6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

БР Хөкүмәте Премьер - министры Австрияла булып ҡайтты
24.02.05


       Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер
       - министры Рафаэль Байдәүләтов эш сәфәре менән Австрияла бу лып ҡайтты. Венала Премьер - министр "Баумит" фирмаһы идара рәйесе Йохен Цигенфусс һәм фирманың башҡарыусы директоры Ант он Петернал менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы булып Стәр летамаҡта ҡоро ҡатышмалар установкаһы нигеҙендә хеҙмәттәшлек
       мәсьәләһе торҙо. Был проекттың деталдәрен тикшереү өсөн фи рма делегацияһының Башҡортостанға килеүе планлаштырылды.
       Шулай уҡ Рафаэль Байдәүләтов "Фрезениус" фирмаһының көнс ығыш Европа илдәре буйынса проекттар етәксеһе Юлиус Крюгер һ әм Рәсәйҙәге вәкиллек директоры Алексей Мягков менән осрашты . Австрия фирмаһы вәкилдәре үҙ средстволарына Башҡортостанда
       яңы диализ үҙәге төҙөргә һәм уны юғары сифатлы медицина хеҙ мәтләндереүе гарантияһы менән үҙ идаралығына алырға әҙерлеге н белдерҙе. Был проект беҙҙең республика өсөн дә файҙаға бул асаҡ, тине Рафаэль Ибраһим улы. Ике яҡлы ҡыҙыҡһыныуҙы иҫәпкә
       алып, фирма вәкилдәре хеҙмәттәшлек шарттарын тикшереү өсөн беҙҙең төбәккә саҡырыу алды.
       Сәфәр барышында Премьер - министр Рәсәй Федерацияһының А встриялағы Илсеһе Станислав Осадчий һәм сауҙа вәкиле Геннади й Фильшин менән осрашты. Бында Рәсәй һәм Австрия халыҡ - ара
       хеҙмәттәшлек сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ҡатнаш ыу варианттары ҡаралды.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры шулай уҡ ЮНИДО департамент ы ( БМО сәнәғәт үҫеше буйынса ойошмаһы) директоры Дмитрий Пи скунов, Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек програм маһы етәксеһе Юрий Ахвледиани һәм башҡалар менән осрашып һөй ләште. Һөйләшеүҙә республика биләмәләрендә көнбайыш лицензия һы буйынса уртаса ҡеүәтле тракторҙар етештереүҙе ойоштороу м әсьәләһенә айырыуса иғтибар бирелде.
       Мөһим осрашыуҙар иҫәбендә - БР Хөкүмәте Премьер - министр ының "32 гроуп" халыҡ - ара финанс - сәнәғәт компанияһы През иденты Пишар әфәнде менән осрашыуы. Бер ни тиклем аралашҡанд ан һуң Пишар әфәнде хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм
       яҡын арала БР Хөкүмәте менән автомобилдәр төҙөү, туризм һәм
       ҡунаҡхана бизнесы, торлаҡ һәм административ биналар, шулай уҡ спорт - күңел асыу үҙәктәре төҙөү тураһында Генераль киле шеүгә ҡул ҡуйырға тәҡдим итте.
       Рафаэль Байдәүләтовтың фекере буйынса, Австрияла осрашыуҙ ар файҙалы булды, хәҙер инде оҙаҡҡа һуҙмай төп йүнәлештәрҙе
       билдәләргә һәм эшкә тотонорға кәрәк.

Глеб Романов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал