6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көнө

Башҡортостанда Косыгинды яҡшы хәтерләйҙәр
22.02.05


       1941 йылдың икенсе яртыһында 1523 ҙур предприятие илде ң фронтҡа яҡын райондарынан көнсығышҡа сығарыла: улар араһын да танктар етештереү, авиация, моторҙар төҙөү, 94 металлурги я, 150 машиналар төҙөү, 40 электр техникаһы етештереүсе пред приятие иҫәпләнә. Цехтар төҙөлөп бөткәнен дә көтмәйенсә, эва куацияланған предприятие эшселәре ҡоролмаларын күк йөҙө аҫты нда урынлаштырып, хәрәкәт итеүсе армия өсөн ҡорал етештерә л ә башлай.
       һуғыштың беренсе айҙарында уҡ Башҡортостанға 172 сәнәғәт
       предприятиеһы, айырым цехтар күсереп килтерелә. Урындағы ет әкселек ярҙамында был предприятиеларҙың эшмәкәрлеге юлға һал ына, эшселәр өсөн йәшәү һәм көнкүреш шарттары тыуҙырыла.
       Илебеҙ киңлегендә индустрияны меңдәрсә километрға күсере п яңы заводтар төҙөү эше СССР Совнарком рәйесе урынбаҫары Ал ексей Косыгин ( ошо көндәрҙә уның тыуыуына 101 йыл тула) етә кселегендәге махсус төркөм тарафынан башҡарыла.
       Өфөлөләрҙең ни тиклем уңышлы эшләүенә Алексей Николаевия
       1944 йылда Башҡортостанға килгән ваҡытында инана. Һуғыш йыл дарында Өфөлә Ворошилов, Микоян, Андреев, һуңынан Косыгин да
       булып китә. Хәрби ваҡыт шарттарында республикала уларҙың эш мәкәрлеге хаҡында яҙылмай. Әммә ул ваҡытта Косыгиндың "Дубит ель" заводында туҡталыуы билдәле. 1943 - 1945 йылдарҙа, СССР
       Совнаркомы рәйесе урынбаҫары һәм шул уҡ ваҡытта РСФСР Совна ркомы рәйесе булараҡ, ул еңеү өсөн тылда мөмкин булғандың ба рыһын да эшләй.
       Һуғыш тамамлана. Илебеҙ алған йәрәхәттәренән арына. КПСС
       Үҙәк Комитеты 1972 йылдың ғинуарында "Башҡорт АССР - ында п ландарҙы үтәү һәм капиталь төҙөлөштөң һөҙөмтәлелеген күтәреү
       тураһында" ҡарар ҡабул итә. Бер йылдан, 1973 йылдың ғинуары нда СССР Министрҙар Советы рәйесе Косыгин тағы ла Башҡортос танға килә. Ул Советтар Союзында иң ҙурҙарҙан булған Усть - Балыҡ - Өфө - Әлмәт нефть үткәргесен төҙөү барышы, Өфө мотор ҙар заводындағы төҙөлөштәр һәм яңы ҡеүәттәрҙе үҙләштереү, ба ш ҡаланың үҫеш перспективалары, ҡалала торлаҡ төҙөлөшө менән
       ентекле таныша, өлкә партия ойошмаһы активының йыйылышында ҡатнаша.
       Совет дәүләтенең күренекле эшмәкәре, СССР Юғары Совет деп утаты, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Косыгиндың исеме
       республика эшсәндәренә яҡшы таныш була.
       " СССР Министрҙар Советы Рәйесе Алексей Николаевич Косыг ин менән аралашыу тәрән эҙ ҡалдырҙы, - тип хәтерләй З. Ш. Аҡ назаров, БАССР Министрҙар Советының элекке Рәйесе. - Өфөгә с овет хөкүмәте башлығы 16 ғинуарҙа килде. Икенсе көнө Косыгин
       Өфө моторҙар төҙөү заводында булды, республиканың партия - хужалыҡ активы йыйылышында ҡатнашты, улар алдында ҙур доклад
       менән сығыш яһаны.
       А. Н. Косыгин Өфөнөң үҫеш перспективалары, торлаҡ төҙөү б арышы менән ҡыҙыҡһынды, Ленин урамы буйлап үтте, иҫтәлекле у рындарҙа, магазиндарҙа туҡталды, һорауҙар бирҙе, халыҡ менән
       аралашты.
       Был сәфәрҙең һөҙөмтәһе - Ленин урамындағы "Нефтяник" Мәҙә ниәт һарайы. Өфөлә булған ваҡытында Косыгин менән ошо турала
       һүҙ алып барыла һәм бер айҙан Башҡортостандың баш ҡалаһында
       ошо бинаны төҙөү тураһында СССР Министрҙар Советы ҡарары ҡа бул ителә.
       Мәскәүгә ҡайтыр алдынан, төшкө аш артында Косыгин башҡорт
       ҡымыҙын маҡтап телгә ала һәм уның шифалы үҙенсәлектәре тура һында күптән белеүен әйтә, 20 - се йылдарҙа Шафран шифаханаһ ында дауаланыуы туарһында һөйләй.
       Алексей Косыгин Башҡортостанда 1944 йылдың яҙында ла булы п китә. Ул ваҡытта райондарҙа хәл - торош ҡатмарлы булыуы би лдәле. Ауыл халҡы көҙҙән йыйылмай ҡалған игенде ашауға ҡулла нып ҡырыла. Косыгин Сталиндың ҡушыуы буйынса республикаға бы л хәлде тикшерергә килә. Ул ваҡытта Алексей Николаевич респу бликаға аҙыҡ - түлек йәһәтенән бик ҙур ярҙам күрһәтә".
       Эштән бушамауына ҡарамаҫтан, Косыгин Башҡортостандан үҙ исеменә килгән хаттарға яуап бирергә лә ваҡыт таба. Башҡорто стан уҡыусыларынан 60 йәше менән ҡотлап килгән хатҡа Косыгин
       былай тип яуап яҙа:
       "Ҡәҙерле балалар!
       Һеҙҙең тәбрикләү һәм ҡотлау һүҙҙәрегеҙ күңелемә бик тә ят ты. Улар өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
       Яҡшы уҡыуығыҙ, коммунизмдың әүҙем төҙөүселәре булырға, бө йөк Ленин эшен лайыҡлы дауам итергә теләүегеҙ мине бик ҡыуан дыра.
       Бик теләп һеҙҙең үтенесегеҙҙе үтәйем һәм автограф менән ү ҙемдең фотомды ебәрәм.
       Һеҙгә уҡыуығыҙҙа иң ҙур уңыштар теләйем. Белем алығыҙ, сә ләмәт, ҡыйыу һәм ғәҙел, Ватаныбыҙҙың тоғро патриоттары булып
       үҫегеҙ.
       А. Косыгин".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал