6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Еңеүҙең 60 йыллығына

Өфөлә үтәсәк Еңеү парады Мәскәүҙекенән ҡалышмаҫҡа самалай
18.02.05


       - Өфөлә Еңеүҙең 60 йыллығына арналған хәрби парад Мәскә үҙекенән ҡалышмаясаҡ, ә бәлки арттырып та ебәрер, - тип белд ерҙе ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат ко нференцияһында Башҡортостандың хәрби комиссары Тимофей Азаро в. Уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан хәрби комиссариаты Бөй өк Еңеүҙең юбилейына етди әҙерләнә.
       - Байрам программаһы төҙөлгән, әммә тулыһынса раҫланмаған
       әле, - тип дауам итте республика военкомы. - Шуға күрә мин бөгөн бөтә планды асмай торам, бары тик Еңеүҙең 60 йыллығына
       арналған тантаналар өс көн дауамында, етенсе майҙан туғыҙын а тиклем дауам итәсәген әйтеп үтәм.
       Етенсе майҙа Мәңгелек ут һәм башҡа мемориалдарға сәскәлә р һалыу була һәм тантаналы йыйылыш уҙасаҡ. Һигеҙенсе майҙа Д имдә легендар 112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Һ упайлы биҫтәһендә маршал Георгий Жуковтың бюсын асыу көтөлә.
       Туғыҙынсы майҙа Ҡала советы алдында үтәсәк хәрби парад бик матур тамашаға әүереләргә вәғәҙә итә. Унда меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, хәрби техника ла файҙаланыласаҡ.
       Мәскәү һәм Петербургтан оло ҡунаҡтар килеү - килмәүе әлег ә билдәһеҙ. Ә бына Башҡортостан вәкилдәре илебеҙ башҡалаһынд а ойошторолған тантанала ҡатнашасаҡ.
       Был йәһәттән аңлашылмаусанлыҡ, үпкәләүҙәр бар, - тип билд әләне Тимофей Азаров. - Лайыҡлы кандидаттар етерлек, тик саҡ ырылыусылар һаны сикле - алты кеше тирәһе. Мәскәүгә 1945 йыл дағы хәрби парадта ҡатнашыусы барыр, моғайын, республикала у л берәү генә, шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан орде нының тулы кавалерҙарынан бер нисә вәкил һәм ҡатын - ҡыҙ вет ерандары араһынан бер нисә кеше барасаҡ.
       Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 278 Советтар Союзы Геройының
       туғыҙы иҫән, 37 Дан ордены кавалерынан Еңеүҙең 60 йыллығын алты кеше билдәләйәсәк. Рәсәй Федерацияһы Геройҙары араһында
       Башҡортостандан 16 кеше бар.
       - Был элита, илебеҙҙең милли ғорурлығы, - тип һыҙыҡ өҫтөн ә алды военком.
       Йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һаны кәм егәндән кәмей. Уларҙы Еңеү байрамы һәм етеп килгән Ватанды һ аҡлаусылар көнө менән ҡотларға онотмағыҙ. Уларҙан башҡа һеҙҙ ең иғтибарҙы Чечня һуғышында ҡатнашыусы 15 мең кеше, туғыҙ меңдән ашыу "афған", 900 тирәһе башҡа ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, шулай уҡ 32 мең "срочник" һалдат һәм алты мең
       контрактник көтә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал