6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Йәштәр уйынды боҙманы"
21.02.05


       "Салауат Юлаевтың" яңыртылған составы был миҙгелдә иң ҙу р еңеүенә өлгәште - 4:0. Пермдә үткән чемпионатта аутсайдер "Молот - Прикамье" 17 - се тапҡыр еңелеү кисерҙе.
       Йәш "юлаевсылар" төп уйынсыларҙан тыш та ыңғай һөҙөмтәләр гә өлгәшә алыуҙарын раҫланы. Башҡорт хоккейсылары Өфөлә 0:3 иҫәбе менән еңелеүҙәре өсөн лайыҡлы яуап ҡайтарырға тейеш ин е, һәм ҡон ҡайтарылды тип әйтегә була.
       "Молот" командаһы бөгөн "Салауат Юоаев" кеүек бик үк тә жрибәһе булмаған хоккейсыларҙан тора. Әммә Пермь йәштәре өфө ләрҙән бер аҙ ҡалыша. Григоренко, Аншаков, Макаров, Таратухи н, Пуурула кеүек уйынсыларға боҙ хужаларының көсө етмәне.
       "Юлаевсыларҙың" ҡапҡа һаҡсыһы Йони Пуурула матчты бик шәп үткәрҙе, бер нисә тапҡыр ул үҙ командаһын бөтөнләй өмөтһ өҙ хәлдә лә ҡотҡарып ҡалды һәм был миҙгелдә инде өсөнсө тапҡ ыр ҡаршы яҡҡа үҙ ҡапҡаһын "емерергә" бирмәне.
       Тәүге голды Игорь Григоренко индерҙе - уйынсы көслө голки пер Гудачекты "алдауға" өлгәште. Икенсе периодта шайба Аншак овт "тыңланы". Өсөнсө голдың "авторҙары" - Озолин менән Гри горенко. Матчҡа нөктәне Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Д митрий Макаров ҡуйҙы. Кәүҙәгә таҙа булыуы һәм яҡшы техникаһы
       өсөн Рафаил Ишмәтов "бәләкәй Гомоляко" тип атаған был йәш у йынсы күптән түгел Магнитогорсктың "Металлург" командаһынан әйләнеп ҡайтты һәм беренсе матчта ике мәрәй йыйып та өлгөрҙө .
       Шулай итеп, 4: 0. Өфөлөләрҙең сағыу еңеүе төрлө фекерҙәр булдырҙы. Кемдер "көсһөҙҙө һәр кем ҡыйырһыта ала" тиһә, башҡ алар был ышаныслы еңеүҙә команданың аҡрынлап нығына барыуын күрә. Беҙ "Салауат Юлаев" командаһы уйынсыһы Андрей Таратухи н менән бәйләнешкә индек һәм матч тураһында үҙ фекерҙәре мен ән уртаҡлашыуын һораныҡ.
       - Өҫтөнлөк беҙҙең яҡта булды - күберәк һөжүм иттек. Матчт ан һуң Рафаил Ғәзиз улы беҙҙе еңеү менән ҡотланы. Хәҙер ЦСКА
       - ны еңеү тураһында уйлар кәрәк. Яңы уйынсылар тураһында ни мә әйтергә була - улар уйынды боҙманы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал