6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Крәҫтиән валютаһы
18.02.05


       Бөгөн һөт ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн үҙенсәлек ле валюта ролен уйнай. Тап ошо продукт крәҫтиән кеҫәһенә йы лдар буйына күрмәгән "тере" аҡса индерергә ярҙам итә. Аҡса я рҙамында инде ул үҙенең көнүҙәк проблемаларын хәл итә: тракт орына запас частәр, минераль ашлама, малдары өсөн ҡатнаш аҙ ыҡ һатып ала. Ә инде һөткә хаҡтың даими артыуын иҫәпкә алған да, уны етештереү бөгөн алтын йыуыуға бәрәбәр.
       Республикабыҙҙың күп кенә хужалыҡтары бөгөн һөт етештереү ҙең бик отошло тармаҡ икәнлеген аңланы. Тәтешлеләрҙе генә ал айыҡ. Бер нисә йыл элек кенә район хужалыҡтары һөт һауып алы у буйынса республика исемлегенең иң аҙағында "һөйрәлә" ине. Бөгөн иһә улар стәрлетамаҡтарҙы ла уҙып китеп ( элегерәк был
       тармаҡта уларға тиңдәр булманы) алдынғы позицияны биләне. Ә йтәйек, үткән йыл ғына улар бер бөйрәкәйҙән уртаса 4600 кило грамм һөт һауып алды, был республика буйынса уртаса күрһәтк ес менән сағыштырғанда 1400 килограмға күберәк.
       Бөгөн Тәтешле районында һөт етештереүҙең ни тиклем отошло
       булыуы тураһында районда аҙналыҡ килемдең ике миллион самаһ ы тәшкил итеүе лә һөйләй. Районда барлыҡ ауыл хужалығы предп риятиеларының да юғары рентабелле булыуҙары хаҡында һөйләп т ороу кәрәкме икән.
       Был килем тәтешлеләргә буштан килмәй, әлбиттә. Малҡайҙар өсөн хужалыҡтарҙа бына тигән аҙыҡ базаһы ла, тейешле шарттар
       ҙа булдырылған. Һыйырҙарҙан анализ өсөн ҡан алына һәм уның буйынса малға ниндәй аҙыҡ етмәгәнлеге билдәләнеп, мал аҙығы кәрәкле микроэлемент, био өҫтәмәләр менән байытыла. Бында һә р һыйыр махсус лаборатория аша үткән аҙыҡ менән туҡландырыл а. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай иғтибар бушҡа үтмәй. Районда һ өт һауыу, артым, үрсем буйынса ла күрһәткестәр яҡшы. Былар б арыһы бергә Тәтешле районына яҡшы килемгә өмөт итергә мөмкин селек бирә.
       Бер ҡараһаң, һөт етештереүҙе юғары кимәлгә күтәреүҙең бер
       ҡатмарлығы ла юҡ һымаҡ. Әммә республиканың күп кенә хужалыҡ тарында ауыл хужалығы малдарына ҡараш бөтөнләй икенсе. Ҡайҙа лыр декабрь айында уҡ мал аҙығы бөтә һәм малҡайҙарҙы ... уты н менән туҡландырырға маташалар, ниндәйҙер районда рационда бары әсегән силос тороп ҡалған, тағы береһендә бурыстар арҡа һында электр энергияһы менән тәьмин итеү туҡтатылған һәм ба хыр малдар һыуһынын ҡандыра алмай интегә, йә ҡот осҡос шартт арҙа көн күрергә мәжбүр һ. б. Ярым ас, һуштан яҙырға әҙер т оған һыйырҙарҙан ниндәй һөт, ниндәй артым көтөргә мөмкин
       Әйтәйек, бөгөн Иглин, Балаҡатай, Мишкә, Асҡын, Ҡалтасы һә м Ҡыйғы райондарында көнөнә уртаса 2,5 килограм һөт һауыла. Көнөнә бер һыйырҙан бер - бер ярым килограмм һөт һауып алыус ы хужалыҡтар ҙа бар. Республиканың ҡайһы бер хужалыҡтарында кәзәләрҙең дә көнөнә биш - ете килограмм һөт биреүен билдәлә п үтәйек.
       Артымға килгәндә лә ошондай уҡ хәл. Малдарҙы нимә менән т уҡландырғандары аңлашылмай, әммә ҡайһы бер урындарҙа тәүлеге нә артым 150 - 200 грамм ғына тәшкил итә. Бындай артымды рес публиканың алдынғы ҡошсолоҡ фабрикаларында себеш үҫтергәндә алалар! Ниндәй килем тураһында һүҙ барырға мөмкин!
       Үрсемгә килгәндә лә һәр урында ла эш шәптән түгел. Ҡайһы бер райондарҙа был эш үҙ ағышына ҡуйылған. Әйтәйек, ике - өс
       һыйырға бер быҙау тура килгән хужалыҡтар бар. Бер һүҙ менән
       әйткәндә, әгәр килемһеҙ эшләүсе хужалыҡтар көрсөктән сығырғ а теләй икән, беренсе сиратта уларға һөт етештереүгә етди иғ тибар биреү мотлаҡ.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал