6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Генерал Карбышевтың үлеме тураһында
21.02.05


       Генерал Дмитрий Михайлович Карбышевтың иҫ киткес батырлы ғы хаҡында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Элекке Маутхаузен л агеры стенаһындағы таҡтаташ та "Ошо ерҙә Совет Армияһы инжен ер ғәскәрҙәре генерал - лейтенанты, Советтар Союзы Геройы Ка рбышев Дмитрий Михайлович ( 1880 - 1945) һәләк булды" тип хә терҙе яңырта.
       1945 йылдың 18 февралгә ҡараған төнөндә, йыртҡыстарса яза лауҙарҙан һуң немец фашистары генерал Карбышевты сатлама һыу ыҡҡа сығара, уның кейемен систерә һәм генерал боҙ бағанаһына
       әүерелгәнсе һалҡын һыу менән ҡойондора. Генералдың мәйетен фашистар Маутхаузен мейестәрендә яндыра. Язалау һәм мәсхәрәл әр ҙә Рәсәй яугирының ихтыярын һындыра алмай. Генерал Карбыш ев батырҙар үлеме менән һәләк була.
       ... Башҡортостанда Дмитрий Карбышев граждандар һуғышы ваҡ ытында булып китә. 1919 йылдың февраль айында Көнсығыш фронт ына Михаил Васильевич Фрунзе килә һәм шунда уҡ ҡыҙыу эшмәкәр лек йәйелдереп ебәрә. Хәрби - ялан төҙөлөш начальнигы, хәрби
       инженер Карбышев менән оҙаҡ ҡына әңгәмәләшкәндән һуң Фрунзе
       уны Һамар, Һарытау, Силәбе, Златоуст, Троицк, Ҡурған һәм ба шҡа ҡалаларҙа - Көнсығыш фронтында оборона эштәре менән шөғө лләнеү - нығытмалар төҙөү буйынса етәксе итеп тәғәйенләй.
       1919 йылда июнь айының баштарында хәрби төҙөүселәр Дим ст анцияһына килә. Шунда уҡ Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аша сығыу буйынса әҙерлек эштәре башлана. Понтон - канат күпер Сегән а ҡланы тирәһендә эшләнә. Артабан уны Ағиҙел аша үткәреп һалал ар.
       Ҡаланы алғандан һуң Дмитрий Карбышевҡа Өфөлә нығытма бул дырырға ҡушыла. Өфө йылғаһының уң ярынан башлап, Шаҡша тимер
       юл күпере артында оборона ҡоролмалары төҙөлә: ике - өс рәт окоптар ҡаҙыла, тимер сыбыҡ менән уратыла, блиндаждар, пулем ет оялары төҙөлә.
       Оборона сиктәрен төҙөүгә Василий Иванович Чапаев айырыуса
       ҡыҙыҡһыныу белдерә. Үҙенә генә хас тура һүҙлелек менән ул К арбышевҡа хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәр алдан әҙерләнгән позициял ар менән һәр ваҡыт файҙалана алмай тип иҫбатларға тырыша. Әм мә ғәскәрҙәр планға ярашлы сигенгәндә бындай позициялар әүҙе м оборонаға булышлыҡ итеүе мөмкин, тип тә таный.
       Карбышев, һәр саҡтағыса, тыныс ҡына тауыш менән Чапаевҡа фронтта үҙ ваҡытында һәм яҡшы итеп үткәрелгән инженер әҙерл егенең әхлаҡи һәм практика йәһәтенән ни тиклем әһәмиәтле б улыуын аңлата.
       Был һөйләшеүҙе ишетеп торған төҙөлөш хәрби комиссары Е. Р ешин ярым шаярып Дмитрий Михайловичтың ҡоролмалар төҙөргә яр атыуы тураһында белдерә.
       - Иптәш комиссар, һеҙ минең фамилиям Карбышев икәнен бе ләһегеҙ бит, - тип шунда уҡ яуап ҡайтара тегеһе. - Ғаилә шә жәрәһе буйынса ата - бабаларым татарҙар булған. Ә татарса " j`pa{x" - йомран тигәнде аңлата. Бына ошо йомрандан миңә ҡаҙ ыныу - төҙөү эштәре, бер ыңғайҙан ергә мөхәббәт күскән дә ин де.
       Колчакты тар - мар иткәндән һуң, Карбышевты Көнсығыш фрон тының 5 - се армия инженерҙары начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр . Уның етәкселегендә Колчак ғәскәрҙәрен Себерҙә ҡырып бөтөрг ә күп кенә өфөлөләр ҙә китә. Улар араһында тимер юлсы Емелья нов та була.
       Һуңынан Емельянов Өфөлә Ленин урамы һәм Юғары - сауҙа май ҙаны мөйөшөндәге ике ҡатлы йорт эргәһенән йыш үтә. 1919 йылд ың йәйендә был йорттоң икенсе ҡатында хәрби - ялан төҙөлөшө штабы, беренсе ҡатында - комендатура, хужалыҡ ротаһы урынлаш а.
       Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, персональ пе нсионер К. Емельяновтың һоруына Совет Армияһының Үҙәк Дәүләт
       архивы ыңғай яуап бирә:
       "1( һуңынан 29) хәрби - ялан төҙөлөшө 1918 йылдың декабре нән 1919 йылдың 20 мартына тиклем Көнсығыш фронт армиялары и даралығы ҡарамағында була. 1919 йылдың 20 мартынан 1919 йылд ың аҙағына тиклем был төҙөлөш Көнсығыш фронтының Д. М. Карбы шев етәкселегендәге 5 - се армия составына инә һәм 1919 йылд ың май айында Өфө ҡалаһының Сауҙа майҙанында 45 - се һанлы б инала урынлаша".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал