Мәскәү шағиры Виктор Кочетков полкташы, башҡорт шағиры,
       Баймаҡ районы егете Хөсәйен Ҡунаҡбаев тураһында шиғыр яҙып
       ҡалдырған. Хөсәйен Ҡунаҡбаевтың автобиографияһы ла һаҡланға н.Ул 1942 йылдың февраль айында яҙылған.
       "Мин 1912 йылдың 25 февралендә Таһир ауылында ярлы крәҫти ән ғаиләһендә тыуғанмын. Бик иртә ата - әсәһеҙ ҡалдым. Ауыл кулактарында бер нисә йыл батрак булғандан һуң, 1922 йылда Б илал ауылының балалар йортона барып эләктем. 1925 йылда Байм аҡ районы Темәс ауылының тулы булмаған урта мәктәбенә уҡырға
       индем. 1929 йылда, ете синыф тамамлағандан һуң, Бөрйән райо нына китеп, унда волисполеом секретаре, һуңынан Иҫке Монасип
       мәктәбе мөдире һәм уҡытыусыһы булып эшләнем.
       1930 йылдың көҙөндә "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите мөхәррири әтендә корректор сифатында эш башланым. Икенсе йылдың ҡышы ө лкә радиокомитетына өлкә радиогәзиттәренең ауыл һәм эшсе хәб әрселәре бүлеге мөдире итеп күсерҙеләр. 1932 йылда Башҡорт д әүләт педагогика институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға ин дем, бер юлы "Коммуна" гәзитендә һәм радиокомитетта эшләүе мде дауам иттем.
       Институтты тамамлағас, радиокомитетҡа әҙәби мөхәррир итеп
       тәғәйенләндем, әммә 1936 йылдың көҙөндә Дәүләкәнгә педагоги ка техникумының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрҙе ләр. 1936 - 1937 уҡыу йылын шунда эшләнем. 1937 йылдың көҙөн дә Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһына рус теле һәм әҙ әбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнеләр.
       Артабан ике йыл Стәрлебаш 1 - се һанлы урта мәктәбендә эш ләнем. Табылды тулы булмаған мәктәп директоры вазифаһында ар мияға саҡырылдым. Хәҙер дивизион мәктәбендә уҡыйым һәм батар ея политругы вазифаһын башҡарам.
       Һөнәрем буйынса мин яҙыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Өс китабым бар".
       Кунаҡбаевтың ауылдашы Сәләх Кулибайҙың хәтерләүҙәренән:
       "Уның тәүге шиғырҙар йыйынтығын мин 1936 йылда, хәрби хеҙ мәттә саҡта уҡып сыҡтым. Ул ваҡытта Хөсәйен үҙенең тауышын, яҙыу манераһын билдәләгән ысын шағир ине инде. Физик яҡтан д а бик матур: оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле, тулҡынланып торған
       ҡара сәсле, асыҡ йөҙлө ине. Шундай булып хәтеремдә ҡалған д а ул: башта студент, һуңынан мәктәп уҡытыусыһы. Мин бер ваҡ ытта ла уның һөмһөрө ҡойолоп, башын аҫҡа эйеп йөрөгән сағын күрмәнем".
       ... Фронтта ла һөмһөрө ҡойолоп йә башын аҫҡа эйеп йөрөмәй
       рота политругы Хөсәйен Ҡунаҡбаев. Был башҡорт шағирының фро нттан килгән хаттарында ла һиҙелә. Улар Дим Дәминевтың "Барл ау" ("Перекличка") китабында баҫылып сыға, ҡатыны Ғәйшә Ғини әт ҡыҙы һәм ҡыҙы Эльвираға арнала. Блы хаттарҙан юлдар килте рәбеҙ.
       "Һаумыһығыҙ, ҡәҙерлеләрем. Һеҙгә ҡайнар сәләмемде ебәрәм Z\м ихлас күңелдән сәләмәтлек һәм бәхет теләйем. Мин әлегә и ҫән - һаумын. Окоптарҙа көсөргәнешле тормош менән йәшәүебеҙг ә ҡарамаҫтан, кәйеф бик шәп. Әүҙем оборонала торабыҙ. Көн дә
       яңылыҡтар. Тиҙҙән улар туранан - тура беҙгә лә ҡағыласаҡ. Б еҙҙе еңеү менән көтөгөҙ. Минең өсөн борсолмағыҙ: шундай инд е мин - пуля урап үтә..."
       "... Дошмандар беҙҙе айырҙы - эйе. Әммә улар оҙаҡ тантан а итә алмаясаҡ. Үҙҙәренең енәйәтен улар ҡаны менән кире ҡайт арасаҡ. Сәғәте килер һәм беҙ барыһы өсөн дә үс аласаҡбыҙ. Бе р нимәне лә онотмаясаҡбыҙ, бер нимәне лә ғәфү итмәйәсәкбеҙ.. ."
       "Ҡәҙерлем минең! Беҙҙең ҡыҙсығыбыҙҙың фотоһы һалынған хат ыңды алдым. Был минең өсөн ысын байрам булды, ҙур рәхмәт һиң ә. Эльвирабыҙ ҡайһылай үҫкән! Икенсе ҡыш беҙ айырым. Алда до шман, уны ер йөҙөнән юҡ итергә һәм халыҡтарҙың михнәтенә нөк тә ҡуйырға кәрәк. Бурыс шундай, һәм беҙ уны мөмкин тиклем ти ҙерәк үтәргә тырышасаҡбыҙ.
       Мөмкин тиклем йышыраҡ яҙырға тырыш. Мин сикһеҙ рәхмәтле б уласаҡмын. Сәләмәт һәм бәхетле бул..."
       "Һау һәм сәләмәтмен. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтамын. Әле, ошо хатты яҙған ваҡытта, тирә - яҡта хәүефле тынлыҡ. Урман ғ ына шаулай. Бер нисә йөҙ метр арала - фашистар. Бына инде өс өнсө төн мин дошман менән күршеләш. Ваҡыты - ваҡыты менән по старҙы тикшерәм, ҡыҙылармеецтар менән әңгәмәләшәм.
       Үҙең нисек йәшәйһең Һаулығың нисек Ҡыҙыҡайым үҫәме Яҙы ғыҙ, мин һәр һүҙегеҙгә шат..."
       "Һиңә һәм ҡыҙсығыбыҙға сәләм! Үҙем әлегә һау - сәләмәт. Һ уғыша - һуғыша алға, көнбайышҡа барабыҙ. Йыш ҡына дошман ҡар шы тора. Әммә беҙ уны Ватаныбыҙ сигенә ҡыҫырыҡлап алып бараб ыҙ. Минут һайын баш особоҙҙа үлем һағалауына ҡарамаҫтан, һәр
       беребеҙҙең кәйефе шәп.
       Үҙ ҡулдарың менән азат иткән тыуған ерең буйлап атлауы ҡы уаныслы. Һуғыш - халыҡ тормошонда иң насар күренеш, ә көсһөҙ
       һәм аҙ һанлы халыҡтар өсөн афәткә тиң. Бер генә өмөт менән йәшәйһең: бәлки балалар һуғыш дәһшәтен белмәҫтәр..."
       Был уның һуңғы хаты. 1943 йылдың 29 ғинуарныда ебәрелгән.
       Ике аҙна үткәс, Белгорд өлкәһе Яңы Оскол ҡалаһы эргәһендәге
       Ольховатка ауылы янындағы һуғыштарҙа шағир һәләк була...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал