6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Громов Өфө күген дә иңләгән
25.02.05


       Күренекле совет осоусыһы, Советтар Союзы Геройы, авиация
       генерал - полковнигы Михаил Михайлович Громов тураһында үтк ән быуаттың утыҙынсы йылдарында йыш яҙҙылар.
       1925 йыл: "Мәскәү - Пекин - Токио аша иҫ китмәле осош. Т өп самолетта осоусы М. Громов.
       1934 йыл: "АНТ - 25" самолетында осош алыҫлығы буйынса р екорд ҡуйылды. Осоусы - М. Громов" ( бының өсөн уға Советтар
       Союзы Геройы исеме бирелде).
       1937 йыл: "Осоусы Громов А. Юмашев һәм С. Данилин менән б ергә икенсе тапҡыр Төнъяҡ полюс аша Америкаға туҡталышһыҙ ос ош яһаны".
       М. М. Громов 1899 йылдың 24 февралендә Тверь ҡалаһында ты уа. 1918 йылда Мәскәү авиаторҙар мәктәбен тамамлағандан һуң,
       үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға китә һәм хәрби осоусы сифатын да Көнсығыш фронтындағы һуғыштарҙа ҡатнаша.
       1924 йылдан 1942 йылға тиклем М. Громов Хәрби - Һауа Көст әре һәм авиация сәнәғәтенең ғилми - тикшеренеү институттары нда яңы самолеттар һынау менән шөғөлләнә, уның тарафынан Сов еттар Союзында һуғыштан һуң етештерелгән ауыр хәрби һәм граж дандар самолеттарын һынау үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта Громов ту ҡталышһыҙ осоштарҙың оҙайлығы һәм алыҫлығы буйынса рекордтар
       ҡуя.
       1941 йылдың аҙағында Громов авиация дивизияһына етәкселек
       итә. 1942 йылдың мартында ул - Калинин фронтының 3 - сө һау а армияһы, бер аҙҙан Көнбайыш фронтының 1 - се армияһы коман дующийы.
       Громов менән бергә һуғышта булырға тура килгән һәр кем ун ың тураһында: үҙ эшен белгән, тактик операцияларҙы бик аҡылл ы ойошторған, кешегә ҡарата иғтибарлы, һәр кемдең кәйефен "у ҡый" белгән кеше тип хәтерләй. Билдәле "Багратион" операция һын үткәреүгә лә ул үҙенең ҙур өлөшөн индерә.
       "Нормандия - Неман" полкын Громов айырыуса ҡурсалай. Тәүг е арала унда эштәр бик шәптән булмай, әммә һуңынан полк иң я ҡшыларҙың береһенә әүерелә. Бының өсөн Михаил Михайлович Фра нцияның юғары наградаһы - Почет легионының командор орденына
       лайыҡ була...
       Һуғыш тамамлана. Әммә Громовтың авиацияға хеҙмәте дауам и тә. Хәрби вазифаларҙа ла, авиация сәнәғәте министрлығында яу аплы эштәр башҡарырға ла өлгөрә ул.
       Әммә М. М. Громовтың граждандар һуғышы йылдарында Өфөлә х еҙмәт итеүе һәр кемгә лә билдәле түгелдер, моғайын. Архивта был йәһәттән ҡыҙыҡлы документтар һаҡланып ҡалған. Бына уларҙ ың береһе:
       "Белдермә. Икенсе авиация ҡанаты командирына, 1920 йыл, 2 7 июнь, 23 сәғәт 25 минут. Һеҙҙең шәхси ҡушыуығыҙ буйынса ми н "Сопвич" системалы аппаратта Өфө - Стәрлетамаҡ - Өфө маршр уты буйынса Димдән Стәрлетамаҡҡа тиклем ауылдарға, шулай уҡ Qrәрлетамаҡтың үҙенә һауанан әҙәбиәт ташлар өсөн туҡталышһыҙ
       остом.
       Приказды теүәл үтәнем. Тороу ваҡыты 19 сәғәт 30 минут. Иң
       юғары бейеклек 1000 метр, һауанан әҙәбиәт ырғытҡан ваҡытта - 600 - 700 метр. Һауанан ергә ырғытылған әҙәбиәт күләме - 1
       бот. Күҙәтеүсе иптәш Мостовенко. Беренсе сортлы биш бот бен зин тотонолдо.
       Моторҙың бик яҡшы эшләүен һәм аппараттың шәп итеп көйлән гәнен билдәләмәйенсә булдыра алмайым.
       Ҡыҙыл хәрби осоусы М. Громов".
       Бәлки был ҡыҙыл хәрби осоусы һәм данлыҡлы авиаторҙың и сем - фамилияһы ғына уртаҡтыр Хәрби хәбәрсе С. Штутмандың о шондай һорауына Михаил Михайлович үҙе яуап биргән:
       - Эйе, был минең белдермәм. Асыҡ тигеҙ майҙанды хәтерләйе м. 1920 йылдың яҙында ул ялан аэродромына әйләнде. Бында рес публика эске һаҡ ғәскәрҙәренең Урал буйы секторы икенсе авиа ция ҡанаты урынлашты.
       Беҙ ул ваҡытта тимер юлда коммунистик өмәләрҙә ҡатнаша, к рәҫтиәндәргә ярҙам итә, үҙебеҙҙең паектың бер өлөшөн балалар
       һәм асығыусыларға ярҙам фондына тапшыра инек.
       В. И. Ленин ҡушыуы буйынса бандитлыҡ сығанаҡтарын юҡ ите ү маҡсатынан хәрби - сәйәси саралар комплексы булдырылды. Ав иацияға был йәһәттән ҙур урын бирелде. В. И. Ленин Э. М. Скл янскийға яҙған хатының береһендә, икмәк тә, утын да - барыһы
       ла бандиттар арҡаһында юҡҡа сыға тигән һүҙҙәр бар... Ул бан да һәм аҡ гвардеецтарҙың урынлашыу схемаһы, атлы ғәскәр, бр онепоездар, аэропландарҙың нисек файҙаланылыуы тураһында д оклад талап итә ине. Авиация өгөтләү - сәйәси әҙәбиәт тараты у өлкәһендә киң ҡулланылды. Дошмандар беҙҙең листовкаларҙан
       үтә ҡурҡта торғайны. Бер аҡ гвардеец генералының "Ҡыҙыл Арм ия беҙҙе листовкалары менән ҡамсылай" тигәне хәтерҙә ҡалған.
       Артабан осоусы - герой былай тип һөйләй:
       - Беҙ төрлө самолеттарҙа башлыса агитация маҡсатында оса инек. Дошман баҫып алған һәм фронтҡа яҡын ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡҡа дөрөҫлөктөң кем яғында икәнлеген аңларға ярҙам итеүс е әҙәбиәт ырғыта инек, Совет власы өсөн көрәшкә саҡырҙыҡ. Бе р юлы разведка менән дә шөғөлләндек.
       Осоусы М. Громов ул ваҡытта 21 - се йәше менән барған. Ар тта авиамәктәп, Колчакка ҡаршы һуғыштар. Икенсе ҡанатта Гром ов 1920 йылға тиклем оса.
       - Ул ваҡыттан һуң күпме һыуҙар аҡты, - ти Громов, - әммә мин ул көндәрҙе ғорурлыҡ һәм ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫкә алам.
       Михаил Михайлович Громов 1985 йылдың 21 ғинуарында үлә: у ның йөрәге Мәскәүҙең Арбаттағы госпиталендә тибеүҙән туҡтай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал