6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

"Муха" студияһында яңы кино төшөрөлә
24.02.05


       "Муха" илебеҙҙә 3D - анимация өлкәһендә уңышлы эшләүсе
       студиялар иҫәбендә тора. Глюкозаның "Ненавижу" йырына төшөр өлгән дебют клибын ғына алайыҡ. Ул йырсы ҡыҙға ғына түгел, Өфө аниматорҙарына ла билдәлелек бүләк итте. Бына килеп тағ ы яңы уңыш: "Pixel" электрон һүрәттәр төшөрөү өлкәһендәге за ман технологиялары фестивалендә пофессионалдар "Муха" студия һы ижадын лайыҡлы баһаланы һәм "Иң яҡшы клип" һәм "Иң яҡшы персонаж" номинацияларында еңеүсе тип тапты.
       Бөгөн студия өс тулы метражлы нәфис фильм өҫтөндә эшләү м енән мәшғүл. "Капитан" фильмында, мәҫәлән, сюжет хәрби һыу аҫты кәмәһендә йәйелдерелә. Фильм Мурманскта төшөрөлгән, за казсы - Мәскәү киноконцерны. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур транспорт караптары, һыу аҫты кәмәләре, бер нисә эсминец
       файҙаланыла. Диңгеҙҙә төшөрөүҙәр генә лә өс аҙна самаһы дау ам итә. Хәҙер инде компьютер ярҙамында Рәсәйҙең заманса кара бынан икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан немец карабы эшл әйҙәр.
       Икенсе фильмды Виталий Мөхәмәтйәнов үҙе төшөрә. Ул "Өс ян ғын" тип атала.
       Һәм иң ҙур ҡаҙаныш булып "Муха" студияһының Михаил Булг аковтың "Мастер һәм Маргарита" әҫәре буйынса төшөрөләсәк сер иалында махсус эффекттарға тендер яулауы тора. Бөйөк романды
       "Собачье сердце", "Бандитский Петербург" һәм "Идиот" фильмд ары авторы Владимир Бортко экранлаштырырға ниәтләй. Өфө аним аторҙары Воланд йортондағы бал өҫтөндә эшләйәсәк ( ул ике се риянан тора) һәм, иң мөһиме, - бесәй Бегемот та уларға йөкмә телгән. Дан ҡаҙаныу механик бесәйгә эләгәсәк, әлбиттә, ә "Му ха" студияһының Бегемоты дублер ролен үтәйәсәк.
       "Мастер һәм Маргарита" фильмы телевизор экрандарына 2005 йыл аҙағында йәки 2006 йыл башында сығасаҡ һәм иллешәр мину тлыҡ 14 сериянан торасаҡ. Тәнҡитселәр был телепроектҡа ҙур у ңыш юрай.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал