6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ

Тешең һыҙламаһын тиһәң...
25.02.05


       Көнъяҡ Калифорния университеты ғалимдары ошо көндәрҙә үҙҙ әренең яңы тәжрибә һөҙөмтәләре менән сығыш яһаны. Тәжрибә б уйынса хәҙер теге йәки был кешенең ғүмер дауамында нисә теше
       боҙолорон алдан асыҡлап була. Бының өсөн һеләгәй анализы кә рәк. Профессор Пол Денни әйтелгән алым ярҙамында 98 процент дөрөҫлөк менән ҡайһы тештә ҡыуышлыҡ барлыҡҡа киләсәген алдан
       әйтеп була тип раҫлай. Үҙҙәренең был табышын американдар бе ренсе сиратта балалар стоматологияһында, тештәрҙе һаҡлау буй ынса индивидуаль программа төҙөүҙә файҙаланырға тәҡдим итә.
       Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар стоматоло гияһы кафедраһы мөдире, профессор Сергей Чуйкин иһә беҙҙе ам ерикандарҙың тикшеренеүендә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, типышан дырҙы.
       - Бындай тәжрибәләр күп үткәрелә. Әммә балалар араһында к ариес менән ауырыуҙы һиҙелерлек күләмдә кәметеү өсөн даими р әүештә профилактика үткәрергә генә кәрәк. Һеләгәйҙе тишереү өсөн аҡса түгеп тороу, минеңсә, кәрәкмәй. Табиптарға кариест ың барлыҡҡа килеү сәбәптәре, уларҙы булдырмау алымдары кеүек
       үк, күптән мәғлүм. Бының өсөн тештәрҙе таҙартыу, тотош орг анизмды һауыҡтырыу һәм микроэлементтар ( башлыса фтор) ҡабул
       итеү етә.
       Рәсәй стоматологтары миллиондарса долларҙы һеләгәй тикше реүгә тотонғансы, кешене тешен дөрөҫ таҙартырға өйрәтеү мөһи мерәк тип иҫәпләй.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал