6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Страхование

Торлаҡты мотлаҡ рәүештә страхоакалауға әҙербеҙме
08.09.03


       Рәсәйҙә мотлаҡ автогражданка страховкалауы индерлелеп тә өлгөрмәне, ә инде халыҡ торлағын мотлаҡ рәүештә страховкалау
       тураһында һүҙ алып барыла башланы. Бындай зарурлыҡ бик ябай
       ғына аңлатыла: ә ниндәйҙер мәхшәр тыуып, илебеҙгә катастро фалар ябырылып ҡуйһа Мәҫәлән, былтыр Рәсәйҙең көньяғында һ ыу баҫыу арҡаһында меңәрләгән торлаҡ йорттар юҡҡа сыҡты. Ғәҙ әттән тыш ҡурҡыныс хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ул саҡта дәүләт кеҫәһенән 15 миллиард аҡса тотонолдо. Шуны иҫтә тотоп, юғарыла ултырған ағайҙар закон проекты төҙ өп ташлайҙар. ул нимәнән ғибәрәт һуң Һәр кеше йылына бер та пҡыр страховкалау полисы алырға тейеш. Уның өсөн күпме аҡса түләргә икәнлеген төбәк власы һәм страховаклаусылар билдәлә йәсәк. Әлбиттә, был һан фатирҙың хаҡынан сығып билдәләнәсә к. Күҙаллауҙар буйынса Рәсәйҙә уның күләме ике проценттан ар тмаҫҡа тейеш. Шуныһы мөһим: әгәр страховка йыйымы фатирҙың
       баҙар хаҡынан сығып билдәләнһә, был бөтәһенең дә кеҫәһен т аҡырайтасаҡ. Республикабыҙҙа бындай яуаплы аҙым эшләргә әҙерҙәрме һуң "Р осгосстрах - Аккорд" страховкалау компанияһында был һорауға
       ҡәтғи рәүештә "Юҡ!" тип яуап бирәләр. Сөнки торлаҡтарын үҙ ирке менән страховкалаусылар һаны әлегә бик әҙ. Яңы Граждан
       кодескы буйынса ла бер кем дә үҙ теләгенән тыш торлағын ст раховкаларға мәжбүр итә алмай. Бынан тыш РФ Дәүләт төҙөлөш ө тәҡдим иткән ике процентлыҡ тариф та үтә юғары. Беҙҙең белгестәр фекеренсә ул ни бары 0,3 процент тәшкил итергә те йеш.
       Әйткәндәй, торлаҡты мотлаҡ страховкалау идеяһын республик ала насар тип тапмайҙар. Сөнки был ҡаҙнаға өҫтәмә аҡса килте рәсәк. Әммә был мөһим эшкә уның ыңғай һәм кире яҡтарын ҡарап , ныҡлап уйлағандан һуң ғына тотонорға кәрәк. Градждандарҙың
       сығымдарын ниндәй саралар менән ҡаплау тураһында төплө баш
       ватыу талап ителә. Бәлки, һалымдарҙы кәметергә кәрәктер йәк и иһә страховкалауҙың ниндәйҙер өлөшөн муниципаль берәмектә рүҙ өҫтөнә алыр Бындай эш тәжрибәһе илебеҙҙең ҡайһы бер ҡал аларында индерелгән бит. Ғөмүмән, һорауҙар байтаҡ. Әлегә т орлаҡты мотлаҡ рәүештә страховкалау буйынса закон проекты б өгөн Торлаҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комиссияһында ҡараласаҡ . Көҙөн ул депутаттар тикшереүенә тәҡдим ителәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал