6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары Благовещен өсөн яуап бирәсәк. С удта
24.02.05


       Йыл башынан Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр мин истрлығы үҙенең намыҫ, дәрәжә һәм эшмәкәрлек абруйын яҡлау м аҡсатында ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларын Благовещенда булғ ан ваҡиғаларҙы сағылдырыуҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуҙ а ғәйепләп судҡа бирҙе. "Зеркало" ( Благовещен), "Новая газе та" ( Мәскәү), һәм "Отечество" (Өфө) гәзиттәре үҙ материалда ры өсөн судта яуап тотасаҡ.
       "Зеркало" гәзите 2004 йылдың 10 - 14 ғинуарында булған ва ҡиғалар тураһында беренсе булып яҙып сыҡты. Гәзиттең 16 дека брҙә сыҡҡан һанында "кеше хоҡуғын боҙоу", милиция хеҙмәткәрҙ әренең кешеләрҙе туҡмау һәм мыҫҡыллауҙары тураһында ҙур мате риал баҫтырылды. Благовещенда йәшәүселәрҙең һүҙе буйынса, гә зиттең был һаны урамда бушлай таратылған. Мөхәрририәткә гәзи ттә баҫылғанды судта аңлатырға һәм үҙҙәренең дөрөҫлөгөн иҫба т итергә тырышырға тура киләсәк.
       2005 йылдың 10 ғинуарында сыҡҡан һанында милицияның айыры м тәғәйенләнеш бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ( омон) егеттәрҙе ту ҡмауҙан тыш ҡыҙҙарҙы көсләүе тураһында яҙған "Новая газета"
       баҫмаһына ете дәғүә белдерелә.
       Башҡортостанда 2003 йылдың декабрь айындағы һайлау кампа нияһынан һуң юҡҡа сығып, Благовещенда булған хәлдәрҙе тағы л а башҡорт Эске эштәр министрлығы һәм һәм тотош республика өҫ төнә бысраҡ өйөргә уңайлы мәл тип табып "йоҡоһонан уянған" "Отечество" гәзитенә ике дәғүә белдерелә.
       Үҙ гәзиттәрендә баҫылған мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөккә тап ки леүен уларға Мәскәүҙең Басман судында һәм ярашлы рәүештә Өф өнөң Совет районы судында иҫбатларға тура киләсәк. Хәйер, БР
       Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәр енсә, быға тиклем дә башҡорт милицияһына ғәйеп ташлауҙар б ындай факттарҙың дөрөҫлөгөн иҫбатлау авторҙар өсөн үтә пробл емалы эш булып тороуын күрһәтә.
       2003 йыл аҙағынан бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостан Респу бликаһының Эске эштәр министрлығы ҡайһы бер федераль һәм төб әк баҫмаларына үҙ материалдарында министрлыҡтың эшмәкәрлек а бруйына, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең намыҫ һәм дәр әжәһенә тап яғыуына дәғүә белдереп утыҙҙан ашыу ғариза менән
       сығыш яһаны. 15 суд процесы һөҙөмтәһендә "Российская газета ", "Московская правда", "Московский комсомолец", "Совершенно
       секретно", "Трибуна", "Звезда Поволжья", "Выбор народа" гәз иттәрендә баҫылған хәбәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүе тан ылды.
       - Беҙ был юлы ла еңеп сығырыбыҙға ышанабыҙ, - тине "БАШве стЪ" гәзите хәбәрсеһенә БР Эске эштәр министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Ләйлә Мырҙағолова. - Б еҙҙең хаҡ булыуыбыҙҙы раҫлаусы материалдар етерлек йыйылған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал