6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Бөйөк оҫта арабыҙҙан китте
08.09.03


       Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың профессиональ сәнғәте ҙур юғалт ыу кисерҙе -- 2003 йылдың 16 авгусында күренекле скульптор һ әм керамика оҫтаһы, РСФСР - ҙың атҡаҙанған рәссамы, БАССР - ҙың халыҡ рәссамы, БАССР - ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С алауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһы ның почетлы гражданы Тамара Павловна Нечаева 81 - се йәшендә
       вафат булды. Т. П. Нечаева 1922 йылдың 17 октябрендә Воронеж өлкәһенең На родная станцияһында тыуған. 1940 -- 41 йылдарҙа Ленинград ху дожество студияһында уҡыған. 1941 йылдан алып ғүмеренең һуңғ ы көндәренә тиклем Тамара Павловна Нечаева тормошон беҙҙең р еспублика менән бәйләне. Нечаева эштәренең төп темаһы һәр ваҡыт Башҡортостан -- уның кешеләре, көнкүреше, халыҡ традициялары булды. Уның Палдиски
       ҡалаһындағы (Эстония) һәм Янғантау курорт комплексындағы Са лауат Юлаевтың, Өфө ҡалаһындағы С. Т. Аксаковтың монументаль
       һәйкәлдәре, шағир Мостай Кәримдең һәм композитор Заһир Исмә ғилевтың скульптуралы портреттары иң яҡшы эштәре тип танылды . 1943 йылдан алып Т. П. Нечаева Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй, 195 5 йылдан сит ил күргәҙмәләрендә даими ҡатнашты. Төрлө йылдар ҙа ул РСФСР Рәссамдар союзы идараһы секретары итеп һайлана. 1999 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә. Т. П. Нечаеваның әҫәрҙәре Ватан һәм сит ил коллекцияларында һаҡлана. Уның тарафынан эшләнгән һәйкәлдәр Башҡортостандың к үп ҡалалары урамдарын һәм майҙандарын биҙәй. Т. П. Нечаева йөҙөндә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәҙәниәте
       ижади ҡаҙаныштары Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың һ ынлы сәнғәтенең юғары абруйын тотоп тороусы күренекле рәссам ды юғалтты. Күренекле рәссам һәм һоҡланғыс кеше -- Тамара Павловна Нечае ва хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һәм күңелдәрҙә м әңге һаҡланыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал