6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

25 февраль - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө
25.02.05


       Был көн 2002 көндән башлап билдәләнә. Ә республиканың за манса Дәүләт флагы Башҡортостан Президенты указына ярашлы 19 92 йылдың февралендә барлыҡҡа килде.
       Башҡортостан Республикаһының флагын булдырыу һәм ҡабул и теүҙең үҙ тарихы бар. Башта был проектты төҙөүселәр боронғо ваҡытҡа мөрәжәғәт итә, баҡһаң, тәүге флаг әле 19 быуат башын да уҡ барлыҡҡа килгән икән. Уның тураһында мәғлүмәттәр аҙ, ә ммә һаҡланған һүрәтләүҙәр буйынса уны күҙ алдына килтерергә мөмкин: ике башлы сәмреғош һәм алты мөйөшлө йондоҙҙар фонынд а Ҡөрьәндән алынған һүҙҙәр яҙылған. Ул ваҡытта Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә инмәгәнлектән был байраҡ дәүләт флагы булы п һаналмай. Ул билдәле социаль төркөм - башҡорт казактарының
       символы булған тиһәк дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Нигеҙ итеп 1918 йылдың 21 авгусында башҡорт хөкүмәте раҫлаған тәүге фла гты алырға тигән тәҡдимдәр ҙә була. Ошо туралағы фарманда фл агтың һүрәтләнеше һаҡланып ҡалған. Ул өс горизонталь һыҙыҡта н тора: өҫкө өлөшө - күк, уртаһы йәшел һәм аҫҡы яғы - аҡ төҫ тә. Күк төҫ башҡорттарҙың төрки телле халыҡтар төркөмөнә ине үен аңлатҡан, йәшел - башҡорттарҙың дине ислам булыуы тураһы нда хәбәр итә, аҡ төҫ иһә халыҡтың тыныслыҡ, именлек һәм бәх етле тормошҡа ынтылыуын күрһәткән.
       Конкурсҡа флагтарҙың башҡа варианттары ла тәҡдим ителә. Б ерәүһендә, мәҫәлән, ярым ай һүрәте - Осман империяһы дәүерен ән үк килгән, барлыҡ мосолмандарҙың дөйөм символы төшөрөлгән . Икенсеһендә - боронғо һинд свастикаһы - яҡтылыҡ һәм йомарт лыҡ билдәһе. Был варианттар комиссия тарафынан кире ҡағыла, сөнки дәүләт символы, билдәле булыуынса, дәүләттә йәшәүсе ба рлыҡ халыҡтарҙы ла берләштерергә тейеш. Һәм комиссия рәссамд ар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эшенә өҫтөнлөк бирә. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы киңлег е буйынса бер - береһенә тап килеүсе йәшел, аҡ һәм күк һыҙа ттарҙан тора. Башҡортостан Республикаһының 1999 йылғы Дәүләт
       символикаһы тураһындағы законында флагтың төҫтәренең мәғәнә һе лә бирелә: йәшел төҫ - азатлыҡ, тормоштоң мәңгелеге, аҡ -
       тыныслыҡ һөйөү, республика халыҡтарының үҙ - ара хеҙмәттәшл еккә әҙерлеге, күк - асыҡлыҡ, уй - фекерҙәрҙең таҙалығы. Йәш ел төҫ - ислам төҫө булып та һанала. Флагтың аҡ өлөшөнөң урт аһында эмблема төшөрөлгән, түңәрәк уртаһында - ете таждан то рған ҡурай сәскәһе. Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ символы, уның ете
       тажы Башҡортостан халҡының берлегенә башланғыс һалған ете ы рыуҙы һүрәтләй.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал