6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Башҡортостанда йәшәүсе фин - уғыр халыҡтары үҙ тамырҙарын ю ғалтмай
24.02.05


       Башҡортостан - күп милләтле республика. Унда йәшәгән ха лыҡтар һанын иҫәпләй башлаһаң, иҫең китерлек: марий, удмурт,
       мордва, венгр, эстон, вепса, ханты, манси, коми һәм башҡала р. Улар үҙ ара татыу мөнәсәбәттә йәшәй, әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Уларҙың береһе - аҙ һанлы халыҡтарҙың рус телле мө хиттә юғалып ҡалыуы. Шуға күрә Өфөлә фин - уғыр халыҡтарының
       2004 йылдың 16 - 19 авгусында Таллинда үткән Бөтә донъя кон гресында билдәләнгән проблема һәм рекомендацияларҙы хәл итеү гә арналған пленар ултырыштар үтеп тора.
       Ошо көндәрҙә, 17 - 19 февралдә, Өфөлә фин - уғыр халыҡтар ының сираттағы консультатив ултырышы үтте, унда Венгрия, Нор вегия, Финляндия, Швеция, Эстония, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре:
       Марий Эл Республикаһы, Удмуртия, Карелия, Ханты - Манси, Ко ми - Пермяк автономиялы округтарынан, башҡа өлкә һәм ҡалалар ҙан вәкилдәр килде.
       Хәл итә торған проблема һәм мәсьәләләр күп йыйылғанлыҡтан , комитет рәйесе Валерий Марков оҙаҡҡа һуҙмайынса, 2005 йылғ а эш планын раҫларға, фин - уғыр халыҡтарының Халыҡ - ара фо льклор фестивален әҙерләүгә, халыҡ - ара йәйге һауыҡтырыу ла герҙарын ойоштороуға бәйле ҡайһы бер һорауҙарҙы тикшерергә тәҡдим итте.
       Конгрестың йомғаҡлау документтарына ҡағылышлы һорау тиҙ а рала хәл ителде. Фин - уғыр халҡының мәғлүмәт үҙәге етәксеһ е Андрес Хейналуу ( Эстония) конгресс документтары редакция комиссияһы тарафынан әҙерләнгән һәм ике томда сығарыласаҡ, т ип хәбәр итте. Уның беренсе томы быйылғы йылдың апрель айынд а уҡ баҫыласаҡ.
       Конгреста ҡатнашыусылар өсөн Өфөләге беренсе эш көнө Башҡ ортостан Республикаһында фин - уғыр, башлыса удмурт, марий һ әм мордва халҡының белем биреү һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтлә ндереү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашыуға арналды. Делегат тар Тәтешле, Мишкә, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Бөрө, Благовеще н, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Өфө уҡыу йорттары һәм ғ илми үҙәктәрендә булды.
       Конгреста ҡатнашыусыларҙың Рәсәйгә тәүге тапҡыр килгәндәр е өсөн был ғәҙәти булмаған тәжрибә, әлбиттә. Улар пленар улт ырыш ваҡытында журналистарға төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр мен ән аралашыуҙан алған тәьҫораттарын һөйләне.
       Ханнус Мерья, "Финляндия - Рәсәй" йәмғиәтенең генераль се кретаре:
       - Мин Рәсәйҙә, ул ғына ла түгел, иң төпкөлдә - Башҡортост анда тәүге тапҡыр. Тәьҫораттарҙы ҡапыл ғына йыйып билдәләүе
       ҡыйын. Бер генә нимә әйтә алам - бында барыһы ла беҙҙең илд ән бик ныҡ айырыла.
       Валерий Марков, фин - уғыр халыҡтарының консультатив коми теты рәйесе ( Коми Республикаһы):
       - Үҙебеҙҙе ҡыйырһытҡым килмәй, әммә Башҡортостанда удмур т диаспораһының тормошон күҙәткәндән һуң, миндә улар бында т ыуған яҡтарына ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәй, тигән тәьҫорат тыуҙы .
       Бөрө һәм Благовещен райондарында марийҙар йәшәй. Ултырышт а ҡатнашыусылар мәктәптәр өсөн уҡытыусы кадрҙар әҙерләү бары шы менән танышҡандан һуң, марий халҡы объект түгел, ә субъек т тигән фекергә килде. Улар тулы хоҡуҡлы граждандар, үҙ тел һәм йолаларын онотмай. Делегаттар башҡорттарҙың толерантлығы нан ( түҙемле булыу, дуҫ йәшәү) ҡәнәғәт ҡалды һәм артабан д а улар был сифатын юғалтмаҫ тигән ышаныс белдерҙе.
       Бержени исемендәге Сомбатхей педагогия институтының урали стика кафедраһы мөдире, венгр профессоры Пустай Янош халыҡты ң мәҙәниәтен һаҡлау өсөн ике шарт - халыҡ ихтыяры һәм бының өсөн мөмкинселектәр булыуы кәрәк тине.
       - Мишкә районы марийҙары тормошо миҫалында беҙ был ике ша рттың бик шәп итеп тормошҡа ашырылыуын күрәбеҙ, - тип өҫтәне
       ул.
       Энико Сий, "Венгрия - Финляндия" йәмғиәте рәйесе, Этвеш Л оранд ( Венгрия) исемендәге Будапешт университетының фин - у ғыр кафедраһы доценты:
       - Беҙ Башҡортостандың көньяғында булдыҡ. Бында йолаларҙы белеүҙәрен һәм хөрмәт итеүҙәрен күрҙек. Стәрлетамаҡ мәктәптә рендә балаларҙың Венгрия тураһында күп нимә белеүҙәре күңелг ә ятты.
       - Беҙ Башҡортостан Республикаһы милли мәғариф системаһыны ң балалар баҡсаһынан алып юғары уҡыу йорттарына тиклем яҡшы үҫешеүенә инандыҡ, - тип билдәләне Карелия Республикаһының Д әүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Клеерова.
       Ханты - Манси автономиялы округының Югор дәүләт университ етыты югра халыҡтары теле, тарихы һәм мәҙәниәте институты ла бораторияһы мөдире Зоя Рябчикова фин - уғыр халыҡтары алдынд а торған иң ҙур проблемаларының береһе тип халыҡтың үҙенсәл еген юғалтыуҙы атаны.
       - Йәш быуын үҙ телен йүнләп белмәй, тамырҙарынан ситкә т айпыла, шуға күрә үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған өлкә н быуын марийҙары алдында баш эйәм. Бының сит ерҙә булыуы ай ырыуса ҡиммәтле, - тине ул.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал