6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Япония менән дуҫлыҡ ептәрен нығытабыҙ
22.02.05


       Ошо көндәрҙә беҙҙең республикала ике көнлөк сәфәр менән
       япон эшҡыуарҙарынан торған делегация булып китте. Маҡсат бе р - буласаҡ партнерҙар менән танышыу, хеҙмәттәшлек булдырырл ыҡ йүнәлештәрҙе билдәләү. Ҡунаҡтарҙы айырыуса республикала м ашина төҙөү һәм нефть һәм химия тармағы ҡыҙыҡһындырҙы.
       Японияның Башҡортостанға булған ҡыҙыҡһыныуын аңлатыуы ҡый ын түгел. Федерация субъекттары араһында ул һәр яҡтан да тот ороҡло, иҡтисади яҡтан үҫешкән, ҡеүәтле сәнәғәт потенциалын а эйә булған республикаларҙың береһе. Бынан тыш япон эшҡыуар ҙарын әлеге ваҡытта Рәсәй менән ике аралағы иҡтисади мөнәсәб әттәр үҫеше йәһәтенән бик ҡәнәғәт тип әйтеүе ҡыйын - бындай
       дәүләттәр өсөн тауар әйләнеше күләмдәре иҫ китерлек түгел. Хәйер, Япония менән Рәсәй араһындағы бәйләнештең электән, Со веттар Союзы ваҡытынан килеүен билдәләргә кәрәк. Ул ваҡытта
       япон предприятиелары үҙҙәрен бик ышаныслы техника етештере үсе итеп күрһәткән ине.
       Япония менән СССР араһындағы иҡтисади элемтәнең үҙенсәле ге булып япон компанияларының үҙ продукцияһын ҡулланыусылар менән туранан - тура бәйләнешкә инә алмауы торҙо - барлыҡ һо рауҙар совет хөкүмәте аша хәл ителә ине. Һөҙөмтәлә парадокс барлыҡҡа килде - тиҫтәләрсә йыл әүҙем хеҙмәттәшлектән һуң да
       япон етештереүселәре Рәсәй ҡулланыусыларын бик ауырлыҡ менә н генә күҙ алдына килтерә, ә һуңғыһы үҙ сиратында япон предп риятиелары менән бик аҙ таныш.
       Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң япон эшҡыуарҙары үҙҙәре төбәктә ргә сығырға һәм үҙ продукцияһы менән таныштырырға ҡарар итә . Хҙмәттәшлек айырыуса отошло булырға оҡшаған биләмәләрҙән башлайҙар, әлбиттә. Улар араһында Башҡортостандың да булыуы ҡыуаныслы хәл.
       Тәүге рәсми - эшлекле осрашыу Башҡортостандың Тышҡы иҡтис ади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында үтте. Рәсми өлөшө о ҙаҡҡа һуҙылманы: ҡунаҡтарҙы тәбрикләп ҡаршы алғандан һуң ула р республиканың йәшәйеше менән танышты, ниндәй илдәр менән а ралашыуын белде, - артабан презентация башланды. Япония деле гацияһында илдең алдынғы фирма белгестәре һәм уларҙың Рәсәйҙ әге вәкиллектәре бар ине: "Мицубиси Хэви Индастриз", "Эс Эм
       Си Пневматик", "Фанук Мицуи Автоматизация СНГ", "Шимадзу" һ әм "Мицуи".
       Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа минис тры урынбаҫары Өлфәт Йомағужин билдәләүенсә, бөгөн Башҡортос тан туҡһандан ашыу ил менән үҙ - ара мөнәсәбәт булдырған. Та уар әйләнеше күләмдәре буйынса Япония был исемлектә әлегә 29
       - сы урында тора. Әммә әүҙемерәк аралашыу бер нисә йыл эсен дә уға тәүге ун, ә бәлки биш ил күләменә тиклем күтәрелергә
       мөмкинселек бирәсәк.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал