6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Енәйәтсел төркөмдөң һуңғы ағзаһы ҡулға алынды
22.02.05


       Үткән ҡыш Өфөлә талау маҡсаты менән бер нисә һөжүм итеү
       осрағы булғайны, улар үҙ - ара бәйле булып сыҡты: был - биш
       кешенән торған енәйәтсел төркөмдөң эше булыуы асыҡланды. Үт кән йылдың ноябрь урталарында был төркөмдөң сираттағы - дүр тенсе ағзаһы милиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулына эләкте. Енәйәтс ел төркөмдөң башлығы ролен үтәүсе 35 йәшлек Андрейҙы ҡулға а лыу өсөн федераль эҙләү иғлан ителде.
       Транспорт урамында булған ғәҙәттән тыш хәл тураһында киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәйне инде - ул ваҡытта ике бала ә сәһе һәләк була. Ғазраилдар башта уның ҡулдарын бәйләй, һуң ынан таҫтамал менән быуып үлтерә. Маска кейгән был өсәү фати рҙың аҫтын өҫкә әйләндереп, 10 мең доллар, 70 мең һум, алтын
       биҙәнгестәр, башҡа ҡиммәтле әйберҙәр урлай. Тикшереү хеҙмәт е был енәйәт кемдеңдер күрһәтеүе буйынса эшләнгән тигән феке ргә килә. Дәлилдәр баҫымы аҫтында талаусыларҙың береһе үҙ ғә йептәрен таный һәм төркөмдә һәр кемдең башҡарған роле тураһы нда һйләп бирә. Андрей, уның һүҙҙәре буйынса, хәлле йәшәүсе кешеләрҙе билдәләү ( наводка) менән шөғөлләнә, ул үҙе руль а ртында ултыра. Башҡалар иһә ҡорбандарын пневматик пистолет м енән ҡурҡытырға, фатирға һөйрәп индерергә һәм таланғанды алы п сығырға тейеш була. Беренсе булып был өсәү 21 - се дауахан а районында бер коммерсантҡа һөжүм итә. Икенсе тапҡыр үткән йылдың ғинуар аҙағында "Йөрүҙән" сауҙа үҙәге эргәһендә "байы рға" маташалар. Киләһе эпизодта төркөмдә бер яңы кеше барлы ҡҡа килә, ул февраль башында "Аҡбуҙат" ипподромы эргәһендәге
       магазинға һөжүм итеүҙә ҡатнаша.
       БР Прокуратураһының даими эшләүсе тикшереү төркөмө тәфтиш сеһе Руслан Әлмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Андрей әсәһенең фатирында ҡулға алына. Ул быға тиклем Ҡариҙел, Дәүл әкән райондарында йәшенеп ята. Ғинуар аҙағында Өфөгә килә. У л әлегә ике статья буйынса ғәйепләнә: алдан һөйләшеү буйынса
       төркөм менән һөжүм итеү һәм кеше үлтереү, тине тәфтишсе. Т икшереү барышында шаһиттарҙың береһе уға һаҡлауға тапшырылға н ҡоралды - Калашников автоматына, Дегтярев снайпер виновкаһ ына һәм башҡа төр ҡоралға мең ярымдан ашыу патрон, шулай уҡ Макаров пистолетына өс магазин - үҙ ирке менән тапшырҙы. Т икшереү эше дауам итә.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал