6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Дәүләт Йыйылышында

Республикала сәйәси һынылыш маташтырыу килеп сыҡманы
25.02.05


       Республика Дәүләт Йыйылышының 21 - се пленар ултырышы ү ҙенсәлекле башланды. Ултырыштың көн тәртибен ҡарар алдынан, парламент спикеры Константин Толкачев һүҙҙе република Презид енты Мортаза Рәхимовҡа бирҙе. Республика башлығы ҡайһы бер депутаттар уға БР Дәүләт Йыйылышының республиканың яғыулыҡ -
       энергетика комплексынан бер төркөм депутаттары парламент сп икеры Константин Толкачевтың отставкаһы тураһындағы һорауҙы күтәреүе йәһәтенән үҙ фекерен белдереүе тураһында үтенес мен ән мөрәжәғәт итеүен белдерҙе.
       Республика башлығы Константин Толкачевты Дәүләт Йыйылышын ың иң әҙерлекле етәксеһе итеп һанауын әйтте. Ул депутаттарҙа н "был яла яғыуҙарҙы туҡтатыуҙы һәм республиканың Дәүләт Йый ылышы Рәйесенә ышанмау тураһында һорау күтәрмәүҙәрен" һораны . Константин Толкачевҡа ышанмау белдереүсе хатҡа ҡул ҡуйыусы ларға мөрәжәғәт итеп, Мортаза Рәхимов был депутаттар "респуб ликала сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоҡто ҡаҡшатыусы юлға баҫҡ андар, кәрәкмәгән эшкә тотонғандар" тип белдерҙе һәм тағыы б ер тапҡыр Константин Толкачевтың үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәүс е, федераль күләмдә ҙур сәйәсмән, профессиональ юрист булыуы н һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Федераль власть органдары вәкилдәре ме нән осрашыу ваҡытында мин беҙҙең Дәүләт Йыйылышы һәм уның Рә йесенең эше хаҡында һәр ваҡыт ыңғай баһа ишетәм", - тине Пре зидент. Ул БР Дәүләт Йыйылышы һәм уның Рәйесе хоҡуҡтары 2008
       йылдың мартына тиклем дауам итеүен, һәм шул ваҡытҡа тиклем уларға ошо хоҡуҡтарын үтәргә бер нимә лә ҡамасауламаҫҡа тейе шлеген билдәләп үтте.
       Ултырышта сығыш яһаусы ҡайһы бер депутаттар Толкачевты о тставкаға сығарыуҙы талап итеүсе хатҡа ҡул ҡуйырға уларҙы "б аҫым аҫтында, шантаж, ҡурҡытыу, алдау алымдарын ҡулланып" мә жбүр итеүҙәрен белдерҙе. Депутаттар күпселек тауыш менән па рламент спикерына ышанмау тураһындағы һорауҙы ултырыштың көн
       тәртибенә индермәүҙе һораны, һәм шулай уҡ БР Президентының республиканың парламент башлығы артабан да үҙ эшен башҡарырғ а тейешлеген һәм уға булған дәғүәләрҙең нигеҙһеҙ булыуы тура һындағы фекерен хупланы.
       Шулай итеп, БР Дәүләт Йыйылышының үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарау сы ҡайһы бер депутаттарының республикала сәйәси һынылыш бул дырырға маташыуы килеп сыҡманы һәм республика Президенты һәм
       депутаттар тарафынан ҡырҡа һәм тамырынан туҡтатылды.
       Был ҡарарҙы ҡабул иткәндән һуң ултырыш үҙ яйы менән дауам
       итте. Башлыса депутаттар ултырыштың алтмыштан ашыу һорау ин дерелгән көн тәртибен раҫланы. Беренсе ҡаралған һорау РФ Ген ераль прокурорына БР прокуроры итеп Александр Коноваловты тә ғәйенләү тураһындағы тәҡиме менән килешеү тураһында һорау ҡ аралды. Александр Коноваловтың кандидатураһын беҙҙең парламе нтҡа Рәсәй Генпрокуроры Владимир Устинов тәҡдим итте. Ултыры шта ҡатнашыусы республика Президенты Мортаза Рәхимов шулай у ҡ депутаттарҙан Коноваловтың кандидатураһын хуплауҙы һораны.
       Депутаттар алдында сығыш яһап, Мортаза Рәхимов Алекандр Кон овалов тураһындағы мәғлүмәт "ул Башҡортостан Республикаһының
       прокуроры вазифаһын яуаплы башҡарасағына ышанырға мөмкинсел ек бирә" тип билдәләне.
       РФ Генераль покуроры тәҡдим иткән кандидатураны тикшереп,
       депутаттар күпселек тауыш менән Александр Коноваловты респу блика прокуроры итеп тәғәйенләүгә үҙенең ризалығын бирҙе.
       37 йәшлек Александр Коновалов 1992 йылдан башлап Санкт -
       Петербургта прокурор эшенең барлыҡ баҫҡыстарын үткән. Әлеге
       ваҡытҡа тиклем ул Санкт - Петербург прокуроры урынбаҫары бу лып эшләгән. Уның кандидатураһына тауыш биреү тамамланғандан
       һуң, Александр Коновалов депутаттар алдында сығыш яһаны һәм
       законды тайпылышһыҙ үтәп күрһәтелгән ышанысты аҡларға вәғ әҙә бирҙе.
       Ултырышта депутаттар шулай уҡ БР Контроль - иҫәпләү палат аһы рәйесе Петр Бобылевтың 2004 йылға палатаның эш йомғаҡтар ы тураһында отчетын тыңланы, "Алкоголизм, наркомания һәм ток сикоманияны иҫкәртеү тураһында", "Урындағы үҙидара тураһында ", "Башҡортостан Республикаһының административ - териториаль
       ҡоролошо тураһында" һәм башҡа закон проекттарын тикшерҙе. З акон проекттарының бер өлөшөнә федераль закондарға ярашлы үҙ гәреш һәм өҫтәмәләр индерелде.
       Бынан тыш парламентарийҙар мировой судья вазифаларына кан дидатуралар раҫланы, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы эрг әһендәге квалификация комиссияһына вәкил һайланы, Дәүләт Дум аһына Рәсәй закондарын камиллаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен билдәләне.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал