6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Йәштәр еңеүгә өлгәшә
25.02.05


       Өфөлә "Салауат Юлаев" командаһының Череповецтан килгән "Северсталь" командаһына ҡаршы уйыны боҙ майҙаны хужаларының
       ышаныслы еңеүе менән генә хәтерҙә ҡалманы. Йәш, белгестәр а раһында артыҡ күҙгә ташланып бармаған һаҡсы Андрей Кутейкин быйылғы миҙгелдә команданың йөҙөнсө юбилей голын һәм суперли гала үҙенең тәүге шайбаһын индерҙе. Плей - оффҡа дәғүәсе "Се версталь" мотлаҡ еңергә тейеш булған был матч "Салауат Юлаев " теләгенә яраҡлашты. Өфө командаһы составында тамашасылар н иһайәт Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы капитаны Андрей Зуб аревты күреүгә иреште. Ул Теро Пааппанен менән парҙа уйнаны һәм бер шайба ла индермәне. Ғөмүмән, оборона йәһәтенән "юла евсылар" бик яҡшы уйнаны - ҡаршы яҡ уйынсыларын урта зонала ҡаршы алды һәм "оператив киңлеккә" тыныс үтергә мөмкинселек
       бирмәне. Йони Пууруланың ҡапҡаһына тәүге гол - фин ҡапҡасыһ ының беренсе периодта эшһеҙ тороуынан килде - һөҙөмтәлә "юла евсылар" ҡапҡасыһы Алес Пиши ташлаған шайбаны кире ҡаға алма ны, 0 :1.
       Икенсе периодта өфөлөләр бер ни тиклем әүҙемләште һәм яр айһы ғына һөжүм итә белеүҙәрен күрһәтте. Башта Хлыстов шайба ны буш торған ҡапҡаға ырғытты, әммә "Северсталь" уйынсыһы ун ы шылдырып өлгөрҙө. Киләһе хәүефле мәл уңыш менән тамамланды , Кутейкин оҙаҡҡа һуҙмай шайбаны ҡаршы ҡапҡаға индерҙе. Тағы
       бер ни тиклем ваҡыттан һуң Дмитрий Макаров өфөлөләрҙе алға сығара ала ине, әммә шайба штангаға эләкте.
       Ике яҡтың ҡапҡасылары ла бик яҡшы уйнаны, уларға гол инде реүе ҡатмарлы булды. Әммә өсөнсө периодта тағы бер оҫта табы лды: Сергей Аншаков Андрей Сидякин тапшырған шайбаны ҡаршы ҡ апҡаға индереп ҡуйҙы, 2 : 1. "Юлаевсыларҙың" еңеүенә барлыҡ стадион тороп ҡул сапты. Был өфөлөләрҙең рәттән дүртенсе тап ҡыр еңеүҙәре.
       Матч аҙағында ойошторолған матбуғат конференцияһында трен ерҙар һүҙҙәрен йәлләмәне.
       Сергей Михалев, "Северсталь" хоккей клубының баш тренеры:
       - Чемпионат аҙағына яҡынлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдыбыҙға
       ҡуйылған бурысты, йәғни, плей - оффҡа сығыуҙы үтәмәйбеҙ. Иң
       ҡурҡынысы - команданың бөгөнгө уйыны уның ошондай хәл менән
       менән ризалашыуын күрһәткәндәй тойолдо. Бөгөн беҙ ихтыяр к өсө лә, уйнарға теләк тә күрһәтә алманыҡ. "Салауат Юлаев" ко мандаһы аҙ ғына етеҙерәк, көрәштә көслөрәк, ныҡышыраҡ булды,
       был уларға еңергә ярҙам итте.
       Рафаил Ишмәтов, "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш трене ры:
       - Һөҙөмтә эш аҙағында күренә. Сентябрҙән башлап миңә төрл өсә ҡараш булды. Көйәрмәндәр команданы тарҡатыуҙа ғәйепләне.
       Хоккей был уйынды яратыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Һуңғы мат чтарҙан мин ҡәнәғәт.
       - Рафаил Ғәзиз улы, Волков, Цулыгин, Заварухин Мәскәүҙең "Динамо" һәм Магнитогорсктың "Металлург" командаларында Өфөг ә ҡаршы уйнаясаҡтармы
       - Арендаға бирелгән хоккейсылар "Салауат Юлаевҡа" ҡаршы у йнарға тейеш түгел, буғай.
       - Сергей Михайлович, беҙҙең Череповецҡа күскән тәрбиәлә неүселәребеҙ Нуретдинов менән Зюзин һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар
       ҡалдырҙы
       - Минең фекерем Рафаил Ғәзиз улының фекере менән тап килә . Ҡайһы ваҡыт хатта команда алмаштырыу ҙа һөҙөмтәгә йоғонто яһамай. Руслан беҙҙең командала күтәрелә алманы. Проблемалар
       барҙыр, күрәһең, һәм улар тәрәндә - холоҡта, психологияла й әшерелгән. Бағлаған өмөттәребеҙҙе аҡламаны ул. Зюзинға килгә ндә, мин уны бик аҙ күрҙем. Ул килде, тәүге дүрт матч үткәрҙ е, тәнәфес алдындағы һуңғы осрашыуҙарҙа бик шәп уйнаны.
       - Йони Пуурула төп ҡапҡасы булып оҙаҡҡа тәғәйенләнәме
       - Уның әлегә барыһы ла уңышлы ғына килә. Шайбаны яҡшы тот а икән - тотһон әйҙә. Кузнецовты һуңғы матчтарға алырбыҙ, мо ғайын. Иң мөһиме - уны психологик яҡтан һындырмаҫҡа.
       Матчтан һуң беҙ хоккейсылар менән дә һөйләштек.
       Андрей Кутейкин:
       - Беҙҙең командала йөҙөнсө шайба тураһында һөйләшеүҙәр бу лманы ла. Мин нимә эшләүем тураһында аҙаҡтан ғына белдем. Кө йәрмәндәр йөҙөнсө шайба өсөн бүләк әҙерләйҙәр Бик шатмын - уларҙың призы рәсми бүләктәрҙән ҡиммәтерәк. Матч ваҡытында к омандаға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм.
       Андрей Зубарев:
       - Суперлигала икенсе матч үткәреүемә шатмын. Туған боҙҙа үҙемде ышаныслы тота алмаҫмын тип ҡурҡҡайным, барыһы ла яҡшы
       булды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал