6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы

Йәшәү менән үлем араһында
24.02.05


       Был упҡынға нисек тәгәрәйҙәр һуң Яңғыҙлыҡта түгел, йыш ҡына бик күңелле һәм еңел итеп төшәләр унда... Әммә инде ҡал ған ғүмерҙе улар тулы һәм интектергес яңғыҙлыҡта үткәрергә м әжбүр.
       Фильмдар, тапшырыу, гәзиттәрҙән беҙгә был упҡынға төшөүҙе ң үҙенсәлектәре мәғлүм. Тик бына унан күтәрелеү юлдарын белм әйбеҙ.
       - Кешеләрҙең һуңғы өмөтөн тартып алмағыҙ, - тип өгөтләй мине Республика наркология диспансерындағы амбулатория - кон сультация үҙәгенең көндөҙгө дауалау стационары мөдире Фәнүзә
       Мәлкәшева. - Бында килеүсе һәр кемде ошо ауырыуҙан ҡотолоу өмөтө килтерә. Тик һәр ҡайһыһының да өмөтө тормошҡа ашмауы и кенсе һорау. Әммә мин үҙ һөнәремдең һөҙөмтәләрен күрмәһәм, б ында эшләмәҫ инем. Беҙҙең уртаҡ эшебеҙҙең ыңғай һөҙөмтәһенә
       бер миҫал килтереп китәм. Игорь миңә килгәндә туғыҙ йыл ста жы булған наркоман ине, сәләмәт кеше булып ҡайтып китте. Гер оинда туғыҙ йыл ултырыу - бик оҙаҡ һанала. Ә Игоргә бер курс
       дауалныу етте. Хәҙер уның ғаиләһе, эше, балаһы бар.
       Марстың тарихы күңелһеҙерәк. Ул быларҙың барыһын да юғалт ҡан.
       - Автосервиста эшләй инем, - тип һөйләй 19 йәшлек наркома н. - Иртәнге алтыла торам һәм телеүҙәктән ДОКка барам. Һуңын ан бөтөнләй шунда йәшәй башланым. Өйгә аҡса алып ҡайтам. Арт абан беҙ машина урлау менән шөғөлләнә башланыҡ. Унда наркома н егеттәр бар ине, наркотик ҡулланып ҡарарға улар тәҡдим итт е лә инде. Мин артыҡ ҡаршылаштым, тип әйтеп булмай, ҡулымды һуҙҙым һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә был яңы тәьҫораттар бик о ҡшаны. Бынан тыш машиналар алмаштырырға яраттым. 14 йәшемдә "Тойота", артабан "Мицубиси", һуңынан ... "Победа", уны янды рҙылар, хәҙер йорт эргәһендә "Москвич" тора. Тормош кәйефтән
       кәйефкә тиклем генә дауам итә башланы. Быға тиклем йыл буйы
       туҡтауһыҙ эстем. Арый инем, тормоштоң йәмен тапманым. "Перв ентил", "черняшка", героин ҡабул иттем. Был турала әсәйемә ә йткәйнем, ул бер нимә лә өндәшмәне. Үгәй атай иһә: "Теләһә н ишләһен, бары тик аҡса эшләһен генә", - тине. Һеңлекәшем тыу ғас мин "был алйотҡа" әйләндем. Ә наркотиктар ҡабул итеп ф атирҙа бер аҙна эсендә ремонт эшләүем Уларға төргәкләп аҡса
       ҡалдырыуым Мин нимә тураһындалыр уйларға теләп тә булдыра алмаған саҡтарымды хәтерләйем. Был ваҡыт эсендә кемгә әйләне үем тураһында хәтерләүе ауыр. Һуңғы дүрт йыл эсендә минең то рмошом бер генә нимәгә ҡайтып ҡалды: мәк, мәк һәм мәк.
       Наркологтар билдәләүенсә, әле туғыҙ йыл элек Өфөлә героин , экстази, амфитамин осрамаған тиерлек, ә хәҙер беҙ баш ҡала нан бер нимә менән дә айырылмайбыҙ тип әйтергә була.
       - 19 йыл самаһы элек беҙҙә иҫәптә 256 кеше тора ине. Һуңы нан опий наркомандары күбәйеп китте. Башлыса улар нимә менән
       бәйләнгәндәрен аңламаусы йәштәр ине, әлбиттә. Был хәл 80 - qe йылдар башында, кинотеатр экрандарын көнбайыш фильмдары б аҫып алғас, булды.
       Наташа Яр Саллы ҡалаһында хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуа. Ғүм еренең тәүге биш йылында ул ғаиләһе менән биш ҡала алмаштыра . Воркутала, Ҡырымда йәшәйҙәр. Бер нисә йылдан әсәһен был кү сеп йөрөүҙәр туйҙыра һәм улар оләсәһе көн күргән Өфө ҡалаһын да туҡталалар.
       Ленин урамындағы "Сәйханала" Наташа хиппи менән таныша. У ларҙы наркомандар тип әйтеп булмай, әммә һәр береһе үлән тар тып ҡараған инде. Наташа ла "тәмләп" ҡарай.
       - Төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булды... Мин "сатанистар", бу ддасылар, кришнаиттар, рәссамдар, шағирҙар, сихырсылар менән
       дә аралаштым. Башта наркотиктар миңә үҙемде ирекле тойоу өс өн кәрәк ине. "Винтҡа" күскәс тамуҡ башланды. Мин электән д ә "винтовойҙарҙы" яратманым. Улар теләһә нимә һөйләй, өҫ - ҡ иәфәттәре ҡот осҡос. Бер нисә көн буйы ашамай - эсмәй бер нө ктәгә текәлеп ултырған саҡтары була. һыҙланыуҙарҙы әйтеп аңл атырлыҡ түгел. Ошондай хәлдә кешеләр тәҙрәнән ташланып үлә л ә инде. Мин "винттың" ысҡындырмауын аңланым һәм ысынлап ҡурҡ тым. Дауалау курсы миңә ярҙам итте. Иң мөһиме, мин шул ваҡыт та аралашҡан кешеләр менән араны өҙә алдым. Хәҙер тәмәке лә тартмайым. Ғаиләм булыуын, сәләмәт бала табырға теләйем. Мин
       тағы ла картиналар яҙа башланым. Иртән уянып, ҡайҙан доза т абырға тип уйланырға кәрәкмәүе шул тиклем рәхәт икән.
       - Наркомандар бик ҡыйын үлә, - тип ысынбарлыҡҡа ҡайтара м ине Фәнүзә Мәлкәшева. - Тәжрибәһеҙ наркомандар ғына дозаны а рттырыуҙан үлергә мөмкин. Ә инде был донъяла йәшәгәндәре ваҡ ыт үтеү менән ауырыуҙар "гөлләмәһенә" эйә була. Был В гепати ты, С гепатиты, СПИД. Стажы ҙур булған наркомандың матдәләр алмашыныуы боҙола һәм уның тәнен трофик йәрәхәттәр ҡаплай. У л ысынлап та "тереләй серей". Йыш осраҡта наркомандар тромбо эмболия, бауыр циррозы, туберкулез кеүек ауырыуҙарҙан бик эт ләнеп үлә. Һәм наркотиктар ҡуллана башлауына үкенмәгән бер к еше лә юҡ.
       Бөгөнгө көнгә республикала иҫәптә 5177 наркоман һәм 1747
       наркотик ҡулланып ҡараған кеше иҫәптә тора. Наркомания күпт ән инде айырым бер ғаилә түгел, ә тотош йәмғиәттең проблем аһына әүерелде. Әммә наркомандың ауырыуы асылда уның шәхси э ше. Ул үҙ генә наркотиктар ҡулланыуҙы дауам итергә йә иһә у ларҙан баш тартырға ҡарар итә ала.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал