6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ҡушамат артына йәшенеп ҡалып булмай
17.02.05


       Урамда һеҙгә һөжүм иттеләрме Бүрегегеҙҙе һалдырып йә к әрәҙле телефонығыҙҙы тартып алып ҡастылармы Бындай осраҡта күпселек милицияға мөрәжәғәт итә, әммә "эй, барыбер таба ал маясаҡтар!" - тип ҡул һелтәп, бурҙар башына ләғнәт яуҙырыу м енән сикләнеүселәр ҙә етерлек. БР Эске эштәр министрлығы кр иминаль милицияһы хеҙмәтенең оператив - эҙләү мәғлүмәт үҙәге
       хеҙмәткәрҙәре тап ошо һуңғыларына мөрәжәғәт итә лә инде:
       - Зыян күргән хәлдә ҡул һелтәргә ашыҡмағыҙ, - ти үҙәк нач альнигы Андрей Ғәйнуллин. - Беҙҙең милиция ҡарамағында инде
       йыл ярым дауамында "Легенда" программа комплексы эшләй, уны ң ярҙамында үткән йыл эсендә меңдән артыҡ енәйәт асыҡланды: башлыса улар бурлыҡ, талау, хулиганлыҡ осраҡтарына ҡағыла.
       Әгәр һеҙ бурҙың тышҡы ҡиәфәтендә нимәне булһа ла хәтерл әп ҡалһағыҙ - буйы, сама менән нисә йәш булыуы, сәсенең төҫө
       - электрон мәғлүмәт базаһына мөрәжәғәт итеп, ҡасандыр закон ға ҡаршы барырға баҙнат иткән кешеләр араһында уны табыу өмө тө бар тигән һүҙ. Был базаға индерелгән 111 мең кеше араһынд а хөкөм ителгән енәйәтселәр, енәйәт эше буйынса шик аҫтына алынғандар, милиция бүлегенең даими "клиенттары" һәм башҡала р бар.
       Кәрәкле кешене бик күп параметрҙары буйынса табырға була:
       исеме һәм фамилияһы, тыуған датаһы, адресы, тышҡы ҡиәфәте, бармаҡ эҙҙәре, аралашыу даирәһе һ. б. Ошо көндәрҙә генә Бөрө лә енәйәт ҡылыусыны ҡушаматы буйынса тотҡандар. Кәрәҙле теле фонынан ҡолаҡ ҡағыусы үҙен талаусының ҡушаматын ишетеп ҡала һәм милицияға ғаризаһында был турала иҫкәртергә лә онотмай. Базанан был ҡушамат буйынса енәйәтсе хаҡында барлыҡ мәғлүмә тте эҙләп табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
       - "Легенданың" төп тәғәйенләнеше енәйәтсене тиҙерәк эҙләп
       табырға ярҙам итеү, - ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. - Мәғлүмәт баз аһына енәйәткә бер ниндәй ҡыҫылышы ла булмағандар, әйтәйек, енәйәтсенең туғандары йә таныштары эләгеүе лә ихтимал. Шуға
       күрә был базала иҫәпләнеү бындай кешеләргә бер нимә менән дә янамауын билдәләп үтергә кәрәк. Һуңғы сиратта енәйәтсене лә компьютер түгел, ә кеше асыҡлай бит. Электрон база иһә уғ а ярҙам итеүсе, быға тиклем файҙаланылған картотеканы алмашт ырыусы инструмент ҡына.
       "Легенда" программа комплексындағы мәғлүмәттәр менән махс ус рөхсәт буйынса хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре генә фай ҙалана ала. Андрей Ғәйнуллин әйтеүенсә, программа хакерҙарҙа н ышаныслы һаҡлана.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал