6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Салауат Юлаев" мөһим матчта еңелде
01.03.05


       Рәттән дүрт еңеү яулағандан һуң, өфөлөләр үҙҙәренең тур нирҙағы хәлен байтаҡҡа яҡшыртып, "Химик" һәм "Авангард" ме нән осрашыуҙар ҙа шулай уҡ тамамланған хәлдә плей - оффҡа ла
       иҫәп тота ала ине. Әммә мөғжизә килеп сыҡманы - тәжрибәле В оскресенск командаһы үҙ йондоҙҙарының көсө менән "юлаевсылар ҙы" артта ҡалдырҙы - 3 : 1.
       "Химик" менән буласаҡ матч алдынан беҙ Рафаил Ишматов мен ән бәйләнешкә индек һәм уға "Салауат Юлаев" етәкселәре һәм хоккейсылары Воскресенск һәм Омск командалары менән осрашыуҙ а еңгән осраҡта "юлаевсыларҙың" плей - оффҡа иҫәп тота алыуы н аңлаймы" - тигән һорау бирҙек. Рафаил Ғәзиз улы: "Эйе. Хә ҙер мөмкин тиклем күберәк еңергә кәрәк. Беҙ бөгөн был һорау буйынса йыйылыш үткәрәсәкбеҙ", - тип яуапланы. Асыҡланыуынса , йыйылыштың файҙаһы теймәгән. Йәш "юлаевсылар" "Химик" кома ндаһы менән осрашыуҙа яҡшы сығыш яһаған, әммә спорт спорт б улып ҡала - был юлы еңеү көслөләр яғында.
       Тәүге период 2 :1 иҫәбе менән тамамлана. Икенсеһендә бер шайба ла индерелмәй. Һуңғы минуттарҙа Өфө хоккейсыларының иҫ әпте тигеҙләүгә өмөтө була, әммә хужалар йылдамыраҡ булып сы ға - осрашыу аҙағында Королюк матчҡа нөктә ҡуя - 3 : 1.
       "Юлаевсылар" тағы ла 13 - сө урында.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал