6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Поликлиникаларҙа "хәрби хәл"
22.02.05


       Льготаларҙы аҡсалата компенсация менән алмаштырыу тураһы ндағы закон халыҡ тарафынан ауыр ҡабул ителә тиһәк, бер ҙә я ңылышмаҫбыҙ. Был турала барыһына ла мәғлүм. Шулай ҙа һуңғы а й ярым ваҡыт эсендә табиптарҙың "хәрби шарттарҙа" эшләүен аң лар өсөн ниндәй булһа ла поликлиникаға инеү етә. Хәҙер льго талы дарыуҙар исемлеге генә түгел, рецепт яҙыу тәртибе лә үҙ гәрҙе һәм үҙгәреүен дауам итә. Ҡағыҙ эше менән ултырыу медик тарҙың күп ваҡытын ала. Ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкае в, һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Виталий Викторов, респ убликаның һаулыҡ һаҡлу министры Фәнил Шәмиғолов ҡатнашлығынд а ойошторолған Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы меди цина советы ошондай күңелһеҙ факттарҙан башланып китте. Өфөн өң 1 - се һанлы поликлиникаһында ғына, мөдир Эльвира Сәлихов а әйтеүенсә, йыл башынан 56 мең льготалы рецепт бирелгән. Б ының өсөн табипҡа отчет - рецептура документтарының унға яҡы н яңы төрөн тултырырға кәрәк. Был сираттарҙың оҙонайыуы һә м терапевтарға көс төшөүенә килтерә.
       Ә ауырыуҙарға табипҡа күренер өсөн яңы йылдан башлап янда рында паспорт ҡына түгел, мотлаҡ медицина полисы, социаль но мер, пенсия таныҡлығы булыуы ла кәрәк.
       Һупайлы биҫтәһендә йәшәүселәр был йәһәттән отто тип әйтер гә була. 43 - сө поликлиникала пациенттар менән эшләүҙе комп ьютер техникаһы ярҙамында камиллаштырғандар. Регистратура, т ерапевт, табиптарҙың кабинетында ла компьютерҙар ҡуйылған, б ыл эште еңелләштерергә мөмкинселек бирә.
       Әммә льготалы дарыуҙар артынан килгән пациенттар һаны кә мемәһә, бер ниндәй ҙә компьютер ҡотҡара алмаясаҡ. Бындай сик тән тыш һорау менән ҡулланыу башлыса яңы законға ышанмауҙа н килә. Халыҡ вәғәҙә ителгәнде ала алмауҙан ҡурҡа.
       Райондарҙа, инвалидлыҡ билдәләү буйынса клиника - эксперт
       комиссияларына теҙҙелгән сират тураһында ла шуны уҡ әйтергә
       була. Йыл башынан үткән ай ярым ваҡыт эсендә 22 меңдән ашы у кеше ҡаралған. Февраль башында пациенттар 2008 йылға тикше реү үтергә сиратҡа яҙыла ине. Әйткәндәй, күптәр был ваҡытҡа тиклем йәшәй алырына өмөтләнмәй ҙә. Хәҙер хәл төҙәлеү яғына бара, тип ышандырҙы медик - социаль экспертиза бюроһының баш
       врачы Юрий Томилов. Хәйер, һандар теле менән әйткәндә, быйы лғы йыл башына үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 75 процентҡа күберәк инвалидлыҡ билдәләнгән. Был исемлеккә к емдәр ингән һуң Беренсе сиратта йөрәк - тамыр ауырыуҙары ме нән яфаланыусылар, икенсе урында нврологик ауырыуҙар килә, ө сөнсө урынға тын алыу органдары ауырыуынан михнәт сигеүселәр
       сыҡты ( ике йыл элек улар бишенсе урында килә ине).
       Белгестәр наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуға бәйле х әл - торошто ла имен түгел тип биләләне. 2003 йыл менән сағы штырғанда наркотик ҡулланыусылар һаны 36,5 процентҡа артҡан.
       Уларҙың күпселеге - йәштәр. Медицина советы барышында белге стәр Өфөлә махсуслаштырылған балалар - үҫмерҙәр өсөн нарколо гия үҙәге булдырыу күптән талап ителә тип билдәләне. Әммә на ркомания һәм эскеселек социаль ауырыуҙар булғанлыҡтан, уларҙ ы бары тик медицина алымдары менән еңеүе ҡатмарлы.
       Дөйөм алғанда, һуңғы реформаларҙы иҫәпләмәгәндә, һаулыҡ һ аҡлау өлкәһендәге хәлде тотороҡло тип әйтергә булыр ине. Мәҫ әлән, үткән йыл тыуым артыуы, балалар һәм үҫмерҙәр араһында дөйөм ауырыуҙар кәмеүе шул турала һөйләй. Халыҡ түләүле меди цина хеҙмәтләндереүе менән дә теләп файҙалана башланы. Был ҡ ала халҡының матди хәле тотороҡланыуы һәм уларҙың аҡсаны үҙ һаулығына тотона башлауына дәлил булып тора. Йәки, мәҫәлән, Яңы йыл төнөн генә алып ҡарайыҡ. Үткән Яңы йыл төнөндә Өфөлә
       17 сабый донъяға килһә, быйыл уларҙың һаны 24 - кә етте.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал